Иркутск өлкәһе (Байкал буйы, Ангара буйы) — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Себер федераль округы составына инә. Административ үҙәк — Иркутск ҡалаһы.

Рәсәй Федерацияһы субъекты

Иркутск өлкәһе

Иркутск өлкәһе флагы Иркутск өлкәһе гербы
Иркутск өлкәһе флагы Иркутск өлкәһе гербы

Иркутск өлкәһе

Административ үҙәк

Иркутск

Майҙаны

5-се

- Барлығы
- һыу өҫтө %

774 846 км²
2,9

Халҡы

21-се

- Барлығы
- Тығыҙлыҡ

2 412 800[1] (2016)

3.11 кеше/км²

ТТП

19-сы

- Барлығы (ағым. хаҡ.)
- Йән башына

539,2[2] млрд. һум (2010)

182,2 мең һум

Федераль округ

Себер

Иҡтисади район

Көнсығыш Себер

Губернатор

Ерощенко Сергей Владимирович
(2015 йылдан алып вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы)

Беренсе урынбаҫар

Виктор Игнатенко, Николай Слободчиков

Ҡанундар сығарыу йыйылышы рәйесе

Брилка Сергей Фатеевич

РФ субъекты коды

38

ISO 3166-2 коды

RU-IRK

Сәғәт бүлкәте

IRKT[d] һәм Азия/Иркутск[d][3]

Майҙаны — 774 846 км² (4.53 % территории России). Халҡы — 2 412 800 кеше (2016).

Иркутск өлкәһе көнбайышта Красноярск крайы, төньяҡ-көнсығышта Саха Республикаһы, көнсығышта Байкал аръяғы крайы, көнсығышта һәм көньяҡта Бүрәт Республикаһы, көньяҡ-көнбайышта Тыва Республикаһы менән сиктәш.

Тарих үҙгәртергә

1937 йылдың 26 сентябрендә Көнсығыш Себер өлкәһен Иркутск һәм Чита өлкәләренә бүлеү менән барлыҡҡа килә.

2005 йылдың 11 октябрендә Иркутск өлкәһе һәм Усть-Ордынск Бүрәт автономиялы округы парламенттары яңы субъект барлыҡҡа килеүе тураһында РФ президентына мөрәжәғәт ҡабул итәләр. Был берләшеүгә төрлө ҡараш була. 2006 йылдың яҙында Монголдарҙың бөтә донъя ассоциацияһы президенты Дашийн Бямбасурэн берләшеү планына ҡаршы булыуын һәм бүрәт-монгол халҡының милли дәүләтселегенә хоҡуғын һанға һуҡмауына РФ президенты Владимир Путинға протест белдерә[4][5]. 2006 йылдың 16 апрелендә берләшеү буйынса референдум уҙа, уның һөҙөмтәләре буйынса Усть-Ордынск Бүрәт автономиялы округы 2008 йылдың 1 ғинуарында Иркутск өлкәһе составына инә.

 
Рәсәй империяһының Иркутск губернаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Иркутск өлкәһе территориялары

Халҡы үҙгәртергә

Росстат мәғлүмәттәре буйынса өлкәнең халыҡ иҫәбе 2 412 800[1] кеше (2016). Халыҡ тығыҙлығы — 3.11 кеше/км2 (2016).

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса өлкәнең милли составы: 88 % урыҫтар, 3,2 % бүрәттәр, 1,27 % украиндар, 0,94 % татарҙар, 0,33 % белорустар, 0,27 % әрмәндәр, 0,22 % әзербайжандар. Шулай уҡ өлкәлә сахалар, тывалар, эвенкылар, тофалар, хакастар һәм башҡалар йәшәй.

Иркутск өлкәһендә 1989 йылда — 3893, 2002 йылда — 2451 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[6], 2010 йылда — 1637 бар[7]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Дата обращения: 27 март 2016. Архивировано 27 март 2016 года.
  2. Валовой региональный продукт по субъектам Российской Федерации в 1998-2010гг. (xls). Росстат.
  3. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
  4. Всемирная ассоциация монголов выступила в защиту Усть-Орды. E-baikal (9 март 2006). Дата обращения: 25 март 2015.
  5. Терентьева А. Монголы выступили против слияния российских регионов. Коммерсантъ (10 март 2006). Дата обращения: 25 март 2015.
  6. Йосопов Р. М. Башҡорт диаспоралары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. http://www.gks.ru/free_doc/new_site/perepis2010/croc/perepis_itogi1612.htm   Итоги ВПН2010. Том 4. Национальный состав и владение языками, гражданство / НАСЕЛЕНИЕ ПО НАЦИОНАЛЬНОСТИ И ВЛАДЕНИЮ РУССКИМ ЯЗЫКОМ ПО СУБЪЕКТАМ РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Распутин В.Г. Сибирь, Сибирь… // Артиздат — Иркутск, 2000.
  • Polunina N.M., Korobov S.A., Sutton J.M., Korobova G.W. Her Majesty — Queen of Siberia // Издательство Коробова. — Иркутск, 2008.

Һылтанмалар үҙгәртергә