Чанышева Фәниә Ғәбделғафар ҡыҙы

башҡорт яҙыусыһы һәм шағирә, журналист, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1980), Ғ. Рамазанов исемендәге премия лауреаты
(Чанышева Фәниә Ғафар ҡыҙы битенән йүнәлтелде)

Чанышева Фәниә Ғәбделғафар ҡыҙы (1 сентябрь 1926 йыл14 апрель 2018 йыл) — уҡытыусы, журналист һәм шағир, йыр текстары авторы. 1980 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан китап нәшриәтенең элекке мөхәррире һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының элекке хеҙмәткәре. Ғилемдар Рамазанов исемендәге премия лауреаты (2006).

Фәниә Чанышева
Тыуған көнө:

1 сентябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (97 йәш)

Тыуған урыны:

Бүздәк районы Күҙәй ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Йүнәлеше:

шағир

Жанр:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Биографияһы үҙгәртергә

Фәниә Ғәбделғафар ҡыҙы Чанышева 1926 йылдың 1 сентябрендә Бүздәк районы Күҙәй ауылында тыуған. Ауылдарында урта мәктәп тамамлай. Артабан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына (бөгөн Башҡорт дәүләт университеты) уҡырға керә.

1949 йылда Ҡыйғы районы Абзай мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.

Институтта бергә уҡыған һабаҡташы — яугир-шағир Ғилемдар Рамазанов менән ғаилә ҡороп, Өфөгә ҡайтҡас, Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең дәреслектәр бүлегендә мөхәррир, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында әҙәби хеҙмәткәр вазифаларын башҡара.

Ғаиләһендә өлгөлө әсәй, уңған хужабикә булараҡ, тормош иптәше менән бына тигән ике ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Гөлшат — журналист, Гөлназ — ғалим, педагогия университетында уҡыта, улдары Илдар — инженер-технолог.

Фәниә Ғәбделғафар ҡыҙы — ун китап авторы (арала шиғыр, проза әҫәрҙәре йыйынтыҡтары ла бар). «Иҫтә, һаман да иҫтә», «Боҙ һәм ялҡын», «Һаумы, яҡты көн», «Мөхәббәт менән осрашыу», «Һағышлы һуҡмаҡтар», «Ғүмерҙең яҡты миҙгелдәре» кеүек был рухи хазиналарҙы төрлө йәштәге әҙәбиәт һөйөүселәр бик яратып ҡабул итте.

Ижадсы һәм уның китаптары тураһында үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар үҙгәртергә