9 май
көнө
(9 мая битенән йүнәлтелде)
9 май — григориан стиле буйынса йылдың 129-сы (кәбисә йылында 130-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 236 көн ҡала.
9 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
9 май Викимилектә |
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер:
- Европа Берләшмәһе: Европа көнө.
- АҠШ: Индеецтар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы, БДБ: Еңеү көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби дан көнө. Совет халҡының 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүе (1945).
- Аргентина: Актёрҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Урам музыканттары көнө.
- 1951: Өфөлә Советтар Союзы Геройы Александр Матросов — Шакирйән Мөхәмәтйәновҡа һәйкәл асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Әхтәмов Ибраһим Әбүсүғүт улы (1880—1931), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1901—1917 йылдарҙа РСДРП ағзаһы. 1917 йылдың яҙында Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары Советы ағзаһы, РСДРП-ның Өфө берләштерелгән ойошмаһы комитеты рәйесе, көҙөндә Өфө меньшевиктар ойошмаһы рәйесе. 1917—1918 йылдарҙа Бөтә Рәсәй мосолман шураһы ағзаһы, Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнашыусы. 1922 йылдан СССР Үҙәк ҡулланыусылар йәмғиәте союзы юрисы (Мәскәү). Бөтә Рәсәй мосолмандарының 1-се съезында (май, 1917) ҡатнашыусы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Войтович Елена Константиновна (1900—10.04.1975), балет артисы, балетмейстер. 1939 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1945—1960 йылдарҙа педагог-балетмейстеры. Рудольф Нуриевтың тәүге педагогтарының береһе. Өфөләге Владимир Комаров исемендәге балалар ижады һарайының балалар хореография коллективын ойоштороусы һәм 1939—1963 йылдарҙа уның алмашһыҙ етәксеһе. Сығышы менән Санкт-Петербург ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Мартынов Леонид Николаевич (1905—21.06.1980), шағир, тәржемәсе. Шүлгәнташҡа арналған «Башкирская пещера» шиғырының авторы. Төрлө телдәрҙә ижад иткән шағирҙарҙың, шул иҫәптән Мәжит Ғафури, Хәниф Кәрим һәм башҡа ҡайһы бер башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеүсе. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1974). Сығышы менән Омск ҡалаһынан.
- Байрамғолов Фирғәт Миҙхәт улы (1960), ғалим-анестезиолог-реаниматолог, һаулыҡ һаҡлау һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2003—2017 йылдарҙа Республика перинаталь үҙәгенең баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Гражданкин Василий Филиппович (1911—2004), конструктор. 1941—1950 йылдарҙа Өфөләге 161-се дәүләт союз заводының яуаплы хеҙмәткәре, 1952 йылдан баш инженеры; 1959—1977 йылдарҙа Өфө «Молния» агрегат конструкторлыҡ бюроһының баш конструкторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1971). Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1958) ордендары кавалеры. Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Чанбарисов Шәйхулла Хәбибулла улы (1916—4.10.1996), педагог, ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт дәүләт университетының беренсе ректоры. 1973—1981 йылдарҙа Өфө вуздары ректорҙары советы рәйесе. Тарих фәндәре докторы (1975), профессор (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). Октябрь Революцияһы (1972), ике Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1943), Александр Невский (1945), 1-се (1945) һәм 2-се дәрәжә (1985) Ватан һуғышы, ике «Почёт Билдәһе» (1961, 1967) ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Кәбиров Зәкирйән Кәбир улы (1921—2012), табип-хирург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956—1992 йылдарҙа Илеш районы Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1959 йылдан баш табип урынбаҫары һәм райондың әйҙәүсе хирургы; 1970—1974 йылдарҙа — баш табип. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1969). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1944). Сығышы менән ошо райондың Рсай ауылынан.
- Нураев Хәмит Садиҡ улы (1926—2005), муниципаль хеҙмәткәр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945—1965 йылдарҙа Хәйбулла район Советы башҡарма комитеты финанс бүлегенең яуаплы хеҙмәткәре, 1965 йылдан район ҡулланыусылар йәмғиәте инструкторы, 1968—1985 йылдарҙа райпо идараһы рәйесе урынбаҫары. 1-се һәм 2-се дәрәжә (1985) Ватан һуғышы ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы.
