ҠаҙаҡҡолБашҡортостан Республикаһының Учалы районында ауыл, Ҡаҙаҡҡол ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 117 кеше[2]. Почта индексы — 453745, ОКАТО коды — 80253835001.

Ауыл
Ҡаҙаҡҡол
рус. Казаккулово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Учалы

Ауыл Советы

Миндәк

Координаталар

53°58′04″ с. ш. 58°46′31″ в. д.HGЯO

Майҙаны

= км²

Халҡы

117[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Почта индексы

453745

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 253 848 006

ОКТМО коды

80 653 448 121

Ҡаҙаҡҡол (Рәсәй)
Ҡаҙаҡҡол
Ҡаҙаҡҡол

Миндәк йылғаһында XVIII быуаттың 30-сы йылдарында уҡ Ҡаҙаҡҡол ауылы барлыҡҡа килә. Ауыл Ярбаш булараҡ та теркәлгән. V рәүиз ваҡытында 75 ир-ат һәм 74 ҡатын-ҡыҙ менән 24 йорт иҫәпләнә. 1859 йылда 49 йортта 134 ир-ат һәм 130 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1919—1930 йылдарҙа — Тамъян-Ҡатай кантонының Күбәләк-Теләү улусы үҙәге. Совет халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 385 кеше менән 72 хужалыҡ иҫәпләнгән. Тәүге төпләнеүсе Ҡаҙаҡҡол. Уның улдарының исемдәре билдәле. Был — Мырҙағол, уның балалары Ныязғол, Камалетдин, Нәфләтдин; йорт старшинаһы Сурағол (1773—1841), Исхаҡ (1792-1842), Юныс (1794-1839), Ихсан, 1799 йылда тағы Абзаҡ һәм Әйүп Ҡаҙаҡҡоловтар булған. Абзаҡ Ҡобағош ауылына күсенә, был ике ауылдың генетик бәйләнештәре тураһында раҫлай.

49 хужалыҡ (312 кеше) май-август айҙарында йәйләүгә сыҡҡан. Шул уҡ йылда 1842 йылда уларҙың 200 аты, 150 һыйыры, 100 һарығы һәм 25 кәзәһе булған. Бөтә халыҡҡа 1842 йылда 128 бот ужым һәм 544 бот яҙғы иген сәселгән[3].

1900 йылда шулай уҡ урыҫ‑башҡорт училищеһы теркәлгән. 1919 йылда – Тамъян‑Ҡатай кантонының административ үҙәге[4]

Хәҙерге осор

үҙгәртергә

Миндәк ауыл Советына ҡарай. Ауылда фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет, магазиндар бар.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 117 57 60 48,7 51,3
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (96 %)[5].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдарында

үҙгәртергә

1834 йылда[6] Ҡаҙаҡҡол ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Географик урыны

үҙгәртергә

Миндәк йылғаһы буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 75 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Урал-Тау): 13 км

Ер-һыу атамалары

үҙгәртергә

Тауҙар

  • Аҡбура тауы
  • Ҡондорсаҡ тауы
  • Үрәҙе тауы
  • Өҫтөбейек тау

Йылға-күлдәр

  • Өҫкөл күле
  • Бесек йылғаһы
  • Шәгәр йылғаһы[7]

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Тау урамы (рус. Горная улица)
  • 1-се Миндәк тыҡрығы (рус. Миндякский 1-й переулок)
  • 2-се Миндәк тыҡрығы (рус. Миндякский 2-й переулок)
  • Миндәк урамы (рус. Миндякская улица)[8].

Видеофильмдарҙа

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә