Ерёмин Михаил Иванович (17 май 1920 йыл — 9 май 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының йәйәүле разведка взводы разведчигы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1945).

Ерёмин Михаил Иванович
Заты ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 17 май 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Күгәрсен районы
Вафат булған көнө 9 май 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (24 йәш)
Ерләнгән урыны Седльце
Хәрби звание Рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы III дәрәжә Дан ордены

БиографияһыҮҙгәртергә

Михаил Иванович Ерёмин 1920 йылдың 17 майында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) Денисовка ауылында тыуған. Бала сағын Силәбе өлкәһенең Верхнеурал районы Дзержинка ауылында үткәрә. Тулы булмаған урта белем ала, колхозда эшләй. 1940 йылда Еремин Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1942 йылдың апрель айынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында була. 1944 йылдың июленә ҡыҙылармеец Еремин 1-се Белорус фронтының 48-се армия 96-сы уҡсылар дивизияһы 331-се уҡсылар полкының йәйәүле разведка взводы разведчигы була. Белорус ССР-ын азат иткәндә батырлыҡ күрһәтә[1].

1944 йылдың 8 июлендә Ерёмин ике һалдат менән Брест өлкәһенең Барановичи районы Заболотье ауылы янындағы дошман тылына үтеп инә һәм миномет батареяһының расчеттарын юҡ итә, 6 минометты, 2 тягачты, 4 автомашинаны эләктерә, шулай уҡ 8 дошман һалдатын әсирлеккә ала. Ереминдың эш итеүе полктың уңышлы һөжүменә булышлыҡ итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн» ҡыҙылармеец Михаил Еремин Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ була. Ленин орденын һәм «Алтын йондоҙ» миҙалын ул алырға өлгөрмәй, сөнки артабанғы алыштарҙың береһендә ҡаты яралана һәм 1945 йылдың 9 майында госпиталдә вафат була. Польшаның Седльце ҡалаһында ерләнә.

Шулай уҡ Ҡыҙыл Йондоҙ һәм 3-сө дәрәжәле Дан ордендары, миҙал менән бүләкләнә.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Ерёмин Михаил Иванович. «Герои страны» сайты.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Навечно в сердце народном. — 3-е изд., доп. и испр. — Мн. 1984.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Кн. 4. — Уфа, 1979.