- Ғәрифуллин Фәнүз Кәшфелбаян улы (1936—2017), хеҙмәт алдынғыһы. 1964—1996 йылдарҙа «Башавтотранс» берекмәһе водителе. III дәрәжә Хеҙмәт Даны һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Зворыгин Михаил Николаевич (1936), механизатор. 1976—1996 йылдарҙа Әбйәлил районы «Красная Башкирия» совхозы механизаторы. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
- Латынский Евгений Александрович (1936), инженер. Өфө районы СССР-ҙың 60 йыллығы исемендәге совхоздың элекке баш инженер. РСФСР-ҙың атҡаҙанған инженеры.
- Аблаев Ирек Йомабай улы (1946—11.01.2011), хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре. Полковник. 1971—1995 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1994—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы именлек министры урынбаҫары. 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы Премьер-Министры урынбаҫары — Башҡортостандың Мәскәү ҡалаһындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле, 2001—2010 йылдарҙа — Тулы хоҡуҡлы вәкилдең кәңәшсеһе.
- Зөбәйеров Сибәғәт Ғариф улы (1946), ғалим-инженер-механик. 1970 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974—1975 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2001 йылдан тау һәм ғәмәли математика кафедраһы, 2007 йылдан — механика һәм машиналар конструкциялау кафедраһы мөдире. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, техник фәндәр докторы (2000). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Воскресенск ауылынан.
- Әхмәтова Рәсимә Шамил ҡыҙы (1946), фармацевт. 1973 йылдан хәҙерге «Башфармация» предприятиеһының Стәрлетамаҡ филиалы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1997—2004 йылдарҙа — мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1998).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Дегтярёв Николай Егорович (1932), транспорт тармағы ветераны. «Башавтотранс» берекмәһенең Салауат ҡалаһындағы автоколоннаһының элекке директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Ғарифуллин Сәфәрғәли Муллағәли улы (1942), хеҙмәт ветераны. 1958—2005 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2000), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Үрге Иҙрис ауылынан.
тулы исемлек
- Әхибйәнов Зәбир Шакир улы (1952—13.12.2017), хәрби хеҙмәткәр, майор. 2003—2017 йылдарҙа ДОСААФ-тың Белорет өлгөлө автомобиль мәктәбе начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (2012).
- Бигнов Рабис Мөбәрәк улы (1957), хеҙмәт ветераны. 1978 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы хеҙмәткәре, 1992 йылдан мастер, цех начальнигы урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Үрге Аташ ауылынан.
- Князев Николай Иванович (1957), дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1998—2004 йылдарҙа «Белая крепость» спирт-араҡы комбинаты директоры; 2004—2005 йылдарҙа Бөрө ҡалаһы һәм Бөрө районы хакимиәте башлығы; 2005—2018 йылдарҙа «Башспирт» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе (2008—2013) һәм бишенсе (2013—2018) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2007) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән Бөрө районының Михайлово-Никольск ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Тарасенко Николай Евдокимович (1908—20.07.1974), механизатор. 1934—1954 йылдарҙа Дәүләкән МТС-ы тракторсыһы һәм бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1967).
- Байгилдин Солтан Йосоп улы (1933—19.10.2010), педагог. 1958—1993 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Хәйбулла районы Әбеш мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976). Сығышы менән ошо райондың Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан.
- Нурмөхәмәтов Әнүәр Әбүбәкер улы (1943—18.03.2009), театр актёры, режиссёр. 1965 йылдан (өҙөклөк менән) Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисы, 1975 йылдан — режиссёры, 1978—1987 йылдарҙа — баш режиссёры. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1983), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1980).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Спасский Владимир Иосифович (1874—18.03.1955), күҙ табибы-ғалим. 1934 йылдан Башҡортостан республика трахоматоз ғилми-тикшеренеү институты директоры, 1945 йылдан — ғилми етәксеһе, бер үк ваҡытта 1936 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, күҙ ауырыуҙары кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1947), профессор (1947). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1940). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944), «Почёт Билдәһе» (1950) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Калуга өлкәһенең Рождество ауылынан.
