Бәширов Фазылйән Бәшир улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Бәширов Фазылйән Бәшир (Дәүләтхан) улы (рус. Баширов Фазыльян Баширович (Давлетханович); 20 апрель 1923 йыл — 22 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкы яугиры. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943) кавалеры[1][2].

Бәширов Фазылйән Бәшир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 20 апрель 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Мөслим ауылы, Яңы Мөслим ауыл Советы, Мәсетле районы
Вафат булған көнө 22 ғинуар 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (19 йәш)
Ерләнгән урыны Белая Калитва
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Фазылйән Бәшир улы Бәширов 1923 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында[1] тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына 1942 йылдың июнь айында БАССР-ҙың Мәсетле районы хәрби комиссариаты тарафынан алына. 1943 йылдың 14 ғинуарынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә, 294-се кавалерия полкының 1-се эскадроны ҡылыссыһы була[1]. Лейтенант Атаев етәкселеге аҫтында 30 совет яугиры, шул иҫәптән Фазылйән Бәширов, 21 һәм 22 ғинуарҙа совет ғәскәрҙәре өсөн мөһим тактик рубежына әйләнгән 79,9 м бейеклеккә фашистарҙы ебәрмәү өсөн бөтә көсөн һәм таһиллығын һала. Ике көн эсендә 30 яугир 300 фашисты, 3 танкыны һәм бер бронемашинаны юҡ итә. Өҙлөкһөҙ контратакаларҙың береһендә рядовой Бәширов һәләк була. Батырлығы өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә (үлгәндән һуң). Ростов өлкәһе Белая калитва ҡалаһында 4-се мәктәп янындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943)[4]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә