Ураҙбахтин Илдар Миҙхәт улы
Ураҙбахтин Илдар Миҙхәт улы (9 май 1954 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2005). Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2007)[1][2].
Ураҙбахтин Илдар Миҙхәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 9 май 1954 (70 йәш) |
Тыуған урыны | Атйетәр, Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим, хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәУраҙбахтин Илдар Миҙхәт улы 1954 йылдың 9 майында Башҡорт АССР‑ының Боҙаяҙ районы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы, Атйетәр ауылында тыуған[1].
1978 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Шул йылда Өфөнөң 8‑се дауаханаһында хирург булып хеҙмәт юлын башлай. 1979 йылдан Асҡын үҙәк район дауаханаһында, ә 1981 йылдан алып Өфөнөң 21‑се дауаханаһында эшләй. 2004—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетының өстәмә белем биреү институтында уҡыта[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәУраҙбахтин Илдар Миҙхәт улының фәнни эшмәкәрлеге ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларында киҫкен хирургик ауырыуҙар булған кешеләрҙе диагностикалауға һәм дауалауға арналған. Ул эндоскопик, эндохирургик тикшереүҙәр үткәрә, туҡымаларҙағы патологик үҙгәрештәрҙе объективлаштырыу өсөн төҫ метрологияһын өйрәнә. Илдар Миҙхәт улы ҡатнашлығында лайлалы тиресәләр колориметрияһы, видеоэндоскопик тикшереүҙәр ваҡытында ишемияны һәм сероз тиресәләрҙең шешеү реакцияһын баһалау ысулдары эшләнгән. Ураҙбахтин 270 самаһы фәнни хеҙмәт авторы, 7 уйлап табыуға патент эйәһе[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә— Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2005),
— Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2007).
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Хирургия абдоминальных повреждений. М., 2005 (авторҙаш);
- Применение лазерной допплеровской флоуметрии в эндоскопии и эндохирургии при неотложных заболеваниях органов брюшной полости. М., 2006 (авторҙаш).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 [Ураҙбахтин Илдар Миҙхәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.]
- ↑ Ураҙбахтин Илдар Миҙхәт улы