Саушин Александр Захарович
Саушин Александр Захарович (20 апрель 1949 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, эшҡыуар, сәйәсмән. Техник фәндәр докторы. Профессор. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (2002).
Саушин Александр Захарович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 апрель 1949 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | уйлап табыусы |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергә1971 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. 1989 йылда Г. В. Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институты ҡарамағындағы менеджрҙар әҙерләү Үҙәгендә уҡый, «Хозрасчет шарттарында персонал менән идара итеү» программаһын әҙерләй. 1971-1981 — «Оренбурггазодобыча» берекмәһенең газ сәнәғәте идаралығы операторы, мастеры, начальник урынбаҫары; СССР газ сәнәғәте министрлығының газ етештереү буйынса бүлеге начальнигы, 1981-1995 — «Астраханьгазпром» ПБ-ның баш инженеры. . 1995 йылдан — газпром системаһында. «Газпром Рәсәй акционерҙар йәмғиәтенең «Астраханьгазпром» ДП-ның генераль директоры урынбаҫары (1995 йылдан)[1].
Сәйәси эшмәкәрлеге
үҙгәртергәСәйәси эшмәкәрлеген С. Шахрайҙың Рәсәй берҙәмлеге һәм татыулығы партияһынан (ПРЕС) Дәүләт думаһына һайлауҙарҙан башлай. Владислав Виноградовтан ҡалышып, икенсе урынды яулай[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәТехник фәндәр докторы, профессор,[1], Әстерхан дәүләт техник университетының «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм эксплуатациялау» кафедраһы мөдире. АГН-дың хоҡуҡлы ағзаһы. Фәнни эшмәкәрлеге тематикаһы — газ-конденсатлы сероводород ятҡылыҡтарҙың эксплуатациялау һәм эшкәртеү проблемалары (Дәүләт премияһына лайыҡ була). 6 ғилми хеҙмәт, 15 уйлап табыу авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Газ сәнәғәтенең почетлы хеҙмәткәре;
- СССР-ҙың почетлы радисы һәм уйлап табыусыһы;
- Рационализация һәм уйлап табыу алдынғыһы.
- «Рәсәй флотына - 300 йыл» миҙалы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Министерство промышленности, транспорта и природных ресурсов Астраханской области(недоступная ссылка)
- ↑ 200 Сайт не найден 2010 йыл 28 сентябрь архивланған.
- ↑ Первый созыв — Государственная Дума Астраханской области 2010 йыл 4 июль архивланған.
- ↑ Второй созыв — Государственная Дума Астраханской области 2010 йыл 4 июль архивланған.
- ↑ Третий созыв — Государственная Дума Астраханской области 2010 йыл 13 ғинуар архивланған.