Хафизов Динмөхәмәт Сәмәхужа улы
Хафизов Динмөхәмәт Сәмәхужа улы (17 май 1883 йыл — 1966 йыл) — педагог, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1937, 1939)
Хафизов Динмөхәмәт | |
Исеме |
Хафизов Динмөхәмәт Сәмәхужа улы |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны |
Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Мәтәл ауылы |
Вафат булған көнө | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
Педагог һәм уҡытыусы |
Тормош иптәше |
Хафизова Миңлейыһан Зариф ҡыҙы |
Балалары | |
Наградалары һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергәДинмөхәмәт Сәмәхужа улы Хафизов 1883 йылдың 17 майында хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Мәтәл ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылындағы башҡорт-рус башланғыс мәктәбендә 1899 йылда ул заман өсөн ярайһы ғына төплө, күп яҡлы белем алып сыға. Бер аҙ йортта хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнгәндән һуң, мөғәллим 1907—1912 йылдарҙа Мәтәл мәктәбендә балалар уҡыта. 1912—1914 йылдарҙа Красноуральск реаль училищеһында уҡый.
1914 йылда Беренсе донъя һуғышына алына һәм 1917 йылға тиклем һалдат бурысын үтәй, большевик агитаторҙарҙың телмәрен тыңлай, күҙәтә.
1917 йылдың көҙөндә Д. С. Хафизов хәҙерге Башҡортостандың Учалы районы Ҡаҙаҡҡол мәктәбендә яратып өлгөргән хеҙмәтен — балалар уҡытыу һәм тәрбиәләү эшен башлап ебәрә. Уҡыусыларға төплө белем биреү өсөн, йәш мөғәллим көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй, төрлө түңәрәктәр ойоштора, бөтәһен дә яңы тормош талаптарына яраҡлы алып бара. Ул ата-әсәләр менән эшләргә лә ваҡыт таба, уларға Октябрь революцияһының маҡсатын аңлата, мәҙәни-ағартыу сараларын йәйелдерә, яңы шарттарҙа яңыса йәшәргә өйрәтә.
Ҡаҙаҡҡол ауылы халҡы тырыш, әҙәпле Динмөхәмәт Сәмәхужа улын бик ярата, уға йә «мөғәллим», йә «учитель» тип кенә мөрәжәғәт итә, ауылдан киткәс тә, уны оҙаҡ йылдар буйы хәтерендә һаҡлай. Уҡытыусы балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә оло һөйөүен яулай, ҙур хөрмәт ҡаҙана. Әммә 1919 йылда уға китергә тура килә.
Динмөхәмәт Хафизов яңы урында — хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡолой мәктәбендә балалар уҡыта башлай. Бында өс йыл эшләп, бай тәжрибә туплай. Әммә мөғәллим үҙенең әйтер һүҙен әйтмәгән әле. Уны 1921 йылдан 1957 йылға тиклем тыуған төйәге Мәтәл ауылы мәктәбендә уҡытыусы, директор булып эшләгән дәүерҙә әйтә — дан-шөһрәт ҡаҙанған талантлы педагог булараҡ таныла.
Уҡытыусы тәү сиратта үҙ белемен күтәреү өҫтөндә даими, ныҡышмалы эшләй, уҡытыу-тәрбиә тураһында китаптар алдырып уҡый, курс, семинарҙарҙа була, алдынғыларҙың тәжрибәһен йотлоғоп һеңдерә. Ә 1922 йыл башынан үҙ эше, уҡытыу-тәрбиә мәсьәләләрен хәл итеү юлдары һәм ысулдары тураһында уҡытыусылар, мәктәп етәкселәре кәңәшмәләрендә сығыш яһай, докладтар һөйләй, август кәңәшмәләрендә бай тәжрибәһе менән күп тапҡыр уртаҡлаша. Силәбе өлкәһендә Динмөхәмәт Хафизовты эскерһеҙ, ярҙамсыл булғаны өсөн уҡытыусылар ҙа, ябай хеҙмәт кешеләре лә хөрмәт итәләр.
Бөйөк Ватан һуғышы ауырлыҡтары мәктәп эшендә ҙур мохтажлыҡ тыуҙыра. Балалар ас-яланғас, халыҡ бөлгөнлөккә төшә, уҡыусылар кәмей. Мөғәллим ауылдаштарын сыҙамлы булырға өндәй, дошманды еңеү өсөн фиҙакәр хеҙмәткә рухландыра, үҙе уҡыусылар, ата-әсәләр менән күп яҡлы эштәр алып бара. Директор Динмөхәмәт Сәмәхужа улы Хафизов 1949 йылда башланғыс мәктәпте ете йыллыҡҡа әйләндереү өсөн күп көс һала, уның директоры булып эшләүен дауам итә. Халыҡ уға оло хөрмәт күрһәтә — 1950 йылда Силәбе өлкә Советына депутат итеп һайлай. Был ихтирамға мәктәп директоры ике тапҡыр лайыҡ була.
Медицина фәндәре докторы, профессор, яҙыусы З. Ә. Ихсанов, филология фәндәре кандидаты Б. Сәйәрғәлиев, табибәләрҙән М. Хафизова, М. Хәлитова, юғары һәм урта белемле уҡытыусыларҙан Г. Хафизова, Г. Шәйхелисламова, Ҡ. Яҡупова, Башҡортостан республикаһының элекке юстиция министры С. Әүзәнов, партия эшмәкәре һәм тарихсы Р. Ҡуҙыев, башҡа бик күптәр Мәтәл мәктәбендә белем нигеҙҙәрен төплө үҙләштергәс, уҡытыусы Д. С. Хафизовтың көслө тәьҫирендә уҡыуҙарын артабан дауам итеп, Башҡортостан республикаһының маҡтаулы һөнәр эйәләре һәм арҙаҡлы шәхестәре булып үҫеп етте, халыҡ һөйөүен яуланы. Шуға күрә халҡыбыҙ күренекле педагог Д. С. Хафизовты, уның данлыҡлы кешеләр булып киткән уҡыусыларын һис тә онотмай.
Балалар уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә өлгәшкән ҙур уңыштарын һәм халыҡ араһында әһәмиәтле мәҙәни-ағартыу эштәре ойоштороуын иҫәпкә алып, илебеҙ Динмөхәмәт Сәмәхужа улы Хафизовҡа оло хөрмәт күрһәтә, уның хеҙмәтен юғары баһалай. 1937 йылда уҡытыусыға Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденын Бөтә Союз старостаһы М. И. Калинин үҙе тапшыра, икенсе тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденын Д. С. Хафизов 1939 йылда Н. К. Крупская ҡулынан ала.
1951 йылда Динмөхәмәт Сәмәхужа улы Хафизовҡа РСФСР-ҙың мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән юғары исем бирелә. Быға уның уҡыусылары, ауылдаштары, таныш-белештәре үҙҙәре маҡтаулы исемгә лайыҡ булғандай ҡыуаналар. Уҡытыусы хеҙмәтенең абруйы ул заманда айырыуса ҙур ине шул.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.