Өфө кантоны
Өфө кантоны (рус. Уфимский кантон) — 1922 йылдың 5 октябренән 1930 йылдың 20 авгусына тиклем Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы составында булған административ-территориаль берәмек. Үҙәге — Өфө ҡалаһы.
Өфө кантоны | |
---|---|
Өфө кантоны | |
Ил | Башҡорт АССР-ы |
Үҙәге | Өфө |
Ойошторолған | 1922 |
Майҙаны | 16 931,1 км² (1928) |
Халҡы | 568 494 кеше (1926) (башҡорттар — 57552, белорустар — 13628, йәһүдтәр — 1749, латыштар — 6643, мариҙар— 5314, мишәрҙәр— 40493, мордвалар— 4567, немецтар — 2543, урыҫтар — 309068, татарҙар — 92434, типтәрҙәр— 6472, украиндар — 17008, сыуаштар — 8313 һәм башҡалар) |
Рәсми телдәр | башҡорт теле урыҫ теле |
Тарихы
үҙгәртергә1922 йылдың 5 октябрендә БАССР составында ойошторола. Кантонға Өфө өйәҙенең — 37, Көҙәй кантонының — 2, Табын кантонының 2 улусы инә. Административ үҙәге — Өфө ҡалаһы. Майҙаны — 16931,1 км² (1928). 1922 йылда Өфө кантоны Стәрлетамаҡ кантонының Кәлсер‑Табын, Меркетле улустарынан 11 ауыл, 1924 йылда — Дыуан‑Табын, Ҡырмыҫҡалы, Тирәкле улустары ҡушыла. БашҮБК Президиумының 1923 йылдың 13 апрелендәге ҡарары менән Өфө кантоны территорияһында 17 улус ойошторола. Башлыса ауыл хужалығы үҫешкән була. 1927 йылда һөрөнтө ер майҙаны (мең га) — 402,2, шул иҫәптән арыш сәсеүлеге 156,4, һоло — 87, бойҙай — 44,9, ҡарабойҙай — 31,9, тары — 29,2, картуф — 19,2, етен — 2,7, киндер — 1,9, арпа — 0,9; һыйыр малы һаны — 189433 баш, йылҡы — 122720, һарыҡ — 434544, кәзә — 11420, сусҡа – 62190. Благовещен ауыл хужалығы машиналары заводы, Өфө һыра ҡайнатыу заводы, 1‑се Өфө суйын ҡойоу заводы һәм башҡалар предприятиелар эшләй. 47 баҙар эшләй. 1‑се баҫҡыс 488 мәктәп була (1926; шуларҙың 60‑ында уҡытыу башҡорт, 4‑һендә — латыш, 4‑һендә — мари, 3‑һөндә — мордва, 4‑һендә — немец, 1‑һендә — сыуаш, 150‑һендә — татар, 1‑һендә — удмурт, 255‑ендә урыҫ телендә алып барыла).
Өфө кантоны 1930 йылдың 20 авгусында бөтөрөлә, уның территорияһы Архангел (Архангел, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Оло‑Теләк улустарының бер өлөшө), Благовещен (Благовещен, Бүләкәй‑Көҙәй, Надеждин, Степановка, Удельно‑Дыуанай улустарының бер өлөшө), Бөрө (Удельно‑Дыуанай улусының бер өлөшө), Бүздәк (Новосёловка улусының бер өлөшө), Иҫке Күл (Бүләкәй‑Көҙәй, Иглин, Надеждин, Оло‑Теләк улустарының бер өлөшө), Ҡырмыҫҡалы (Булгаков, Ҡырмыҫҡалы улустарының бер өлөшө), Мишкә (Надеждин һәм Удельно‑Дыуанай улустарының бер өлөшө), Өфө (Петровка, Булгаков, Дмитриевка, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Степановка, Оло‑Теләк улустарының бер өлөшө), Саҡмағош (Топорнин улусының бер өлөшө), Топорнин (Дмитриевка, Новосёловка, Топорнин, Шәрип улустарының бер өлөшө), Шишмә (Абрай, Шишмә, Булгаков, Дмитриевка, Новосёловка улустарының бер өлөшө), Яңы Ҡарамалы (Ҡырмыҫҡалы улусының бер өлөшө) административ райондары составына инә.
Халҡы
үҙгәртергәХалҡы 1926 йылда — 568494 кеше (башҡорттар — 57552, белорустар — 13628, йәһүдтәр — 1749, латыштар — 6643, мариҙар— 5314, мишәрҙәр— 40493, мордвалар— 4567, немецтар — 2543, урыҫтар — 309068, татарҙар — 92434, типтәрҙәр— 6472, украиндар — 17008, сыуаштар — 8313 һәм башҡалар).
География
үҙгәртергәМайҙаны — 16931,1 км² (1928). Төньяҡта — Бөрө кантоны, төньяҡ‑көнсығышта – Мәсәғүт кантоны, көнсығышта – Урал өлкәһе, көньяҡ‑көнсығышта — Тамьян-Ҡатай кантоны, көньяҡта — Стәрлетамаҡ кантоны, көнбайышта Бәләбәй кантоны менән сиктәш була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с.