Архангел (Архангел районы)

Архангел (рус. Архангельское) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 5697 кеше[1].. Почта индексы — 453030, ОКАТО коды — 80203810001. Ауыл 1753 йылда Архангел баҡыр иретеү заводы ҡасабаһы тип һалынды[2].

Ауыл
Архангел
Архангел
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Архангел районы

Координаталар

54°24′14″ с. ш. 56°46′47″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 203 810 001

ОКТМО коды

80 603 410 101

ГКГН номеры

0526307

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Архангел (Рәсәй)
Архангел
Архангел
Архангел (Архангел районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Архангел

Транспорт

үҙгәртергә

Ауылда ӨфөБелорет, Архангел—КрасноусолПетровск автомобиль юлдары мөһим роль уйнай.

Архангел баҡыр иретеү заводы

үҙгәртергә

Архангел баҡыр иретеү заводы, 1753 йылда Нуғай даруғаһы Күрпәс‑Табын улусы Шәке аҫаба башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Аҫҡын йылғаһы (Инйәр йылғаһы ҡушылдығы) буйында И. Б. Твердышев һәм И. С. Мясников тарафынан нигеҙ һалына.

Хужалары

үҙгәртергә
  1. Твердышевтар һәм Мясниковтар
  2. 1783 йылдан алып Е. И. Козицкая
  3. 1824 йылдан — графиня А. Г. Лаваль
  4. 1851 йылдан — А. И. Коссаковская
  5. 1886 йылдан — С. С. Коссаковский
  6. 1889 йылдан — ҡаҙна ҡарамағында.

Архангел тау сәнәғәте округына ингән. 1753 йылда эшләй башлай. 4 баҡыр иретеү мейесе була, 1857 йылға ҡарай — 6 баҡыр иретеү мейесе, 4 һыу тәгәрмәсе иҫәпләнә. Заводҡа 7 рудник ҡарай. XVIII быуат аҙағында Архангел баҡыр иретеү заводында яҡынса 67 мең дисәтинә ер биләй. 1772 йылда заводта 454 крепостной крәҫтиән иҫәпләнә, XIX быуат уртаһына ҡарай — 1465 крәҫтиән иҫәпләнә (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре (рус.)баш.).

Эшләү дәүерендә яҡынса 1,1 млн бот баҡыр иретелә; уртаса етештереүсәнлек — йылына 10 мең бот, максималь — 17,4 мең бот (1865 йыл). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—1775 йылдар) (рус.)баш. барышында завод яндырыла, крәҫтиәндәрҙең бер өлөшө баш күтәреүселәр яғына сыға. 1776 йылда тергеҙелә. 1860 йылда Архангел баҡыр иретеү заводында сыуалыштар була (яҡынса 450 кеше ҡатнаша), эш хаҡын арттырыу, завод хөкүмәте баш-баштаҡлыҡтарын бөтөрөү талаптары ҡуйыла. 1891 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1892 йыл) завод ябыла (яна). Хәҙер завод ҡасабаһы урынында Архангел районының шундай уҡ исемдәге ауылы урынлашҡан[2][3].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 98 % тәшкил итә.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 5310 2660 2650
1959 йыл 15 ғинуар 4791 2151 2640
1970 йыл 15 ғинуар 4596 2074 2522
1979 йыл 17 ғинуар 5494 2643 2851
1989 йыл 12 ғинуар 5281 2434 2847
2002 йыл 9 октябрь 5641 2679 2962
2010 йыл 14 октябрь 5819 2734 3085

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 Архангел заводы. Көньяҡ Урал(недоступная ссылка)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 118. — ISBN 978-5-295-04683-4.