Карандаев Александр Сергеевич

Карандаев Александр Сергеевич (20 апрель 1959 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, техник фәндәр докторы, профессор[1].

Карандаев Александр Сергеевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1959 или 20 апрель 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны СССР
Һөнәр төрө тикшеренеүсе
Эш урыны Көньяҡ Урал дәүләт университеты
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәте, шул иҫәптән монографиялары етәү[2], шулай уҡ 40-тан ашыу ғилми уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы һәм патент алған[3][4].

Биографияһы

үҙгәртергә
  Тышҡы һүрәттәр
  Фотография А. С. Карандаева

1959 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы Глуховская ауылында тыуа.

1981 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын (МГМИ, хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) «сәнәғәт ҡулайламаларын электр менән эш ләтеү һәм автоматлаштырыу» һөнәре буйынса тамамлай. 1983—1986 йылдарҙа Мәскәү энергетика институтында аспирантурала уҡый, унда 1986 йылда «Разработка тиристорных электроприводов с двухзонным регулированием скорости и улучшенными энергетическими показателями» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1994 йылда Карандаевҡа «Электротехника һәм сәнәғәт электроникаһы» кафедраһының доценты тигән ғалим исеме бирелә. 1997 декабренән алып Мәскәү энергетика институтының докторантураһына уҡырға инә, унда 2000 йылда «Автоматизированный электропривод непрерывно-реверсивного литейно-прокатного агрегата» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Александр Карандаевҡа 2001 йылда профессор дәрәжәһе бирелә. Ғалим булараҡ уның үҫешендә техник фәндәр докторы, профессорҙар И. А. Селиванов, В М. Салганик, О. И. Осипова һәм В П. Бычковтар ҙур роль уйнай.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

МТМИ-ын тамамлағас, 1981 йылда ул Магнитогорскиҙа ошо уҡ института эшләй. Докторлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, 2000 йылдан алып, Көньяҡ-Урал дәүләт университетында электр техникаһы һәм электр техникаһы системалары кафедраһы мөдире була, ә 2001—2010 йылдарҙа энергетика факультетының деканы була. Хәҙерге ваҡытта «Мехатроника һәм автоматлаштырыу» кафедраһының төп ғилми хеҙмәткәре[5] . 2012 йылдан алып РФ Электротехника академияһының ағза-корреспонденты.[6].

Шулай уҡ мөхәрририәт-нәшриәт эшендә ҡатнаша:

  • 1996 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — юғары уҡыу йорттарының «Электротехника комплекстары һәм системалары» үҙ-ара ғилми хеҙмәте мөхәрририәте коллегияһы ағзаһы;
  • 2007 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — «Известия вузов. Электромеханика» мөхәрририәт коллегияһының ағзаһы;
  • 2013 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — «Вестник Южно-Уральского государственного университета. Серия Энергетика» журналының ғилми мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы, .

А. С. Карандаев фәнни тикшеренеүҙәре илдең металлургия предприятиеларының технологик процесына ҡағыла. Уның күп эштәре Магнитогорск металлургия комбинатына индерелгән.

Карандаев етәкселегендә 10-дан артыҡ кандидатлыҡ диссертацияһы, 3 докторлыҡ диссертацияһы уңышлы яҡлана[1].

«Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреү почетлы хеҙмәткәре» (2003), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендә йәш ғалимдар өсөн премияһы лауреаты[7] (2007, коллектив етәксеһе сифатында), Силәбе өлкәһе Губернаторы премияһы лауреаты[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә