Йосопов Ислам Йосоп улы

инженер-радиотехник. Техник фәндәр докторы (1971), профессор (1978). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре

Йосопов Ислам Йосоп улы (1 сентябрь 1924 йыл16 апрель 1991 йыл) — инженер-радиотехник. Техник фәндәр докторы (1971), профессор (1978). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1].

Йосопов Ислам Йосоп улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 сентябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Буралы, Этәй ауыл Советы (Илеш районы), Илеш районы
Вафат булған көнө 16 апрель 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер
Эшмәкәрлек төрө Радиотехника
Эш урыны ӨДНТУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы медаль «За боевые отличия»

Биографияһы

үҙгәртергә

Ислам Йосоп улы Йосопов 1924 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Буралы ауылында тыуа[1]. 1942 йылдың июнендә хәрби хеҙмәткә алына һәм Харьков хәрби авиация училищеһы курсанты итеп ҡабул ителә. Уны тамамлағандан һуң 1944 йылдың июнендә 14-се һауа армияһының хәрби осоштарын тәьмин итеүсе 81-се карап авиа төркөмөнө взводы командиры вазифаһына ебәрелә[2]. Шул уҡ йылда Харьков лётчик-күҙәтеүселәр һәм штурмандар хәрби авиация училищеһын, 1952 йылда Рига хәрби-диңгеҙ авиация элемтә училищеһын тамамлаған. 1942 йылдан алып СССР Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт иткән: 1952 йылдан башлап Прилуки ҡалаһында Алыҫ араға осоусы авиацияла радиолокация сараларын эксплуатациялау буйынса инженер, 1962 йылда Воронеж ҡалаһында — СССР Оборона министрлығы ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. 1972 йылдан алып Өфө нефть институтында эшләй: өлкән ғилми хеҙмәткәр, профессор, производство процестарын автоматлаштырыу кафедраһы, 1978 йылда — автоматлаштырылған идара итеү системалары кафедраһы мөдире. Уның етәкселегендә илдә тәүге автоматлаштырылған идара итеү системалары кафедраларының береһе асыла, унда 1974 йылда инженер-системотехниктар әҙерләнә башлай[3].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы техник объекттар менән автоматлаштырылған идара итеү системаларын уйлап табыуға бәйле. Йосопов тарафынан билдәһеҙлек һәм сикле ресурс шарттарында идара итеү буйынса автоматлаштырылған ҡарар ҡабул итеү методологияһы эшләнгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап табыу авторы.[4]. СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының физика һәм математика бүлексәһенең ғилми-техник советы ағзаһы була[2].

1991 йылдың 16 апрелендә Өфөлә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Төп хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Автоматизированные системы принятия решений. М., 1983; Автоматизированное управление ситуациями в агропромышленном комплексе. Уфа, 1988 (авторҙ.).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә