Иҫке Сибай мәктәбе

Иҫке Сибай мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе (рус.МОБУ СОШ с. Старый Сибай МР Баймакский район РБ)

Иҫке Сибай мәктәбе
Ҡыҫҡаса исеме

Баймаҡ районы Иҫке Сибай мәктәбе

Нигеҙләнгән

1859

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Баймаҡ районы, Иҫке Сибай ауылы

1859 йылда Сибай ауылында (Атайсал) земство мәктәбе асыла.

1921 йылда мәктәп булараҡ шәхси йортта урынлаша. Тәүге уҡытыусылары Г. Ф. Ҡыуандыҡов һәм Уралбаев А. В. Ләкин мәктәпте асыу көнө тип 1922 йыл иҫәпләнә һәм педагогик эшмәкәрлеккә, йәғни башланғыс мәктәпкә нигеҙ һалыусы булып Күсәбаев Яҡуп Ғүмәр улы тора.

1936 йылда мәктәп ете йыллыҡ мәктәп булып китә. 1962 йылдан урта мәктәпкә әҙерелә. 1977 йылда мәктәп бинаһы төҙөлә.

2009 йылда мәктәп үҙенең 150 йыллығын билдәләй.

ХХ быуаттың 70-се йылдарында стандарт проект буйынса төп бина төҙөлә. Мәктәптең йыйылыштар залы, спорт залы, мәктәп яны балалар майҙансығы, 80 урынлыҡ мәктәп ашханаһы, башланғыс кластар, химия, биология, физика, математика, рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле, тарихы, географияһы, информатика (20 компьютер бар), музыка, техник-сервис эштәре оҫтаханалары, директор, директор урынбаҫарҙары кабинеты, психолог, тыуған яҡты өйрәнеү һәм геология музейы, оҫтаханалар, лабораториялар, уҡытыусылар бүлмәһе, атыу урыны, мәктәп китапханаһы бар.

2007 йылда мәктәп заманса белем биреү технологияларын һөҙөмтәле ҡулланыу, белем биреү һәм тәрбиә һөҙөмтәләренең юғары сифаты өсөн бер миллион һумлыҡ Грант ала.

Уҡытыусылары

үҙгәртергә
  • Сөләймәнов Әһлей Фазлый улы (12 апрель 1925 йыл — 17 ноябрь 2002 йыл) — уҡытыусы-музыкант, һәүәҫкәр скрипкасы, ҡурайсы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).
  • Иҙрисов Ирек Фәйзрахман улы (1962), педагог. 1987 йылдан Баймаҡ районы Иҫке Сибай урта мәктәбе уҡытыусыһы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2000).

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Мәктәп сайты [1](недоступная ссылка)