Мәсәғүт уҡытыусылар институты

Мәсәғүт уҡытыусылар институты —СССР-ҙа берҙән-бер ауыл уҡытыусылар институты була.

Мәсәғүт уҡытыусылар институты
(МУИ)
Халыҡ-ара исеме

Bashkir State University

Нигеҙләнгән

1949

Төрө

СССР-ҙа берҙән-бер ауыл уҡытыусылар институты

Урынлашыуы

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Башҡорт АССР-ы

Мәсәғүт ҡыҙҙар прогимназияһы 1907 йылдың 23 сентябрендә Златоуст өйәҙе Мәсәғүт ауылында 4 класлы ҡыҙҙар прогимназияһы асыла. Башта ул Айыҡлыҡты ҡурсалаусы ойошмаға бирелгән (попечительство трезвости) халыҡ йортонда урынлаша, ә 1910 йылда ул 2 ҡатлы матур кирбес бинаға күсә. Прогимназия етәксеһе (начальница) итеп Петербургтағы асылда университет белеме биргән Бестужев ҡатын-ҡыҙҙар курстарын тамамлаған арифметика һәм география уҡытыусыһы Анна Михайловна Вяткинаны тәғәйенләйҙәр.

Асылғандан һуң, унда уҡыусылар һаны 147 булһа, 6 йылдан 182 уҡыусы ҡыҙ була. Һәр уҡыусынан йылына 15 һум аҡса түләгән. Дини предмет Закон божий, рус теле, рус тарихы, география, тәбиғәт белеме, арифметика, таҙа яҙыу, рәсем һ.б. уҡытылған.

Мәсәғүт ҡыҙҙар прогимназияһы оҙаҡ эшләмәй. Рәсәйҙә тоҡанған революция ваҡиғалары менән бәйле, 1918 йылда большевиктар бөтә уҡытыусыларҙы ла Златоуст өйәҙенән ситкә күсеререү һәм прогимназияны ябыу тураһында бойороҡ бирә.

Башҡорт АССР-ы — РСФСР составында тәүге милли-территориаль ҡоролоштарҙың береһе, яйлап күп тармаҡлы иҡтисади һәм мәҙәни үҙәккә әйләнә барҙы.

Республиканың артабанғы ижтимағи-иҡтисади һәм мәҙәни үҫеше өсөн юғары квалификациялы кадрҙар кәрәк була.

1932 йылдан 1956 йылға тиклем БАССР-ҙа 5 уҡытыусылар институты эшләй, улар түбәндәге үҫеш этабын үтә: I этап: 1934—1940 йй. -уҡытыусылар институттарының барлыҡҡа килеүе һәм ойошторолоуы; II этап: 1940—1945 йй. — уҡытыусылар институттарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында аяҡҡа баҫыуы һәм үҫеше; III этап: 1946—1956 йй. — уңышлы эштәр башҡарып, педагогия институттары итеп үҙгәртелеүҙәре.

Башҡорт АССР-ында уҡытыусылар институттарының бөтә типтары:

  • Үҙ аллы уҡытыусылар институттары: Бөрө, Сәтрлетамаҡ, Мәсәғүт уҡытыусылар институттары;
  • Педагогия институттары эргәһендәге уҡытыусылар институты (К. А. Тимирязев исемендәге БДПИ эргәһендәге Өфө уҡытыусылар институты);
  • Сит ил телдәре уҡытыусылар институттары (Өфө (Бәләбәй) сит ил телдәре уҡытыусылар институты) булған.

Мәсәғүт башҡорт педагогия техникумы

үҙгәртергә

1929 йылда Мәсәғүт башҡорт педагогия техникумы асыла, был уҡыу йорто Башҡортостандың уҡытыусы кадрҙарына ҡытлыҡ кисергән ҡалалары өсөн һәм тимер юлдарынан алыҫ урынлашҡан ауыл райондарына уҡытыусылар әҙерләп сығарырға тейеш була. Техникумда директорҙар Зияи һәм Тимашев етәкләгән татыу һәм рухи береккән уҡытыусылар коллективы эшләй.

1932 йылда, тәүге сығарылыш йылында, 18 уҡытыусы әҙерләп сығарыла. Уны тамамлаусылар, техникумдың тәүге йылдарынан уҡ, үҙҙәренең хеҙмәткә яҡшы әҙерлеге, әүҙемлеге һәм маҡсатҡа ынтылыусанлығы менән айырылып торҙо. Техникумда уҡыусыларҙың комсомол һәм профсоюз ойошмаһы була. Мәсәғүт педагогия техникумы бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла эшмәкәрлеген туҡтатманы[1].

Мәсәғүт уҡытыусылар институты

үҙгәртергә

1949 йылда ике бүлектән: рус теле һәм әҙәбиәте һәм физика-математика бүлектәренән торған Мәсәғүт уҡытыусылар институты асыла.

Мәғариф Министрлығы Мәсәғүт педагогия техникумы директоры итеп тәжрибәле һәм бик абруйлы педагог Әбушаһмин Абдулла Вәлиулла улын тәғәйенләй. Директорҙың уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эш буйынса урынбаҫары итеп Липин Василий Терентьевич ҡуйыла. Ситтән тороп уҡыу бүлеге буйынса директор урынбаҫары — Сидоров Андрей Георгиевич була.

1951 йылда Мәсәғүт уҡытыусылар институтының тәүге сығарылышы 112 кешенән тора. Институт эшләгән дәүерендә, 1956 йылға тиклем, 695 уҡытыусы әҙерләп сығара.

Институтта Николай Васильевич Троицкий етәкселегендә студенттарҙың нәфис һәүәҫкәр ижады ҙур үҫеш ала.

1956 йылда институт педучилище итеп үҙгәртелә. Мәсәғүт уҡытыусылар институты үҙ аллы институт тибына ҡараған тинек. Уның тағы бер үҙенсәлеге иғтибарға лайыҡ — ул СССР-ҙа берҙән -бер ауыл уҡытыусылар институты була[2].

Уҡытыусылар институттарының әһәмиәте

үҙгәртергә

Дөйөм алғанда уҡытыусылар институттары Башҡортостандың һәм күрше Силәбе, Ырымбур һәм Сведлов өлкәләре өсөн уҡытыусы кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индерҙеләр. Улар ете йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәптәр өсөн тиҙ арала уҡытыусылар әҙерләү эшен башҡарҙы, милли интеллигенция кадрҙарын әҙерләне. Улар совет юғары белем системаһын булдырыу нигеҙе, үҙенсәлекле тәжрибә майҙансығы булды. Күпселек уҡытыусылар институттары базаһында артабан педагогия институттары һәм университеттары ҡалҡып сыҡты.

Башҡортостанда совет осоронда булдырылған уҡытыусылар институттары 1934—1956 йылдарҙа эшләне, мәжбүри ете йыллыҡ белем биреү законын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индерҙе, нигеҙҙә 1-4 класс уҡытыусыларын ғына түгел, 5-7 класс уҡытыусыларын да әҙерләне.

1946 йылда башланғыс кластарҙа 49 % уҡытыусы талап ителгән белемгә эйә булһа, 1951/1952 уҡыу йылына был күрһәткес 94 %-ҡа күтәрелә. Бының менән бер рәттән юғары белемле педагогик кадрҙарҙы әҙерләүҙә лә уңышҡа өлгәшелә.

1946 йылда 8-10 кластарҙа 37 % уҡытыусы юғары белемгә эйә булһа, 1952 йылда — 76 % уҡытыусы юғары белемле була.

Урта мәктәп директорҙарының кадр составы яҡшыра: 1946 йылда директорҙарҙың 50 %, ә 1952 йылда 85 % юғары белемле була.

Етәкселәре

үҙгәртергә
  • директоры Әбүшаһмин Абдулла Вәлиулла улы
  • директор урынбаҫары Липин Василий Терентьевич
  • диретор урынбаҫары Сидоров Андрей Георгиевич

Структураһы

үҙгәртергә
  • рус теле һәм әҙәбиәте бүлеге
  • физика-математика бүлеге

Мәсәғүт уҡытыусылар институтын тамамлаған билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә