Клемент Александр Васильевич
Викидатала элемент тултырылмаған |
Клемент Александр Васильевич (1 сентябрь 1948 йыл) — архитектор, йәмәғәт эшмәкәре. 1985 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. 1988—2008 йылдарҙа «Архпроект» йәмғиәтенең директоры һәм генераль директоры. 1994—1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе. Рәсәйҙең почётлы архитекторы[1]. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Васильевич Клемент 1948 йылдың 1 сентябрендә Ҡырғыҙ ССР-ының Ҡаджи-Сай ҡасабһында тыуған.
Свердловск архитектура инcтитутын тамамлаған (1978).
1966—1971 йылдарҙа һәм 1981—1983 йылдарҙа — Шилка, Свердловск (хәҙер Екатеринбург) ҡалаларҙа сәнәғәт предприятиеларында, 1978—1980 йылдарҙа. «Башкиргражданпроект» институтында, 1983 йылдан алып БАССР-ҙың Төҙөлөш эштәре буйынса дәүләт комитетында эшләй.
1988 йылда — «Архпроект» ЯАЙ директоры, 1991—2008 йылдарҙа — генераль директоры.
Билдәле Өфө архитекторы Леонид Дубинский «Архпроект» етәксеһе Александр Клемент тураһында үҙенең интевьюһында түбәндәгене һөйләне[2]:
… «Архпроект» барлыҡҡа килгән ваҡытта әле «шәхси предприятие» тигән төшөнсә булманы. Башта «Архпроект» Бөтә Союз берләшмәһе" булараҡ ойошторола. 1988 йылда был предприятиеның директоры итеп Александр Васильевич Клемент тәғәйенләнә. Башта беҙ һәр кем үҙ ойошмаһында эшләп, уның менән былай ғына хеҙмәттәшлек иттек. Әммә ваҡыт үтеү менән ҡыҙыҡлы эш арта барҙы. Шул осорҙа булдырылған кооператив хәрәкәте беҙҙең алда иҫ киткес перспектива аса ине. Беҙ бер-бер артлы Александр Клементҡа күсә башланыҡ. Шулай итеп, «Архпроект» ижади фирмаһы барлыҡҡа килде. Был проект менән параллель рәүештә башҡа кооперативтар ҙа ойошторола ине. Дәүләт предприятиеларының да сигенергә уйҙары юҡ, йәшәүе бик ауыр ине. Бер яҡтан, эш бик күп, икенсе яҡтан — бик ҡаты конкуренция. Беҙҙең директорҙың яҡшылап уйланған сәйәсәте арҡаһында предприятие… үҙенә исем яһаны. Беҙгә бик ҡыҙыҡлы ижади заказдар килә башланы. Был ябай ғына уңыу түгел ине. "Архпроект"тың абруйы бөртөкләп йыйылды. Бөгөн «Архпроект» ижади төркөмө Өфөлә иң алдынғы архитектура фирмаһы тип икеләнмәйенсә әйтеп була.
Бер үк ваҡытта 1994—1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе.
Республика ауылдарында торлаҡ төҙөлөшөн урындағы материалдарҙан башҡарыу буйынса проект тәҡдимдәрен индерә, торлаҡ һәм йәмәғәт биналары, шул иҫәптән Салауат Юлаев музейы (1991; Л. В. Хихлуха менән берлектә), проекттарын эшләй. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).
А. В. Клемент — архитектура профессиональ мөхиттә билдәле шәхестәрҙең береһе булараҡ Өфө ҡала советына Үрге Сауҙа майҙаны (Верхнеторговая площадь) территорияһында бейеклекте һаҡлау буйынса мөрәжәғәтнамәгә ҡул ҡуя. Клемент һәм уның фекерҙәштәре ҡунаҡхана комплексының һәм бизнес-үҙәктең төҙөлөүе ҡотолғоһоҙ рәүештә транспорт коллапсына алып киләсәк тип хәүеф белдерәләр[3]. Архитекторҙар фекеренсә, дисгармониялы офис бинаһы үҙенә иғтибарҙы йәлеп итәсәк һәм Өфө каруанһарайының (Гостиный двор) тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы булып һаналған сауҙа рәттәрен һаҡлау буйынса күп йыллыҡ хеҙмәтте юҡҡа сығарасаҡ.
Өфө каруанһарайының янында ҡунаҡхана бейек бинаһы төҙөлөүгә ризаһыҙлыҡ белдерә һәм 2014 йылдың 1 февралендә Башҡортостан Республикаһының архитекторҙар Союзынан, шулай уҡ Рәсәй архитекторҙар Союзынан сығыу тураһында ғариза яҙа[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://arhufa.ru/firm/ Творческая архитектурная фирма «Архпроект»
- ↑ http://www.bmag.ufapress.com/materialy/architecture17_2008/ 2017 йыл 29 сентябрь архивланған. АРХИТЕКТУРА БИЗНЕСА
- ↑ http://index/ufimskie-arhitektory-obshestvenniki-vistupili-proliv-stroitelstva-21-etagnoj-visotkihtml/(недоступная ссылка)
- ↑ http://ufa1.ru/text/gorod/753744.html Александр Клемент
Һылтанмалар
үҙгәртергә- КЛЕМЕНТ Александр Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Александр Клемент: Союз архитекторов РБ одобрил безобразные проекты
- Творческая архитектурная фирма «Архпроект»
- Свечку ставить некуда(недоступная ссылка)
- АРХИТЕКТУРА БИЗНЕСА 2017 йыл 29 сентябрь архивланған.