Әминев Әхмәт Ғата улы

Әминев Әхмәт Ғата улы (1 сентябрь 1924 йыл20 сентябрь 1999 йыл) — СССР-ҙың партия, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1965—1973 йылдарҙа КПСС-тың Дүртөйлө район комитетының беренсе секретары, 1973—1982 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығы министры, 1982—1986 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты проректоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1972). РСФСР-ҙың VI саҡырылыш Юғары Советы, БАССР-ҙың VII—X саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Әминев Әхмәт Ғата улы
Тыуған көнө

1 сентябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы,
Йәрмәкәй районы,
Тарҡаҙы ауылы

Вафат булған көнө

20 сентябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (75 йәш)

Вафат булған урыны

Рәсәй, Өфө

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1966
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхмәт Ғата улы Әминев 1924 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы) Тарҡаҙы ауылында тыуған. Милләте — башҡорт.

Дәүләкән ауыл хужалығы техникумының өсөнсө курсын тамамлай, Үзбәк ССР-ының Коканд ҡалаһы уҡытыусылар институтының физика һәм математика уҡытыусылары әҙерләү буйынса бер йыллыҡ курсында уҡый. Шунан һуң 1941 йылда Ҡараҡалпаҡ АССР-ының Түрткүл ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1942 йылда Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы алты айлыҡ курсты тамамлағандан һуң, 1943 йылдың декабрендә Йәрмәкәй ВЛКСМ район комитетының беренсе секретары итеп һайлана, КПСС-тың Йәрмәкәй район комитеты аппаратында яуаплы вазифалар биләй. 1949 йылдың авгусында ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы ике йыллыҡ өлкә партия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр.

Өлкә партия мәктәбен тамамлағандан һуң, 1951 йылда Әминев Әхмәт Ғата улы Илеш район комитеты секретары, икенсе секретары, ә һуңынан беренсе секретары, Туймазы территориаль-производство колхоз-совхоз идаралығы парторгы (1962), Илеш производство колхоз-совхоз идаралығы партия комитеты секретары итеп һайлана.

1964 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Иҡтисад фәндәре кандидаты.

19651973 йылдарҙа КПСС-тың Дүртөйлө район комитетының беренсе секретары булып эшләй.

1964 йылда эреләтелгән Илеш районы колхоздары дәүләткә 924,5 мең центнер иген һатып, планды 130,2 процентҡа үтәйҙәр. 1965 йылда Дүртөйлө районы колхоздары 54,3 мең гектар майҙанда гектарынан 16,4 центнер иген уңышы алыуға өлгәшә. Дәүләткә 371,9 мең центнер иген һатып, планды 143 процентҡа үтәйҙәр. 1965 йылда район колхоздары ит әҙерләү буйынса планды 104 процентҡа, һөт — 114,3 процентҡа, йомортҡа — 121,4 процентҡа, йөн — 100 процентҡа, шәкәр сөгөлдөрө — 100,7 процентҡа, йәшелсә — 100,4 процентҡа үтәй.

Бойҙай, арыш, ҡарабойҙай, башҡа иген һәм мал аҙығы культураларын етештереүҙе һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа өлгәшкән уңыштары һәм техниканы юғары етештереүсәнлекле ҡулланғаны өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 23 июнендәге указы менән, Әминев Әхмәт Ғата улына Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

19731982 йылдарҙа Әминев Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығы министры булып эшләй. 1982 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Социалистик Хеҙмәт Геройы Башҡортостан ауыл хужалығы институты (хәҙер — Башҡортостан дәүләт аграр университеты) проректоры булып эшләй. Ул бер нисә брошюра яҙа, унда үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

КПСС ағзаһы. КПСС-тың XXIII съезы делегаты[1]. РСФСР-ҙың VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1963—1967)[2].

Башҡорт АССР-ы Юғары Советының етенсе, һигеҙенсе, туғыҙынсы, унынсы саҡырылыш депутаты (1967—1985).

1999 йылдың 20 сентябрендә вафат була, Дүртөйлө ҡалаһында ерләнгән.

Наградалары

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы.
  • Республика үҫешенә ҙур өлөш индергән өсөн Әминев Әхмәт Ғата улы Ленин ордены (1966), Октябрь Революцияһы ордены (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976), Халыҡтар дуҫлығы ордены (1981), «Почёт Билдәһе» ордены(1957), күп хөкүмәт наградалары менән бүләкләнгән.

Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә