Сафиуллин Ғабдулхаҡ Кашаф улы
Сафиуллин Ғабдулхаҡ Кашаф улы (1 сентябрь 1934 йыл) — табип. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1976). Мәсетле районының почётлы гражданы (2009).
Сафиуллин Ғабдулхаҡ Кашаф улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 сентябрь 1934 (90 йәш) |
Тыуған урыны | Оло Ҡыҙылбай, Әләгәҙ ауыл советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | табип |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт медицина институты |
Әүҙемлек урыны | Ҡарағай шифаханаһы |
Биографияһы
үҙгәртергәҒабдулхаҡ Кашаф улы Сафиуллин 1934 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Мәсетле районы Оло Ҡыҙылбай ауылында тыуған.
Оло Ҡыҙылбай һигеҙ йыллыҡ, Әләгәҙ урта мәктәбен тамамлаған.
1954 йылдан Карл Маркс исемендәге колхозда эшләй.
1964 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай һәм шул уҡ йылды Әләгәҙ участка больницаһының баш табибы вазифаһына тәғәйенләнә.
1968 йылдан Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район больницаһында ренгенолог булып эшләй.
1969 йылда[1] «Ҡарағай» шифаханаһының баш табибы итеп тәғәйенләнә, 1984 йылдан шул шифаханала ординатор булып эшләй.
1997 йылдан ҡабаттан Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район больницаһында ренгенолог булып эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1976)
- Мәсетле районының почётлы гражданы (2009).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Район энциклопедияһында «1980 йылдан» тип хаталы күрһәтелгән, дөрөҫ дата «Ҡарағай» шифаханаһының сайтында яҙылған
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9