Вострецов Степан Сергеевич
Вострецов Степан Сергеевич (17 декабрь 1883 йыл — 3 май 1932 йыл) — СССР-ҙың хәрби етәксеһе. Беренсе донъя һуғышы һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, большевик.
Вострецов Степан Сергеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 17 (29) декабрь 1883[1] |
Тыуған урыны | Вострецов, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 3 май 1932[2][1] (48 йәш) |
Вафат булған урыны | Новочеркасск, Северо-Кавказский край[d], РСФСР, СССР |
Үлем төрө | Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу |
Ерләнгән урыны | Туғандар ҡәберлеге (Дондағы Ростов) |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | прапорщик |
Һуғыш/алыш | Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Совет-поляк һуғышы, Силәбе операцияһы, Омская операция[d], Спасская операция[d], Саха фетнәһе һәм Ҡытай-Көнсығыш тимер юлындағы конфликт (1929) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вострецов Степан Сергеевич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәСтепан Сергеевич Вострецов 1883 йылдың 17 декабрендә Өфө губернаһының Казанцево[3] ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, тимерсе булып эшләгән. 1905 йылда РСДРП-ға ингән, меньшевик (1918 йылда меньшевиктар менән бәйләнештәрен өҙә).
1906 йылдан 1909 йылға тиклем батша армияһында рядовой булып хеҙмәт итә, 1909 йылда һалдаттар араһында революцион агитация өсөн 3 йыл төрмәгә хөкөм ителә: бер төркөм һалдаттар тыйылған сәйәси китап уҡый. Көтмәгәндә офицер инә. Ул нимә уҡығандарын күрһәтеүҙе талап итә, баш тартыуҙарына Вострецовтың битенә һуғып ебәрә. Вострецов штык алып офицерға ташлана. Теге ҡасып өлгөрә. Офицерға ҡорал менән ташланғаны өсөн Вострецов Степанға үлем язаһы ҡурҡынысы янай, әммә тикшереү мәлендә ул иҫәүән ролен башҡара.
Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, батырлығы өсөн подпрапорщик дәрәжәһе бирелә[4], өс Георгий тәреһе менән бүләкләнә.
1918 йылдың мартында демобилизациянан һуң тыуған Казанцево ауылына ҡайтып, коммуна ойоштора. Большевизмда ғәйепләнеп, 1918 йылдың йәйендә ҡулға алына. 1918 йылдың көҙөндә Вострецовҡа аҡ армияға состав вербовкалау өсөн штаб ойоштороу йөкмәтелә, ул бының менән файҙалана һәм ҡыҙылдарға ҡаса. 27-се дивизия 2-се Петроград полкының разведчиктары тарафынан ҡулға алына. Башта Вострецовты шымсы тип атырға теләйҙәр, әммә 2-се Петроград полкы командиры Р. И. Сокк уға ышана һәм 5 армияның 27 -се уҡсылар дивизияһы 2-се Петроград полкының 1-се батальонына рота командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләй.
1919—1920 йылдарҙа 243-сө Петроград полкы, 27-се дивизияның 242-се Волга полкы менән Көнбайыш һәм Көнсығыш фронттарҙа етәкселек итә, Силәбе, Омск һәм Минск ҡалаларын алыуҙа батырлыҡ күрһәтә. 1921 йылда Себер сиктәрен һаҡлау буйынса ВЧК ғәскәрҙәре идаралығының начальнигы була, 1922 йылда Алыҫ Көнсығыш республикаһының Халыҡ-революцион армияһы ғәскәрҙәре төркөмө менән Спасскты штурмлағанда һәм Приморьенан аҡтарҙы ҡыуып сығарғанда етәкселек итә. 1923 йылда Охот-Аян райондарында (Охот-Аян операцияһы) генерал Пепеляев отрядын юҡ итеү буйынса экспедиция отрядын етәкләй.
1927 йылда Вострецов Хәрби-академия курстарын тамамлай, һуңынан 51-се уҡсылар дивизияһы менән етәкселек итә[5].
1929 йылдың 14 октябрендә Ҡыҙыл Байраҡлы Алыҫ Көнсығыш армияһы ғәскәрҙәренең командующийы В. К. Блюхер С. С. Вострецовты 18-се уҡсылар корпусы командиры итеп тәғәйенләй[6][7].
Ҡытай-Көнсығыш тимер юлындағы (КВЖД) хәрби операцияға әҙерлек осоронда Айырым Алыҫ Көнсығыш армияһы (ОДВА) составында Байкал аръяғы ғәскәрҙәре төркөмө булдырыла, уның составында С. С. Вострецов етәкләгән 18-се уҡсылар корпусы ла инә.
1929 йылда Маньчжурия-Чжалайнорск операцияһында ҡатнаша. 4 тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены (Силәбе һәм Минскты алыу өсөн, Спасскты штурмлау өсөн, Пепеляев отрядтарын бөтөрөү өсөн) һәм Почетлы революцион ҡорал менән бүләкләнә
27-се Омск дивизияһы командиры[8]. Һуңынан 9-сы уҡсылар корпусы командиры була.
1932 йылдың 3 майында Новочеркасскта зыяратта үҙенә үҙ ҡул һала (атыла). Дондағы Ростовта ерләнгән.
Замандаштары хәтирәләре
үҙгәртергәОмск дивизияһы менән… граждандар һуғышы геройы Степан Вострецов етәкселек итте. Беҙ уның дүрт Ҡыҙыл Байраҡ орденына һоҡланыу менән ҡарай инек — шундай уҡ ордендар тағы өс кешелә — Фабрициус, Федько һәм Блюхерҙа ғына булды. Дивизия командиры Вострецов ябай кеше булды, дөйөм хөрмәт менән ҡаҙанды. Беҙҙе уның маһайыулығының юҡлығы, кешелеклелеге, ҡыҙыҡһыныусанлығы арбай ине.
— Артиллерияның баш маршалы Воронов Николай Николаевич На службе военной. — (Военные мемуары). — М.: Воениздат, 1963. — С. 56—57.
Хәтер
үҙгәртергә- Хабаровск крайы Охотский районының Вострецово ауылы. Шулай уҡ ауылда шул исемдәге һәйкәл ҡуйылған.
- С, С. Вострецовтың бюсы Аян (Хабаровск крайы) ауылында ҡуйылған, шулай уҡ Аян ауылында уның исеме менән урам аталған.
- Хабаровск ҡалаһында Вострецов урамы
- Өфө ҡалаһында Вострецов урамы
- Владивосток ҡалаһында Вострецов урамы
- Магадан ҡалаһында Вострецов урамы
- Омск ҡалаһында Вострецов урамы
- Силәбе ҡалаһында Вострецов урамы
- Витебск ҡалаһында Вострецов урамы
- Усть-Каменогорск ҡалаһында Вострецов урамы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. Ламин — Новосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
- ↑ Вострецов Степан Сергеевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһы Борай районының Вострецов ауылы
- ↑ «Огонек», 1928, № 9, стр.19
- ↑ Тимофеев Е. Д. С. С. Вострецов. — М.: Воениздат, 1981.
- ↑ Федюнинский И. И. На Востоке. — М.: Воениздат, 1985.
- ↑ Военный энциклопедический словарь. — М.: Воениздат, 1984.
- ↑ Воронов Н. Н. На службе военной. — (Военные мемуары). — М.: Воениздат, 1963. — С. 56.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шамбаров В. Е. Белогвардейщина. — М.: Эксмо-Пресс, 2002.
- Митюрин Д. В. Гражданская война: Белые и Красные. — М.: Аст, 2004.
- Гражданская война в лицах (фотодокументы). [1]
- Тимофеев Е. Д. Степан Вострецов. — М.: Воениздат, 1981 [2]
- Вострецов Степан Сергеевич «Силәбе» энциклопедияһында
- Вострецов Степан Сергеевич [3]
- ЦГАСА. Ф. 39472; 41 д.; 1929—1931 гг. Управление 18-го стрелкового корпуса ОКДВА. https://web.archive.org/web/20131017005209/http://guides.rusarchives.ru/browse/guidebook.html?bid=121&sid=91911
- ЦГАСА. Ф.887; 144 д.; 1924—1932, 1935—1940 гг. Управление 18-го стрелкового корпуса (бывшая 2-я армия ДВФ).
- Военный энциклопедический словарь. — М.: Военное издательство, 1984. — С. 165 Вострецов Степан Сергеевич; с. 423 Маньчжуро-Чжалайнорская операция 1929; с.686 Советско-китайский конфликт 1929;
- Федюнинский И. И. На Востоке. — М.: Воениздат, 1985.
- Вострецова А. К. С. С. Вострецов. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1966.
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. Здание, где работал Вострецов С. С. Вокзальная улица, Здание кузнечного цеха ТРЗ. Уфа:Китап, 1999, 69-70 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Вострецов Степан Сергеевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 1 декабрь 2018)
- Биография