Космонавтика
Космона́втика (грек. κόσμος — ғәләм һәм ναυτική — диңгеҙ карабын йөрөтөү оҫталығы) — Ер атмосфераһынан ситтә ғәләм киңлектәрен автоматик һәм идара ителеүсе космос аппараттарын ҡулланып тикшереү өсөн навигация теорияһы һәм практикаһы. Йәғни был космосҡа осоу фәне һәм технологияһы[1].
Космонавтика | |
Вики-проект | Проект:Космонавтика[d] |
---|---|
Космонавтика Викимилектә |
Урыҫ телендә был терминды тәүгеләрҙән булып, совет ракета техникаһы пионеры Георгий Эрихович Лангемак (РСУ — «Катюша» конструкторы)[2] Ари Абрамович Штернфельдтың «Введение в космонавтику» («Initiation à la Cosmonautique») монографияһын рус теленә тәржемә иткәндә ҡуллана. А. А. Штернфельдтың монографияһында ул ваҡытта космонавтика буйынса билдәле булған бөтә мәғлүмәт йыйылған, ул ысын мәғәнәһендә космонавттар әҙерләүҙә энциклопедия, төп әсбап булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә.
Ракета төҙөү нигеҙҙәрен XX быуат башында Константин Циолковский, Герман Оберт һәм Роберт Годдард үҙ хеҙмәттәрендә булдыра. Космосты өйрәнеүҙә бик мөһим аҙым — СССР-ҙа Байконур космодромынан 1957 йылда Ерҙең тәүге яһалма юлдашын («Спутник-1») Ер тирәләй орбитаға сығарыу була.
Идара ителеүсе космонавтикаға юл һалған космонавт Юрий Гагарин — 1961 йылдың 12 апрелендә Ер яны орбитаһына сыҡҡан тәүге кеше. Юрий Гагариндың космосҡа осоуы бөтә донъя халҡын һоҡландырҙы, Советтар Союзы космосҡа юл һалған тәүге ил булып тарихта ҡалды.
1969 йылдың 21 июлендә АҠШ астронавтары иң беренсе булып үҙ аппараттарын Ай өҫтөнә ултырта һәм Ай өҫтөнә төшә. АҠШ астронавы Нил Армстронг: «Был кеше өсөн бәләкәй аҙым, ләкин кешелек өсөн бик ҙур алға һикереш», — тигән һүҙҙәр менән Ай өҫтөндә тәүге аҙымдарын яһай.
Космонавтика- теоретик техника фәне
үҙгәртергәКосмонавтикаға теоретик техника фәне булараҡ ингән бүлектәр:
- астродинамика, Ерҙең яһалма юлдаштарын өйрәнеүсе һауа механикаһы: яһалма Ер юлдаштары, Планета-ара станциялар һәм башҡа космос караптары;
- космос аппараттарының двигатель ҡоролмалары теорияһы;
- космос аппараттары конструкцияһын төҙөү;
- космос аппараттарын ҡулланыуҙа автоматик идара итеү теорияһы ;
- космос һауа торошоноң космос техникаһына һәм космонавтарға тәьҫир итеүен иҫәпләү .
Тарих
үҙгәртергәКосмосҡа сәйәхәт уйы донъяның гелиоцентрик системаһы булдырылғандан һуң тыуа. Планеталар— Ергә оҡшаш объекттар икәне асыҡлана, кеше уларға барып етеү тураһында хыяллана башлай. Иоганн Кеплерҙың «Somnium» (1609 йылда яҙылған, 1634 йылда баҫтырып сығарылған) повесы- кешенең Айға барыуы тураһындағы нәшер ителгән тәүге фантастик әҫәр. Башҡа планеталарға фантастик сәйәхәттәрҙе Фрэнсис Годвин, Сирано де Бержерак һәм башҡалар һүрәтләй.
Космонавтиканың теоретик нигеҙҙәре Исаак Ньютондың «Тәбиғи философияның математик башланғыстары» (1687) тигән хеҙмәтендә һалына. Леонард Эйлер һәм Жозеф Луи Лагранж космос арауығында есемдәр хәрәкәтен иҫәпләү теорияһына шулай уҡ һиҙелерлек өлөш индерә .
Жюль Верн «Ерҙән- Айға» (1865) һәм «Ай тирәләй» (1869) әҫәрҙәрендә Ерҙән Айға осоуҙы һауа механикаһы күҙлегенән дөрөҫ һүрәтләй, ләкин был ваҡытта осошто ойоштороу өсөн техник мөмкинлектәр булмай .
