Хәниф Кәрим, Хәниф Кәрим улы Кәримов (25 июль 1910 йыл — 26 август 1983 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1942), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Халыҡтар дуҫлығы» (1980) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Хәниф Кәрим
Исеме:

Кәримов Хәниф Кәрим улы

Тыуған көнө:

25 июль 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны:

Ҡыйғы районы Ҡыйғы ауылы

Вафат булған көнө:

26 август 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (73 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

Шағир, прозаик, публицист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре

Наградалары:
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1955 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1942 Халыҡтар Дуҫлығы ордены
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
«Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы
«Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы
«Японияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Кәримов Хәниф Кәрим улы, Хәниф Кәрим 1910 йылдың 25 июлендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы, Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. 1929 йылда ауылдарында урта мәктәп тамамлай һәм Өфө ҡалаһына килеп «Йәш коммунар» («Ленинсы», «Йәшлек») гәзитендә яуаплы сәркәтип булып эшкә урынлаша. 1932—1934 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафтарында була. Әрменән ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт педагогия иниститутында уҡый. 1937 йылдан «Октябрь»(«Ағиҙел») журналында мөхәррир була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙе теләп фронтҡа китә. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм башҡа яу миҙалдары менән бүләкләнгән.

1946—1959 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының яуаплы сәркәтибе вазифаһын башҡара.

1983 йыл Өфө ҡалаһында баҡый донъяға күсә.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Һаҡсы йыры: Шиғырҙар. — Өфө: Башкнигиздат, 1934. — 44 бит.
  • Тантана: Шиғырҙар. — Өфө: Башкнигиздат, 1936. — 106 бит.
  • Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1980. — 192 бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

үҙгәртергә
  • Үрге Ҡыйғы ауылының бер урамы Хәниф Кәрим исемен йөрөтә.
  • Шағирҙың исеме ҡасандыр ул уҡыған 1-се мәктәпкә бирелгән.
  • 2015 йылда Ҡыйғы районы хакимиәте Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы айҡанлы «Хәниф Кәрим исемендәге әҙәби премия» булдырҙы.
  • 2015 йылдың 1 октябрендә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, Ҡыйғы районында фронтовик-шағир Хәниф Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға һәм Әҙәбиәт йылына арналған саралар ойошторолдо[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 44-45 с. ISBN 5-295-02294-3.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар