Ҡолой (ауыл)
Ҡолой — Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы башҡорт ауылы, Ҡолой ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Ауыл | |||||
Ҡолой | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Климат тибы |
уртаса континенталь | ||||
Милли состав | |||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
74, 174 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
ГКГН номеры | |||||
Рәсми сайт | |||||
Почта индексы - 456894, ОКАТО коды — 75206870001.
Тарихы
үҙгәртергәАуылға Ҡолой (Мөхәмәтҡолой) Көсөков (1764 йыл — 1840 йылдан һуң) нигеҙ һала.
Топонимикаһы
үҙгәртергәХалыҡ ауыл исемен Ҡолой тип йөрөтә — бында электән килеп урынлашҡан Әйле ҡәбиләһенең көнсығыш төркөмө составына ингән башҡорт ҡолой ырыуының исеме менән атай. Ҡолой (Кулуй) — ырыу атамаһына күскән боронғо төрки ир-ат исеме.
Халыҡ һаны
үҙгәртергә2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 2764 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 1305 ир-ат һәм 1459 ҡатын-ҡыҙ[1].
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (69 %) йәшәй[2][3].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Йәләлетдинов Вәкил Әхәр улы — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2002) һәм атҡаҙанған (1995) артисы.
- Кинйәбулатов Уран Кәрим улы (1934—2003) — башҡорт шағиры.
- Көсөков Раил Фазыл улы — опера йырсыһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы лауреаты.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Челябинской области. Таблица 11 2019 йыл 2 апрель архивланған..
- ↑ База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡолой ауылы 2021 йыл 21 октябрь архивланған.