Маннанова Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙы
Маннанова Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙы (20 апрель 1923 йыл — 22 октябрь 2012 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1962), БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966).
Маннанова Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Маҡар районы) Көҙән ауылы |
Вафат көнө |
22 октябрь 2012 (89 йәш) |
Вафат урыны |
Башҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһы |
Ил | |
Ниндәй өлкәлә танылған |
РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1962), БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966) |
XX быуат башында Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың бер туған ҡустыһы Ғәбдерәүеф Әхмәтшаһ улы Вәлидовтың ҡыҙы[1].
Биографияһы
үҙгәртергәРоза Ғәбдерәүеф ҡыҙы Маннанова 1923 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ы Маҡар районының Көҙән ауылында Ғәбдерәүеф Әхмәтшаһ улы Вәлидовтың ғаиләһендә беренсе бала булып тыуа. Ғаиләлә Ғәбдерәүеф Әхмәтшаһ улының тәүге ҡатынынан ҡалған Нажия менән бергә ете бала тәрбиәләнә, әммә тик өсәүһенә генә өлкән йәшкә етергә насип була.
Атаһы Ғәбдерәүеф Әхмәтшаһ улы (1896 йылда тыуған) башланғыс белемде атаһының мәҙрәсәһендә ала, артабан Зәки ағаһының кәңәшен тотоп, Ҡаҙан ҡалаһының "Ҡасимия" мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ Уҡытыусылар әҙерләү техникумында белем ала һәм Борай районында "Заготскот" контораһында бухгалтер булып эшләй башлай. Маҡар районының Һайран ауылы һылыуы Мәстүрә Хәбибрахман ҡыҙына өйләнеп, тәүге мәлдә атаһы йортонда йәшәй, аҙаҡ үҙе өй һалып сыға. Ярлы халыҡ, бигерәк тә асығыусы балалар өсөн ашхана аса. Ғәбдерәүефтең үтә лә хисле, моңло булыуын да билдәләү урынлы булыр. Үҙе скрипка, мандолина эшләп, ғаиләһендә лә, клубта халыҡ алдында ла сығыш яһай. Күп кенә хәтирәләрҙә уның йырға маһирлығы ла билдәләнелә. Халыҡ уның сығыштарын яратып, клубҡа йыш саҡырыр була[2].
30-сы йылдарҙағы ҡатмарлылыҡтар арҡаһында, 1931 йылда Ғәбдерәүеф Әхмәтшаһ улын эшенән сығаралар, мал-тыуарын тартып алалар, шуға ла ул ғаиләһе менән ауылдан сығып китергә мәжбүр була. Тәүҙә Петровскийҙа, артабан Өфөлә, шунан Борай районында йәшәйҙәр. Матди йәһәттән ни тиклем генә ауыр булмаһын, ата менән әсә бик татыу ғүмер итә, балаларына тейешле тәрбиә бирергә, уларҙы уҡытырға тырыша.
Ғәбдерәүеф Әхмәтшаһ улын 1938 йылдың 30 декабрендә бер ғәйепһеҙгә атып үлтерәләр. 1959 йылдың 6 мартында аҡлана[3].
Әсәһе Мәстүрә Хәбибрахман ҡыҙы - Һайран ауылы имамы Хәбибрахман Бибулат ҡыҙы, заманына күрә бик уҡымышлы кеше була, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә уҡый-яҙа белә. Хәбибрахман хәҙрәт тә Әхмәтшаһ хәҙрәтте ҡулға алған мәлдә, 1937 йылдың июлендә, ҡулға алына, РСФСР Енәйәт кодексының 58-10 һәм 58-11 статьялары буйынса хөкөмгә тарттырылып, шул йылдың июль айы аҙағында аталар. Шулай итеп, халҡыбыҙға аң-белем, әҙәп-тәүфиҡ таратыусы был ике дин әһеле, бер төрмәлә ултырып, бер үк көндә атыла һәм бер соҡорға күмелә. 1960 йылдың 8 ғинуарында икеһе лә аҡлана[4]
Роза бик бәләкәйҙән белемгә тартыла, 1-се класта тыуған ауылы мәктәбендә, 2, 3, 4-се кластарҙа Өфөнөң 14-се мәктәбендә уҡый. 1935 йылда ғаилә Борай районына күсенеү сәбәпле, Борай районы мәктәптәрендә уҡыуын дауам итә. 1937 йылдың 29 июлендә атаһы халыҡ дошманы тип ҡулға алынғас, ғаиләне ҡарау буйынса бөтә ауырлыҡ әсәй кеше елкәһенә төшә, шуға ла биш балаһы менән Мәстүрә Хәбибрахман ҡыҙы Боҙаяҙға күсенә. Балалары - Нажиә, Роза, Зәйтүнә, Айһылыу, Арыҫлан. Ул саҡта Розаға 14 йәш, ә иң бәләкәй Арыҫланға 5 йәш кенә була[2]. Боҙаяҙҙа 7-се класты тамамлап, Роза Стәрлетамаҡ педагогия училищеһына уҡырға инә. Ләкин мөмкинлек булмау сәбәпле, 16 ғына йәшендә 2-се курстан һуң Боҙаяҙға ҡайтып, башланғыс кластарҙы уҡыта башлай. Шул йылда уҡ комсомол сафына ла ҡабул итәләр үҙен. 1940 - 1941 йылдарҙа ситтән тороп Өфө педагогия училищеһында уҡый. 1942 йылда ғаиләләре менән Ишембайға ҡайтып төпләнәләр.
Хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәХеҙмәт эшмәкәрлеген Боҙаяҙ мәктәбендә башлай. Ауыр һуғыш йылдарында ғаилә Ишембай ҡалаһына күсенергә ҡарар итә. 1942 йылдың сентябрендә Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙы Ишембай ҡалаһы янындағы Ирек мәктәбендә башланғыс класс балаларын уҡытыу эшенә тотона. Күп тармаҡлы «Башҡортостан» сәнәғәт артеленең комсомол ячейкаһы секретары итеп тә һайлап ҡуялар үҙен.
Көндөҙ уҡытыу менән мәшғүл булһа, кискә табан комсомол эшенә сума: фронт өсөн арымай-талмай эшләгән артелселәрҙе, нефть промыслаһында эшләүселәрҙе маҡтап, стена гәзиттәре сығаралар, ялҡауыраҡтарын «Молнияларҙа» тәнҡитләйҙәр. Халыҡтың күңелен күтәреү өсөн концерт, спектаклдәр әҙерләү ҙә комсомол секретары еткәһенә төшә. Самолет эскадрильяһы, танк колоннаһы өсөн халыҡтан иғәнә йыйыу эшенә лә әүҙем ҡушыла[5]. Фронттағы һалдаттарға посылкалар ебәреүҙе ойоштороу ҙа комсомол ячейкаһы бурыстарының береһе була.
Бер аҙҙан уны ҡалалағы 3-сө һанлы башҡорт мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп күсерәләр. Тап ошонда эшләгән ваҡытында, уҡытыусыларҙың ҡала-район конференцияһы мәлендә, ул үҙенең ғүмерлек тормош юлдашы, райондың Йәнырыҫ ауылы егете, элекке фронтовик Нәжип Абдулхаҡ улы Маннановты осрата ла инде. Йәштәр бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнешергә була, һәм Нәжип ағай ҡәҙерле йәмәғәтен 1948 йылда үҙе эшләгән Этҡол ауылына күсереп алып ҡайта. Шулай итеп, Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙы пенсияға сыҡҡансы ошо ауыл балаларына белем бирә[6]. Ҡыҙҙары Ләләне ҡулына алғас та, Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙы оҙайлы ялда ултырып тормай, яратҡан эшенә, уҡыусылары янына ашыға һәм, әлбиттә, йәмәғәт эшенә лә сума. Өҫтәүенә төп эшенән тыш уға Маҡар районы мәктәптәренең башланғыс кластар уҡытыусырының методик берекмәһен етәкләүҙе ышанып тапшыралар. Үҙе ҡулланған алдынғы уҡытыу алымдары тураһында башҡаларға еткереү маҡсатында матбуғат баҫмаларына мәҡәләләр яҙыу эшенә лә тотона. Шулай итеп, мәҡәләләре «Учитель Башкирии» журналында, "Совет Башҡортостаны" һәм райондың "Алға" гәзиттәрендә донъя күрә башлай.
Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙы бер нисә тапҡыр Этҡол ауыл Советына депутат итеп һайлана, Этҡол ауыл Советы башҡарма комитеты ағзаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе була. Урындағы профсоюз ойошмаһы эшендә лә әүҙем ҡатнаша. 1963 йылда Башҡортостандың XIV мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы конференцияһында ҡатнаша, VI республика юғары мәктәп һәм фән эшмәкәрҙәре профсоюзы конференцияһына делегет итеп һайлана, РСФСР-ҙың Юғары мәктәп һәм ғилми учреждениелары профсоюзының республика комитеты ағзалығына Башҡортостандан бер үҙе кандидат булып һайлана һәм ике йыл буйына ике ай һайын Мәскәүгә профсоюз ойошмаһы пленумдарына йөрөй һәм пленум эшендә әүҙем ҡатнаша.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙы әүҙем йәмәғәтсе булып ҡала. Бигерәк тә Әхмәт-Зәки бабаһының тормош юлын, сәйәси, ғилми эшмәкәрлеге тураһында үҙе белгәндәрҙе халыҡҡа еткереү эшенә тос өлөш индерә. Башҡортостандың Борай, Туймазы, Ғафури райондарының, Ишембай, Октябрьск, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларының мәктәп-колледж уҡыусылары менән осрашыуҙарға Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙы үҙенең тәүге дәресенә барған кеүек тулҡынланып бара. Бүләккә альбомдар, күргәҙмә материалдар әҙерләй, үҙе яҙған шиғырҙарҙы ҡуйырға ла онотмай[7].
Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙының республиканың төрлө баҫмаларында һәм Ишембай районының «Торатау» гәзитендә әленнән-әле көн үҙәгенә һуҡҡан мәҡәләләре донъя күрә. 1989 йылда Ишембай ҡалаһының «Юрматы» башҡорт халыҡ үҙәге арҙаҡлы яҡташыбыҙ Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең 100 йыллыҡ юбилейын үткәреү тураһында юллай башлағас, иң тәүҙә уларға ярҙамға Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙы килә. Үҙәк етәксеһе Нәзир Зыя улы Хисаметдиновтың хәтерләүҙәренән:
"Рәсәй Федератив республикаһына нигеҙ һалған шәхестең исемен тыуған иленә ҡайтарыу эшен, әлбиттә, рәсми органдарға — КПСС-тың Ишембай ҡала комитетына, Ишембай ҡала Советы башҡарма комитетына, шулай уҡ Ишембайҙа вазифа биләгән туғандарына мөрәжәғәт итеүҙән башланыҡ. Әммә хуплау тапманыҡ. Шунан Вәлидиҙең туған-тумасаһын барлай торғас, „Торатау“ гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙы Маннановаға мөрәжәғәт итергә булдыҡ. Шул көндә үк тормош иптәше Нәжип Абдулхаҡ улы менән бергәләп үҙәктең киске ултырышына килеп тә инделәр. Байтаҡ ҡына урындарҙан кире яуап алғанға күрә, беҙ хатта бер аҙ шаңҡып ҡалдыҡ. Үҙҙәре менән бик күп архив материалдары алып килгәйнеләр. Бына шундай ҡыйыу апайыбыҙ булыуына ҡыуанып, башлаған эште дауам иттек. Артабан идеябыҙ тәүҙә Ишембай районы Советында (рәйесе Салауат Ғабдулла улы Булатов), артабан Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов тарафынан да хупланды."
Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙы 2001 йылда республикабыҙ төп баҫмаларының береһе булған "Башҡортостан" гәзите лауреаты булып таныла. "Йәшлек" гәзите үткәргән конкурста ла еңеүсе була. Хаҡлы ялда сағында ла республика, ҡала һәм район баҫмаларына мәҡәләләр яҙыуын дауам итә.
Матбуғатта баҫылған ҡайһы бер мәҡәләләре
үҙгәртергә- Дөрөҫлөк өҫкә сыҡты - "Торатау" гәзите, (№52, 23.12.1990 й.);
- Беҙҙе Вәлидовсылар тип эҙәрләнеләр- "Башҡортостан" гәзите, (№ 1, 01.01.1993 й.);
- Ҡара ҡырау һуҡҡан затлы сәскәләр - "Башҡортостан" гәзите, (13.07.1996 й.);
- Онотолмаҫ утыҙ етенсе... - "Башҡортостан" гәзите, (№ 10, 18.01.2006 й.);
- Беҙҙең атайҙар ниңә атылды? - "Ағиҙел" журналы, (№ 4, 1994 й.);
- Һөйөклө йәштәштәрем - "Башҡортостан ҡыҙы" журналы, (№ 8, 2002 й.);
- Этҡоломдоң йәме булған ирле-ҡатынлы Шәриповтар - "Торатау" гәзите, (14.04.2005 й.);
- Әсәйем тураһында - "Аҙна" гәзите, (20.09.2007 й.).
Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙы Маннанованың үткән быуаттың 90-сы йылдарынан алып баҡыйлыҡҡа күскәнгә тиклем 80-гә яҡын мәҡәләһе "Ағиҙел" журналы, "Башҡортостан", "Йәшлек", "Тортау, "Октябрьский вестник" гәзиттәрендә донъя күрә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1962 йыл);
- БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966 йыл);
- ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1943 йыл);
- ВЛКСМ-дың Ишембай ҡала комитетының Почёт грамотаһы (1968 йыл);
- Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығының Почёт грамоталары (төрлө йылдарҙа);
- «Профсоюздарҙа әүҙем эшләгән өсөн» билдәһе (1969 йыл);
- Республика кимәлендәге персональ пенсия (1975 йыл)
- Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге премия лауреаты (2010 йыл);
- РФ Президентының һәм БР Президентының Рәхмәт хаттары;
- Төрлө йылдарҙа район, ҡала, мәғариф бүлеге тарафынан бирелгән Почёт грамоталары.
Ғаиләһе һәм балалары
үҙгәртергәРоза Ғәбдерәүеф ҡыҙы тормош иптәше Нәжип Абдулхаҡ улы менән Ләлә исемле бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә.
Ләлә Нәжип ҡыҙы һәм уның тормош иптәше Рәжәп Хәсән улы Ишҡоловтар институттан һуңғы тәүге 15 йылда Этҡол урта мәктәбендә физика һәм математика фәндәренән уҡыта. Артабан 30 йылға яҡын икеһе лә Ишембай ҡалаһы-районының мәғариф бүлегендә эшләй. Икеһе лә - "РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы". Ләлә Нәжип ҡыҙы "Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы" исеменә лә лайыҡ була.
Уларҙың өлкән улдары Хәлил ике юғары белем алыуға өлгәшә, әлеге мәлдә Ишембайҙа һөнәре буйынса уңышлы эшләй. Кесе улдары Хәйҙәр, Өфө авиация университетын ҡыҙыл дипломға һәм аспирантура тамамлап, Өфөнөң "Транснефть" компанияһында әйҙәүсе инженер булып эшләй.
Ә хәҙерге ваҡытта улар Ишембай ҡалаһында йәшәй. Ләлә Нәжип ҡыҙы менән Рәжәп Хәсән улы, өләсәй һәм олатай булып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, һөйөнөп ғүмер итә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ишимбайская энциклопедия. (Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015 г., стр. 656. 3000 экз.);
- "Славные дочери башкирского народа" (2012 г., Уфа, изд. "Гилем" АН РБ. тир. 300 экз., 271 стр.);
- "Заслуженные люди Башкортостана" (2012 г., изд. "Пиар-Департамент РБ", тир. огр., 621 стр.)
- "Ватандаш" журналы (2001 й., № 1, "Башҡортостан" республика дәүләт нәшриәте типографияһы, тир. 6435 экз., 208 б.)
- М. Якупов. «Сотник Ишимбай» (Уфа. ГУП ГРИ «Башкортостан», 2005,стр. 126, 400 экз.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ишимбайская энциклопедия, Уфа, изд. Башкирская энциклопедия, 2005 г., стр. 30
- ↑ 2,0 2,1 Нурия Килмөхәмәтова. Минең ҡәҙерлеләрем. - Өфө, Китап, 2017. - 21-се бит
- ↑ В Книге памяти Республики Башкортостан о нём есть следующие сведения: Родился в 1896 году. По национальности — башкир. Образование — незаконченное среднее. Место работы — Бураевская контора «Заготскот», бухгалтер. 27 июля 1937 года был арестован, а 28 января 1938 года — расстрелян. Реабилитирован 6 марта 1959 года.
- ↑ Книга памяти Республики Башкортостан
- ↑ М. Якупов «Сотник Ишимбай», ГУП ГРИ «Башкортостан», 2005,стр. 128/Ударники колхозных полей, стр. 20-27
- ↑ Люциә Байназарова. Роза сәсәкәһендәй Роза апайыбыҙ. - "Торатау" гәзите, 17.04.2003
- ↑ Гөлнур Аҙнабаева. Беренсе уҡытыусыбыҙ. - "Йәшлек" гәзите, № 46, 19.04.2008