Бута́н короллеге (Ҡалып:Lang-dz прослушать ) — дәүләт. Ул Һиндостан менән Ҡытай араһында, Көньяҡ Азияла урынлашҡан. Баш ҡалаһы — Тхимпху ҡалаһы. Үҙ аталышы — Друк-Юл  — «Дракон иле»[7].

Королевство Бутан
འབྲུག་ཡུལ་
Druk Yul
Бутана гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Гимн: «Друк цендэн»
Нигеҙләнгән 17 декабря 1907 года
Нигеҙләнгән 17 декабря 1907 года
Рәсми тел дзонг-кэ
Баш ҡала Тхимпху
Эре ҡалалар Тхимпху
Идара итеү төрө конституционная монархия[1]
Король
Премьер-министр
Джигме Кхесар Намгьял Вангчук
Церинг Тобгай
Дәүләт дине буддизм (Друкпа Кагью)
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
135
38 394 км²
<1 %
Халыҡ
• Һаны (2013)
• Перепись (2005)
• Халыҡ тығыҙлығы

750 125(июль 2016, оценка)[2] чел. (161)
696 183[3] чел.
18 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2012)
  • Бер кешегә

4,646 млрд[4] долл. (161)
6112[4] долл.
КПҮИ (2013) 0,538[5] (средний) (140 урын)
Валюта Нгултрум (BTN, код 64) (INR, код 356)
Интернет-домен .bt
Код ISO BT
МОК коды BHU
Телефон коды +975
Сәғәт бүлкәте UTC+6 (BTT)

Бутан  — Һиндостан территорияһынан тышта торған Көнбайыш Бенгал штаты Калимпонг үҙәгенең тарихи исеме. Был территория Бутандан XIX быуатта төрлө низағтар арҡаһында инглиздәр тарафынан тартып алынған.

Ҡайһы бер версиялар буйынса «Бутан» атамаһы Бху-Уттан (Bhu-Uttan) һүҙенән килеп сыҡҡан, санскриттан тәржемәһе «яҫы таулыҡ» йәки «тауҙар иле» тигәнде аңлата. Икенсе версиялар буйынса Бхот-Ант (Bhots-ant) һүҙенән барлыҡҡа килгән һәм «Тибет сиге» йәки «Тибет көньяғы» тигәнде аңлата.

Төньяҡтан Бутан короллеге Ҡытай менән, көнбайышта — Һиндостандың Сикким штаты менән (1975 йылға тиклем элекке бойондороҡһоҙ үҙаллы короллек), көнсығышта — Аруначал-Прадеш штаты, көньяҡта — күп йылдар буйына граждандар һуғышы барған Ассам штаты менән, көньяҡ-көнбайышта — Көнбайыш Бенгал менән сикләшә.

Археология мәғлүмәттәре буйынса, Бутанда б. э. т. II мең йыллыҡта кешеләр йәшәүе тураһында билдәле булһа ла, уның боронғоһо тураһында яҙма танытмалар юҡ. Ил тарихы бары тик эпизодтар буйынса ғына билдәле, сөнки 1827 йылда Бутандың элекке баш ҡалаһы Пунакхта янғын ваҡытында иң ҙур китапхана утта һәләк була. Тарихи ваҡиғалар хәҙерге көндә риүәйәттәр формаһында ғына билдәле. Күренеүенсә, буддизм Бутанға II быуатта килгән. Шулай уҡ Тибет короле Сонгцен Гампо (627—649), риүәйәттәр буйынса Бутан территорияһында ике монастырь (Парола Кийчу Лакханг һәм Бумтангта Джамбей Лакхангты) төҙөткән, улар әлегә тиклем һаҡланып ҡалған һәм хаж ҡылырға килеүселәрҙең төп урыны булып тора.

Хроникалар легендар будда йогины Падмасамбхаваның Бутанға VIII быуатта бер нисә тапҡыр килеүе тураһында һөйләй.

 
Монастырь Такцанг-лакханг («гнездо тигрицы»), в котором расположены основные пещеры медитации Падмасамбхавы, около Паро.

Һуңғараҡ Тибеттә Ландарма батша(836—842) ил менән идара иткән, ул буддизмды тыйған һәм уны таратыусы будда монахтарын эҙәрлекләгән. Эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасҡан монахтар һәм ғалимдар үҙҙәренә Бутанда урын тапҡан.

Друкп Кагьюның бутан буддизмы Тибеттәге Ралунг ҡалаһындағы Друк («дракон» монастыренә нигеҙ һалыусы Цангп Гьяре Еше Дордже ламанан башланған. Был мәктәп Тибет сиктәрендә, Ладакта һәм Бутанда нығынып көсәйгән. Бутан буддизмын үҫтереүгә Ньингм мәктәбенән Пема Лингпа ҙур өлөш индергән.

Тибет монахы һәм рәссамы Нгаванг Намгьял (Шабдрунг) (1594—1651) 1616 йылда король булып торған; ул Бутанды берләштергән һәм бөтә ерҙә нығытылған ҡәлғәләр (дзонгтар) төҙөткән. Был ҡәлғәләр һаҡлау һәләте буйынса Лхастағы Потал һарайынан ғына ҡалышҡан. Шабдрунг вафат булғандан һуң, Бутанда граждандар һуғышы башлана һәм ул ике йөҙ йыл буйына бер өҙлөкһөҙ дауам итә.

Һуғыш ваҡытында Бутан Ассамда һәм Бенгалда Брахмапутра йылғаһына алып барған ерҙәрҙе(дуарҙар йәғни «ишектәрҙе») баҫып алған.

Бутан эсендәге конфликтҡа инглиздәр бик әүҙем ҡыҫылып киткән. Бутандың Англия менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре конфликттар һәм берләшеүҙәр менән аралаш барған. Һөҙөмтәлә Бутан дуарҙарҙы һәм хәҙерге Һиндостандың көньяҡтағы Ассам штатындағы Британия Бутаны (баш ҡалаһы Калимпонг) ерҙәренән мәхрүм ителә.

Бутанды өр-яңынан берләштереп, уны нығытыусы - Угьен Вангчук король, ул 1907 йылда хәҙерге көнгә тиклем хакимлыҡ иткән яңы династияға нигеҙ һалған. Элек Угьен Вангчук инглиздәр менән берлектә хәрби операцияларҙа ҡатнаша, ә 1910 йылда яңы династияның Беренсе Короле Англия менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөй, шунда ул Англия менән Бутан араһында сюзеренлы мөнәсәбәттәрҙе таный, быны ул Англияның Бутандың эске эштәренә бер ҙә ҡыҫылмауын һәм илгә тулы автономия хоҡуғын алыр өсөн эшләй. Ошо ваҡыттан Бутан тулыһынса изоляцияла тора, һәм ил ике бөтә донъя һуғышынан ситтә тороп ҡала.

Һиндостандың 1949 йылда бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәс, Бутан шулай уҡ бойондороҡһоҙ ил булып һанала. Ләкин тулыһынса изоляцияла тороу Бутанды Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында һәм башҡа халыҡ-ара ойошмаларҙың эшендә ҡатнашыуҙан мәхрүм итә, сөнки ул яңылыш рәүештә донъя йәмғиәте тарафынан һиндостандың доминионы итеп ҡаралып килә. Һуңғараҡ Бутанға Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына инеү һәм үҙенең юридик бойондороҡһоҙлоғон иҫбатлау өсөн кәрәш алып барырға тура килә.

Яңы династияның Өсөнсө короле Джигма Дорджи Вангчук, 1952 йылда тәхеткә ултырғас, сәйәсәтте модернизациялау эшен башлай. Ҡытайҙың Тибеткә бәреп инеүе илде Бутан менән Һиндостан араһында Ҡытай баҫып алыуынан һаҡлау буйынса пакт төҙөргә мәжбүр итә һәм хәҙерге көнгә тиклем Бутандың хәүефһеҙлеге Һиндостан ғәскәрҙәре тарафынан гарантиялана. Джигма Дорджи Ҡалып:Уточнить 2илдә аҡса менән эшләүҙе лә юлға һалып ебәрә. Бары тик 1971 йылда ғына Бутан Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына инә.

 
Представитель коренного населения Бутана

Династияның Дүртенсе короле Джигме Сингье Вангчук тәхеткә 1972 йылда ултыра һәм илдә байтаҡ реформалар үткәрә. Бутанға сикләнгән һанда башҡа ил журналистары һәм туристары инә башлай. Король илгә инфраструктураларҙы (электр тогын, телефон һәм радио бәйләнешен, юлдарҙы) тирә яҡ мөхиткә мөмкин тиклем зыян килтермәйсә индереү менән булыша. 1998 йылда король башҡарма власты министрҙар кабинетына тапшыра һәм юғары эшелон чиновниктарын ротациялау һәм алмаштырып ҡуйыуҙы индерә. 2002 йылда Бутанда милли телевидение барлыҡҡа килә (быға тиклем телевидение тыйылған була). Халыҡтың көнкүреше көндән-көн күтәрелә, инфраструктуралар камиллаштырыла һәм модернизациялана. Шуға ҡарамаҫтан, Бутан үҙ традицияларын әлегә тиклем ныҡ һаҡлап килә.

2006 йылдың 14 декабрендә Бутандың дүртенсе короле Джигме Сингье Вангчук (тыуған 1955 йылда) үҙенең улы, Джигме Кхесар Намгьяла (1980 йылда тыуған) файҙаһына тәхеттән баш тарта. [13]} (1936)

Географияһы

үҙгәртергә
 
Карта Бутана

Топография

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Леса Бутана

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Атлас мира: Максимально подробная информация / Етәкселәр проекта: А. Н. Бушнев, А. П. Притворов. — Москва: АСТ, 2017. — С. 50. — 96 с. — ISBN 978-5-17-10261-4.
  2. COUNTRY COMPARISON :: POPULATION 2011 йыл 27 сентябрь архивланған.
  3. Population and Housing Census of Bhutan — 2005 (ингл.) (PPT). UN (2005). Дата обращения: 5 ғинуар 2010. Архивировано 2 февраль 2012 года.
  4. 4,0 4,1 Bhutan. International Monetary Fund. Дата обращения: 20 апрель 2011. Архивировано 2 февраль 2012 года.
  5. Human Development Report 2013. United Nations Development Programme (14 март 2013). Дата обращения: 14 март 2013. 2014 йыл 8 июль архивланған.
  6. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
  7. Бутан // Большой Кавказ — Великий канал. — М. : Большая российская энциклопедия, 2006. — С. 406-410. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 4). — ISBN 5-85270-333-8.
  • Бутан, государство в Азии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Мишель Пессель. Путешествие в Мустанг и Бутан. Вильнюс Вага 1982
  • Правовые системы стран мира. Энциклопедический справочник. Под ред. А. Я. Сухарева. М., НОРМА, 2003. Статья «Бутан». С. 126—128.
  • Gisela Bonn. Bhutan. Kunst und Kultur in Reich der Drachen. DuMont Kunst Reiseführer. DuMont, Köln, 1988
  • Aris M. Bhutan. The early History of a Himalaya Kingdom, Washington 1979
  • Aris M. View of Medieval Bhutan. The diary and drawing of Samuel Davis 1783. London/Washington 1982
  • Stan Armington, Bhutan. Lonely Planet travel guide.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Бутанские источники на английском

үҙгәртергә

На русском языке

үҙгәртергә

Ҡалып:Бутан в темах Ҡалып:Государства без выхода к морю Ҡалып:Южная Азия Ҡалып:SAARC Ҡалып:Монархии