Яҡшыбаев Роберт Әсғәт улы
Яҡшыбаев Роберт Әсғәт улы (17 май, 1952, БАССР, Ейәнсура районы, Үтәғол ауылы) — физик, физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (1993)[1].
Яҡшыбаев Роберт Әсғәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 17 май 1952 (72 йәш) |
Биографияһы
үҙгәртергә1969 йыл — Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Чеботарев урта мәктәбен тамамлай.
1974 йыл — Урал дәүләт университетын «Физика» специальносы буйынса тамамлай. Шул уҡ йылда аспирантураға инә. 1978 йылда — кандидатлыҡ, 1992 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[1].
1994—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Фән, юғары һәм урта белем биреү дәүләт комитетын етәкләй[2].
2000—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының дөйөм физика кафедраһы мөдире була.
Р. Ә Яҡшыбаев етәкселегендә 10 кандидатлыҡ, 3 докторлыҡ диссертацияһы яҙыла һәм яҡлана[3]. Уның етәкселегендә Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә абруй менән файҙаланылған үҙенсәлекле фәнни мәктәп булдырылған. Роберт Әсғәт улы хеҙмәттәре даими цитаталанған, Хирш индексы 7-не тәшкил иткән ғалим[3].
180 самаһы ғилми хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.
Исемдәре һәм наградалары
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атғаҙанған фән эшмәкәре.
- «Рәсәй Федерацияһы юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре» билдәһе.
- Башҡорт дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Изучение суперионного фазового перехода в системе CuCr1-xVxS2 рентгенографическим и магнитным методами // Физика твёрдого тела. 2000. Т.42. Вып.8 (соавт.);
- Электронный переход в интеркалированном диcульфиде CuCrS2 // Там же. 2004. Т.46. Вып.12 (соавт.).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 [1](недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президента РБ от 27.10.1994 N УП-492(недоступная ссылка)
- ↑ 3,0 3,1 [2] 2018 йыл 16 октябрь архивланған.