Горшков Василий Николаевич

Горшков Василий Николаевич (17 декабрь 1920 йыл — 31 август 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының отделение командиры, кесе сержант (1943), курс тамамлағандан һуң кесе лейтенант (1944). Советтар Союзы Геройы (1943)[1].

Горшков Василий Николаевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 17 декабрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Дүртөйлө районы
Вафат булған көнө 31 август 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (23 йәш)
Вафат булған урыны Ивано-Франковск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Василий Николаевич Горшков 1920 йылдың 17 декабрендә Башҡорт АССР-ының Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[2] Байгилде ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тулы булмаған урта белемле. Байгилде трахоматоз медпунктында эшләй.

Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы сафына Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың 3 майында саҡырыла.

1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

575-се уҡсылар полкының автоматсылар ротаһында отделение командиры (161-се уҡсылар дивизияһы, 40-се армия, Воронеж фронты), ВКП(б) ағзалығына кандидат кесе сержант Василий Горшков 1943 йылдың 22 сентябрендә Украинаның Черкасск өлкәһе Канев районы Трахтемир ауылы эргәһендәге Днепр йылғаһын аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. Дошман артиллерияһы һәм пулеметының аяуһыҙ уты аҫтында ул отделениеһы менән беренселәрҙән булып кәмәлә автоматсыларҙың штурмалаусы төркөмөн йылға аша сығара һәм плацдармда нығына. Һуңынан көнбайыш ярға икенсе төркөм яугирҙәрҙе сығара. Дошман контратакаһын уңышлы кире ҡағып, В. Н. Горшков шәхсән 15 гитлерсыны юҡ итә. Бынан һуң ул дошман уты аҫтында, балыҡсылар кәмәһендә йылға аша боеприпастар һәм яралыларҙы сығарып, тағы алты рейс яһай.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 23 октябрендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы һәм командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн кесе сержант Василий Николевич Горшковҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 2020) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3].

1944 йылда кесе лейтенанттар курсын тамамлай, ошо йылдың 31 авгусында һәләк була, Украинаның Ивано-Франковск өлкәһе Надворнянск районы Заречье ауылында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Советтар Союзы Геройы (1943).
  • Ленин ордены (1943).
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (14.08.1944)[1].
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (18.09.1944)[4].
  • Миҙалдар

Хәтер үҙгәртергә

  • Дүртөйлө ҡалаһында (Башҡортостан) геройға бюст ҡуйылған, шунда уҡ уның исемен урам һәм йәштәр үҙәге йөрөтә.
  • Тыуған ауылында В. Н. Горшковтың йорт-музейы асылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1303, л. 1, 6, 7)
  2. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 11, л. 500, 501)
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 2582, л. 2, 44, 45)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.

Һылтанмалар үҙгәртергә