1881 йылдың 23 мартында батша Александр Икенсене үлтереүҙе әҙерләүҙә ҡатнашҡаны өсөн ҡулға алынған Н. И. Кибальчич, космосҡа оса алырлыҡ, тирбәлеүсе яныу камералы, ракета формалы осоу аппараты идеяһын ҡағыҙға теркәй. Уның ҡулъяҙмаларҙы Фәндәр академияһына тапшырыу тураһындағы үтенесе ҡәнәғәтләндерелмәй ҡала, был проект тик 1918 йылда «Былое» журналында (№ 4—5) баҫтырыла.
XIX һәм XX быуат башында «космонавтика пионерҙары» тип йөрөтөлгән Эдуард Циолковский, Фридрих Цандер, Герман Оберт, Роберт Годдард һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре булдырыла. Ракеталарҙың космос осоштары өсөн төп сара икәне, шыйыҡсала эшләүсе ракета двигателдәрен (сағыштырма импульстары ғәҙәти дары двигателдекенә ҡарағанда ҙурыраҡ), бер нисә баҫҡыслы ракета ҡулланыу теоретик яҡтан нигеҙләнә. Космоста йәшәүҙе тәьмин итеү , артыҡ көс төшөү ( перегрузка) һәм ауырлыҡ юғалтыу шарттарының (невесомость) кешегә тәьҫире ентекләп өйрәнелә.
1920— 1930 йылдарҙа тәүге шыйыҡ яғыулыҡлы эксперименталь ракеталар төҙөлә. Икенсе донъя һуғышы осоронда Германияла Фау-2 ( 1942 йылда тәүге осош була) был йәһәттән алға китеш тип атала. Фау-2 быға хәтле осоролған ракеталарҙан ҙурыраҡ була, уға осош менән идара итеү системаһы ла ҡуйыла (был донъяла тәүге идара ителеүсе ракета).
«Һалҡын һуғыш» ваҡытында ядро боеголовкаларын ҡуйыу кәрәк булғанлыҡтан ҙур ракеталар төҙөйҙәр. Континент-ара баллистик ракеталар Ерҙең тәүге яһалма юлдаштарын осороу сараларына әйләнә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Жаков А. М. Основы космонавтики. — СПб.: Политехника, 2000. — 173 с. — ISBN 5-7325-0490-7
- Меркулов И. А. Полет ракет в мировое пространство. — М.: Изд-во ДОСААФ, 1958. — 88 с.
- Тарасов Е. В. Космонавтика. — М.: Машиностроение, 1977. — 216 с.
- Циолковский К. Э. Труды по космонавтике. — М.: Машиностроение, 1967.
- Штернфельд А. А. Введение в космонавтику. — М., Л.: ОНТИ, 1937. — 318 с; Изд. 2-е. — М.: Наука, 1974. — 240 с.
- Энциклопедии по космонавтике
- Космонавтика. Малая энциклопедия. Гл. ред. В. П. Глушко. — М.: Советская энциклопедия, 1970. — 527 c.
- Энциклопедия Космонавтика. Гл. ред. В. П. Глушко. — М.: Советская энциклопедия, 1985. — 526 c.
- Всемирная энциклопедия космонавтики. В 2-х томах. — М.: Военный парад, 2002.
- Интернет-энциклопедия «Космонавтика»
Һылтанмалар
үҙгәртергә- astronaut.ru — Пилотируемый космос
- ФКА РФ 2008 йыл 28 март архивланған.
- ЕКА 2007 йыл 21 декабрь архивланған.
- НАСА
- РКК «Энергия» имени С. П. Королёва 2004 йыл 5 сентябрь архивланған.
- НПО им. С. А. Лавочкина
- ГКНПЦ им. М. В. Хруничева 2021 йыл 5 май архивланған.
- Исследовательский центр имени М. В. Келдыша
- Всероссийский детский и молодёжный центр аэрокосмического образования им. С. П. Королева Мемориального музея космонавтики (ВДМЦ АКО)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Космонавтика - Астрономический словарь . EdwART (2010). Дата обращения: 29 ноябрь 2012. Архивировано 1 декабрь 2012 года.
- ↑ Статья Эдуарда Вилля Георгий Лангемак — отец «Катюши»