Хафизов Нәжибәк Шаһикамал улы

яҙыусы, драматург, театр эшмәкәре

Хафизов Нәжибәк Шаһикамал улы (17 декабрь 1921 йыл1983 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. Прозаик, драматург, сатирик. 1963—1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Хафизов Нәжибәк Шаһикамал улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 17 декабрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Ураҙ, Учалы районы
Вафат булған көнө 1989
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы

Биографияһы

үҙгәртергә

Нәжибәк Шаһикамал улы Хафизов 1921 йылдың 17 декабрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Яңы Ураҙ ауылында тыуған[1].

 
Ирәндек тауы

Ураҙ мәктәбен тамамлағандан һуң, 1937 йылда Башҡорт театр училищеһына уҡырға инә[2] . 1941 йылда Ауырғазы драма театрында артист булып эш башлай.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Японияға ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн матрос Хафизов орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Тәүге әҙәби әҫәрҙәре 1947—1948 йылдарҙа республика матбуғат баҫмаларында күренә башлай.

Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы буйынса идаралығында сәнғәт буйынса өлкән инспектор була. Башҡорт академия драма театры актеры булып эшләй.

Башҡорт АССР-ы телерадиокомпанияһында әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире (1954 йылдан), «Һәнәк» журналы әҙәби хеҙмәткәре.

Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар Союзының яуаплы секретары(1958—1961).

СССР Яҙыусылар Союзы янындағы Юғары әҙәби курстарҙа уҡый (1961—1963).

Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры (1963 −1967). 1960—1970 йылдарҙа популяр булған «Кәтүк менән Бағанай» персонаждарын уйлап сығарған, улар өсөн ҡыҫҡа сәхнә әҫәрҙәре яҙған.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры (1967—1978).

Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар cоюзы ағзаһы. Прозаик. Сатирик. 20-нән ашыу пьеса авторы. Күп кенә бер актлы пьесалар авторы («Күршеләр», «Үҙ кеше», «Ҡунаҡта», «Дуҫтар», «Яңылышыу», «Бер көҙгө көндә» һ.б.)

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Күршеләр. Өфө. Башҡортостан китап нәшрите. 1960, 84 бит.
  • Алтын финиш (очерктар). Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте.1962
  • Командаһыҙ капитан (пьесалар).Өфө.Башҡортостан китап нәшриәте.1966,48 бит
  • Һалҡын тулҡындар. Повесть. Өфө.1996

Башҡортсаға тәржемә иткән

1.Л. Н. Толстой. Живой труп

2.А. П. Чехов. Дядя Ваня.

3.В.Блинов. Беглец.

4.Дж. Лондон. Кража.

5. А.Арбузов,Е. Кравченко әҫәрҙәре

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә