Сармат мәҙәниәте

б. э. т. IV—II быуаттарҙа Евразия далаларының археологик мәҙәниәте

Сармат мәҙәниәте (икенсе атамаһы Прохоровка мәҙәниәте) — беҙҙең эраға тиклем IV—II быуаттарҙа Евразия далаларының археологик мәҙәниәте, уның өсөн Ырымбур өлкәһе Шарлыҡ районының Прохоровка ауылы янында С. И. Руденко ҡаҙып тапҡан ҡурғандар комплексы хас.

Сармат мәҙәниәте
Барлыҡҡа килгән Сарматтар һәм Үҙәк Азия

М. И. Ростовцев Прохоровка ҡурғандарын беҙҙең эраға тиклем IV—III быуаттар менән билдәләй һәм уларҙың барлыҡҡа килеүен көнсығыш күрше скифтар — сарматтар (савромат-сармат берлеге) менән бәйләй. 1927—1929 йылдарҙа Б. Н. Граков Түбәнге Волга һәм Көньяҡ Урал итәгендәге Прохоровкалағыға оҡшаш археологик ҡомартҡыларҙы Прохоровка (савромат-сармат) баҫҡысына берләштерә һәм уны б. э. т. IV—II быуаттар менән билдәләлй.

Сармат мәҙәниәтен булдырыусыларҙың килеп сығышы

үҙгәртергә

Сармат мәҙәниәтен булдырыусы халыҡтың килеп сығышына ҡарата ике төрлө ҡараш бар:

  1. Беҙҙең эраға тиклеи IV быуат аҙағына тулыһынса формалашҡан сармат мәҙәниәте нигеҙендә Көньяҡ Урал итәгендәге урындағы савромат мәҙәниәте һәм Урал аръяғының, Ҡаҙағстан һәм, бәлки, Арал буйының[1] урман-далалары ҡәбиләләре алып килгән компоненттар (Эткол, Гороховка мәҙәниәттәре) ята. IV быуат аҙағында йәки беҙҙең эраға тиклем IV—III быуаттар сиктәрендә Көньяҡ Уралда йәшәгән күсмә халыҡтар тотошлайы менән көнбайышҡа Түбәнге Волга буйына һәм бик аҙ ғына өлөшө төньяҡҡа, көньяҡҡа һәм көнсығышҡа табан күсененә. Көнсығыштан килгән күсмә халыҡ Түбәнге Волга буйында өлөшләтә урындағы савромат ҡәбиләләренә ҡушыла, ә бер өлөшө урындағы халыҡты Аҙау буйына һәм Кавказ тауының көнбайыш итәгенә ҡыҫырыҡлай, унда улар һуңынан сираҡ күсмә берләшмәһе нигеҙен тәшкил итә. Көньяҡ Урал Прохоровка мәҙәниәтенең Түбәнге Волга соврамат мәҙәниәте менән ҡушылыуы Көньяҡ Урал итәгендәге һәм Волга-Дон төбәгендәге табылған ҡомартҡыларҙың ҡайһы берҙәренең берҙәм мәҙәниәт сиктәрендә бер ни тиклем айырылып тороуы билдәләнелә.
  2. Көньяҡ Урал итәгендәге сармат мәҙәниәте иртә Прохоровка мәҙәниәте иҫәбенә формалаша, ә Түбәнге Волгалағы савромат мәҙәниәте шул уҡ ваҡытта үҙаллы берлек булараҡ айырым үҫешә[2].

Палеогенетика

үҙгәртергә

II—III быуаттарҙа Төньяҡ Кавказда Бесланда йәшәгән сармат мәҙәниәтенең ике вәкилендә Y-хромосома гаплогруппаһы j1 (M267+) һәм митохондриаль гаплогруппаһы H1c21 һәм K1a3 булараҡ билдәләнелде. II—IX быуаттарҙың сармат-алан этник бүлексәләре менән бәйле антропологик материалдарҙы анализлау түбәндәге Y-хромсома гаплогруппаларының булыуын иҫбатланы: G2a (P15+), R1a1a1b2a (Z94+, Z95+), J1 (M267+) и J2a (M410+). Ҡатын-ҡыҙ линияһын түбәндәге митохондриаль гаплогруппалар иҫбатлай: I4a, D4m2, H1c21, K1a3, W1c һәм X2i. Үҙ сиратында, аутосомный маркёрҙарҙы тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, төрлө йүнәлештәрҙә ҡушылмалар булыуға ҡарамаҫтан, дөйөм алғанда был мәғлүмәттәрҙә типик Европа генотибы бар[3].

Библиография

үҙгәртергә
  • Граков Б. Н. ГYNAIKOKPATOYMENOI (Пережитки матриархата у сарматов)//ВДИ, 1947. № 3;
  • Смирнов К. Ф. Савроматы. М., 1964;
  • Пшеничнюк А. Х. Культура ранних кочевников Южного Приуралья. М., 1983;
  • Скрипкин А. С. Азиатская Сарматия. Саратов, 1990.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мошкова М. Г. Памятники прохоровской культуры//САИ,1963.Д. 1-10
  2. Уральская историческая энциклопедия. — УрО РАН, Институт истории и археологии. Екатеринбург: Академкнига. Гл. ред. В. В. Алексеев. 2000.
  3. Афанасьев Г. Е., Ван Л., Вень Ш., Вэй Л., Добровольская М. В., Коробов Д. С., Решетова И. К., Ли Х., Тун С. Хазарские конфедераты в бассейне Дона // Тезисы докладов на Всероссийской научной конференции «Естественнонаучные методы исследования и парадигма современной археологии». М.: ИА РАН. 2015, С.9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә