Мағазов Азат Шәйехйән улы

Мағазов Азат Шәйехйән улы (17 декабрь 1926 йыл — 13 декабрь 2015 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, йәмәғәт эшмәкәре һәм яҙыусы. Отставкалағы авиация полковнигы. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәинәт хеҙмәткәре (1984). II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1968) ордендары кавалеры. Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (1997) һәм Муса Гәрәев исемендәге (2013) премиялар лауреаты.

Мағазов Азат Шәйехйән улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 17 декабрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Баязит, Сатый ауыл советы, Миәкә районы, СССР
Вафат булған көнө 13 декабрь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө яҙыусы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Яҙыусылар Азат Мағазов һәм Гүзәл Ситдиҡова М. Гафури исемендәге Йорт-музей алдында музей хеҙмәткәрҙәре менән. 2014.

Биографияһы

үҙгәртергә

Азат Шәйехйән улы Мағазов 1926 йылдың 17 декабрендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Баязит ауылында тыуған.

1943 йылда мәктәпте тамамлағас, хәрби хеҙмәткә алына һәм осоусы булараҡ штурм авиацияһы полкы составында I, II, III Балтик буйы һәм Ленинград фронттары составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә.

Һуғыш тамамланғас та хәрби хеҙмәтен артабан дауам итә. 1952 йылда Харьков авиация штурмандары училищеһын тамамлай, бер үк ваҡытта ошо ҡалалағы педагогия институтында ла уҡый. Артабан СССР Ҡораллы Көстәре составында төрлә хәрби вазифаларҙа 30 йыл дауамында хеҙмәт итә һәм полковник дәрәжәһендә отставкаға сыға.

Азат Мағазов 2015 йылдың 13 декабрендә 89-сы йәшендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булды[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • Азат Мағазов 1981—1996 йылдарҙа Рәсәй Тыныслыҡ фонды Башҡортостан республика бүлексәһенең идары рәйесе булып эшләне.

Әҙәби эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Прозаик Азат Мағазовтың «Шоңҡар юлы», «Эҙләр инем, эҙең юҡ», «Ҡырауҙан һуң миләш тәмләнә», «Тәүбә» һәм башҡа китаптары милли әҙәбиәттә үҙенсәлекле күренеш булды. Тәнҡитселәр уның «Үрге Димдә ай ҡойона» трилогияһын Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәй әҙәбиәтенең ижади ҡаҙанышы тип баһаланы.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Шоңҡар юлы (1975)
  • Ҡырауҙан һуң миләш тәмләнә
  • Үрге Димдә ай ҡойона
  • Тәүбә
  • Эҙләр инем, эҙең юҡ (1991)
  • Әйләнә тирмән ташы (1996)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2020)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2020)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2020)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2020)

Һылтанмалар

үҙгәртергә