- Ғиләжев Фуат Ғарифулла улы (1924—16.11.2000), хоҡуҡ белгесе-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945 йылдан прокуратура органдары хеҙмәткәре, 1970 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1972—1981 йылдарҙа юридик факультет деканы. Юридик фәндәр кандидаты (1970). РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы (1974). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй ауылынан.
тулы исемлек
- Йәнекәев Рифҡәт Сәлих улы (1924—17.04.2000), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1989 йылдарҙа Дүртөйлө районының Карл Маркс исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының 7‑се саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) Яңы Мортаза ауылынан.
- Безшейко Николай Михайлович (1949), механизатор. 1967–2009 йылдарҙа Хәйбулла районы «Маҡан» совхозы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән ошо райондың Воздвиженка ауылынан.
- Солтанов Ринат Ишбулды улы (1954—22.05.2021), философ-ғалим, йәмәғәтсе. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, 1990—1995 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Философия институтының төп ғилми хеҙмәткәре. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының 2-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт думаһы депутаты.
- Ураҙбахтин Илдар Миҙхәт улы (1954), хирург-ғалим. 1981 йылдан Өфөнөң 21‑се дауаханаһы табибы, 2004—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетының өҫтәмә белем биреү институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2005), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007).
- Торомтаева Ленура Марс ҡыҙы (1959), педагог. 1982 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, 1999 йылдан — Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Күгәрсен ауылынан.
- Мәрҙәнов Рөстәм Хәбиб улы (1964), иҡтисадсы-ғалим, дәүләт органы һәм банк системаһы хеҙмәткәре. 2015—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2004). Дуҫлыҡ (2011), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2015) һәм Салауат Юлаев (2018) ордендары кавалеры.
- Назарова Ирина Риф ҡыҙы (1964), шәфҡәт туташы. 2007 йылдан Республика кардиология үҙәгенең баш шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы. «Баш шәфҡәт туташы—2020» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе.
- Хәмитов Илшат Нурәхмәт улы (1969), педагог, муниципаль орган хеҙмәткәре, спортсы. 2013 йылдан Баймаҡ ҡалаһының «Богатырь» физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры. Милли көрәш буйынса спорт мастеры, Башҡортостан чемпионы (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Буранбай ауылынан.
- Ҡоҙабаев Радик Йәнтимер улы (1974), эшсе. 1994 йылдан Хәйбулла районындағы Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының таш ваҡлаусыһы, 2005 йылдан — байыҡтырыу фабрикаһы ҡорамалдарын ремонтлау буйынса слесарь. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы (2010). Сығышы менән ошо райондың Йәнтеш ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1835: Максим Антонович, Рәсәй империяһының әҙәби тәнҡитсеһе, публицист.
- 1845: Густаф де Лаваль, Швеция инженеры, уйлап табыусы.
тулы исемлек
- 1860: Джеймс Мэтью Барри, Шотландия яҙыусыһы, драматург.
- 1890: Елена Жилина, театр актрисаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1957).
- 1895: Ричард Бартелмесс, АҠШ актёры, Америка киноакадемияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1895: Лучиан Блага, Румыния яҙыусыһы.
- 1905: Николай Прозоровский, СССР киноактёры, режиссёр.
- 1940: Джеймс Брукс, АҠШ продюсеры, кинорежиссёр һәм сценарист.
- 1945: Рузанна Лисициан, СССР йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Әрмән ССР-ының халыҡ (1987), Рәсәйҙең атҡаҙанған (1997) артисы.
- 1945: Юпп Хайнкес, Германияның футбол тренеры.
- 1980: Алексей Воевода, Рәсәй спортсыһы, бобслей буйынса ике тапҡыр олимпия чемпионы.
- 1980: Грант Хэккет, Австралия спортсыһы, йөҙөү буйынса өс тапҡыр олимпия, 17 тапҡыр донъя чемпионы.