Ғилманов Илдар Рәшит улы

Ғилманов Илдар Рәшит улы (1 сентябрь 1970 йыл) — рәссам, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 2003 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы.

Ғилманов Илдар Рәшит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 сентябрь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (54 йәш)
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Илдар Рәшит улы Ғилманов[1][2] 1970 йылдың 1 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1997 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын бик яҡшы билдәләргә тамамлай. Уҡыуын тамамлағандан һуң унда һынлы сәнғәт кафедраһы ассистенты булып эшләй башлай. Хәҙерге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетында һынлы сәнғәттән өлкән уҡытыусы.

2003 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан йәш рәссамдарының иң яҡшы һынлы сәнғәт әҫәренә беренсе республика конкурсы дипломанты (1 премия). Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

«ТӨРКСОЙ» халыҡ-ара ойошмаһы саҡырыуы буйынса рәссам 2007 һәм 2009 йылдарҙа Төркиәлә һәм Кипрҙа була.

Илдар Рәшит улының хеҙмәттәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Татарстан Республикаһының дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Ҡаҙан), Яр Саллы картиналар галереяһында (Яр Саллы), Алабуға дәүләт тарихи-художество һәм архитектура музей-ҡурсаулығында (Алабуға), Болғар тарихи-архитектура музей-ҡурсаулығында (Болғар), Башҡорт дәүләт әҙәбиәт музейында (Өфө), ТӨРКСОЙ Художество тупланмаһында (Анкара, Төркиә), Гирне Америка Университеты GAU Художество тупланмаһында (Гирне, ТРСК), «Х-МАХ» галереяһында (Өфө), «Hyp» журналы редакцияһында (Өфө), шулай уҡ Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә (Германия, Италия, Төньяҡ Кипрҙың Төрөк Республикаһы) шәхси йыйылмаларҙа.

Төп эштәре

үҙгәртергә

Илдар Ғилманов күберәк пейзажсы булараҡ билдәле: «Салауат урамында», 2001, «Уралда», 2007, «Көҙгө Берештамаҡ», 2006, «Урал йыры», 2008, Урал ҡасабаһы, 2004. «IREMEL» проектынан — «Тынлыҡ ташы» комплексы, 2013, «Таштар. Ирәмәл», 2013, «Сусаҡта», 2011, «Урал таштары», 2015 һәм башҡалар.

Төрөк тематикаһына булған эштәре «Стамбул буйынса ял итеп йөрөү», 2008, «Кофе төрөксә», 2011, «Террасала», 2014 һәм башҡалар.

«Ваҡыт-Киңлек» проектынан эштәре — «Ҡыҙыл шәфәҡ», 2006, «Тарих», 2006, «Ете ырыу мөрәжәғәтнамәһе», 2006 һәм башҡалар. «Мальва» проектынан — «Аҡ һиллек», 2014, «Һиллек тырнаҡ гөлдәре», 2014, «Ынтылыш», 2015 һәм башҡалар.

Күргәҙмәләре

үҙгәртергә

1995 йылдан алып- республика, төбәк, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара, сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

Ун шәхси күргәҙмәһе үтә (Өфө, Ҡаҙан[3], Яр Саллы, Стәрлетамаҡ).

Өс халыҡ-ара ижади лаборатория ҡатнашыусыһы: Төркиә (2007), Төньяҡ Кипрҙың Төрөк Республикаһы (2009), Алабуға ҡалаһында (Татарстан Республикаһы) (2014).

Уҡыусылары

үҙгәртергә

Ғилманов Илдар Рәшит улының уҡыусылары араһында — рәссамдар Андреев Владимир Александрович, Муллаҡаев Руслан Илдус улы, Саҙриев Руслан Илдар улы, Иванова Виктория Юрьевна, Посохов Алексей Владимирович.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә