Эдгар Райс Берроуз
Э́дгар Райс Бе́рроуз (ингл. Edgar Rice Burroughs; 1875 йылдың 1 сентябре, Чикаго, Иллинойс, АҠШ — 1950 йылдың 19 марты, Энсино, Калифорния, АҠШ) — pulp-журналдар дәүерендә Тарзан һәм Джон Картер тураһындағы китаптары менән билдәлелек яулаған Америка яҙыусыһы. XX быуатта фәнни фантастика, фэнтези жанрҙарының үҫешенә ҙур йоғонто яһай.
Эдгар Райс Берроуз | |
Edgar Rice Burroughs | |
Тыуған урыны: | |
---|---|
Вафат булған урыны: |
Энсино, Лос-Анджелес, Калифорния, |
Эшмәкәрлеге: | |
Ижад йылдары: |
1912—1950 |
Жанр: |
фәнни фантастика, фэнтези, мажаралы әҙәбиәт |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
инглиз |
Дебют: |
«Марс айҙары аҫтында» |
Биографияһы
үҙгәртергәҒаиләһе
үҙгәртергәЭдгар Райс Берроуз 1875 йылдың 1 сентябрендә Чикагола (Иллинойс, АҠШ) Джордж Тендер Берроуз һәм Мэри Эвалайн Зайгер ғаиләһендә тыуған. Эдгарҙың атаһы, граждандар һуғышы ветераны, Төньяҡ берлек армияһының майоры, һуғыштан һуң уңышлы эшҡыуар булып китә, шарап ҡыуыу һәм гальваник элементтар етештереү менән шөғөлләнә. Эдгар ғаиләлә дүртенсе бала була. Уның ике ағаһы Йель университетын тамамлай.
1900 йылдың 1 ғинуарында Эдгар Берроуз Эмма Сентенния Халбертҡа өйләнә. Уларҙың ике улы, бер ҡыҙы тыуа.
Яҙыусылыҡҡа тиклемге осор
үҙгәртергәУҡыуҙы Эдгар Браун мәктәбендә башлай. Был уҡыу йорто дифтерия ваҡытында карантинға ябылғас, малайҙы Маплхерст ҡыҙҙар мәктәбенә, ә һуңынан Эндовер гарвард мәктәбенә күсерәләр. Уны тамамлағас, Мичиган хәрби академияһына уҡырға инә. Аҙаҡ Эдгар Берроуз бөтә был мәктәптәрҙә уны грек һәм латин телдәренә өйрәтеүҙәрен, ә инглиз теле курстарының булмауы хаҡында иҫкә ала. Уның ҡарауы, хәрби академияла Эдгар һыбай йөрөргә өйрәнә. Эдгар Берроуз 1895 йылда хәрби академияны тамамлай һәм Вест-Пойнтҡа инеп маташа, әммә имтихандарҙы тапшыра алмай. Мажаралар эҙләп, 1896 йылдың майында Берроуз кавалерияға яҙыла. Әммә ҡайнап торған хәрби тормош һәм апачтар менән алыштар урынына уны Аризона штатындағы Грант фортында тик ятыу көткән була. Шуға күрә ул өс айҙан һуң атаһына ярҙам һорап хат яҙа, ләкин тағы ете айҙан һуң ғына кавалериянан ҡотола. Демобилизациянан һуң буласаҡ яҙыусы оҙаҡ ваҡыт Айдахола һыйыр көтә. Шунан ул Айдахо штатында һатыусы була, Орегонда алтын йыуыуҙа, Солт-Лейк-Ситиҙа полицияла эшләй, Чикаго контораларында клерк, хисапсы, коммивояжер һөнәрен башҡара, Ҡытайға һыбай йөрөү буйынса инструктор булып сығып китә яҙа, хатта тағы армияға яҙылырға ла уйлай. Даими рәүештә үҙ предприятиеһын булдырырға маташа, әммә уңышһыҙлыҡҡа тарый.
Яҙыусылыҡ эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1911 йыл. 35 йәшлек уңышһыҙ эшҡыуар, әле генә сираттағы клиентын юғалтып, кис көнө буш офиста ябай ҡәләм менән хисап бланкының артҡы яғында ... фантастик роман яҙа. Ниндәйҙер мөғжизә менән Марсҡа, эшлекле Чикагоға ла, «картуфлы» Айдахоға ла бөтөнләй оҡшамаған мажаралар донъяһына барып төшкән кеше тураһында роман. Был әҫәрен ул, баҫылып сығырына өмөтө бик ҙур булмаһа ла, «All Story» журналына ебәрә.Был журналдың мөхәррире Томас Ньюэлл Меткаф ҡулъяҙманы ҡабул итә, Берроузға 400 долларға чек яҙып бирә. Роман алты һанда (февралдән июлгәсә) баҫылып сыға. Уҡыусыларҙың күңеленә Джон Картер образы хуш килә. Берроуздың икенсе романы «Маймылдар ҡәүеменән Тарзан» (ингл. «Tarzan of the Apes») уның иң танылған циклын асып ебәрә. «All Story»ҙа ул 1912 йылда баҫыла, ә 1914 йылда «Маймылдар ҡәүеменән Тарзан» айырым китап булып сыға һәм Берроуздың күп йыллыҡ уңышлы нәшер ителеүе башлана. «McClurg» тиҫтә ярым йыл эсендә йыл һайын әҙиптең кәмендә бер романын баҫтырып сығара. Улар Тарзан, Джон Картер, Ер ҡабығы аҫтында урынлашҡан Пеллюсидар донъяһы хаҡында була, йәки башҡа тарихи йәки мажаралы романдар. Нәшер итеү яғынан Эдгар Райс Берроуз идеаль автор була, уның китаптары бик яҡшы һатыла.
Гонорарҙарына ул 1918 йылда Калифорнияла ранчо һатып ала. 1929 йылдан алып Берроуздың «Edgar Rice Burroughs, Inc.» компанияһы үҙе яҙыусының китаптарын сығара, экранлаштырыуға, комикстарға хоҡуҡтар һ. б. менән идара итә башлай.
Яҙыусы бигерәк тә планетар фантастика һәм юғалған, ташландыҡ донъялар, цивилизациялар тураһындағы фантастик-мажаралы әҫәрҙәр жанрҙарына ҙур өлөш индерә. Берроуз «Барсум» («Марсиандар») циклында 11, Тарзан тураһында 26, Ер ҡабығы аҫтындағы Пеллюсидар донъяһы хаҡында 7 (уларҙың береһе Тарзан тураһындағы циклға инә), Карсон Нэпир һәм уның Сулпандағы мажаралары тураһында 4 роман һәм бихисап башҡа китап яҙған (улар араһында вестерндар, тарихи романдар, таш быуат, урта быуаттар һ.б. темаға әҫәрҙәр бар).
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Эдгар Берроуз Тымыҡ океан һуғыш театрында иң ҡарт һәм иң билдәле хәбәрсе була.
Эдгар Райс Берроуз 1950 йылдың 19 мартында Энсинола (Калифорния) миокард инфарктынан вафат була.