Аблаев Ирек Йомабай улы

Аблаев Ирек Йомабай улы (рус. Аблаев Ирек Юмабаевич; 9 май 1946 йыл11 ғинуар 2011 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре. Полковник. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001)[1].

Аблаев Ирек Йомабай улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 9 май 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Башҡорт Үргене, Яңы Петровка ауыл Советы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 11 ғинуар 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө СССР Дәүләт именлеге комитеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Ирек Йомабай улы Аблаев 1946 йылдың 9 майында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында тыуған.

Хеҙмәт юлын 1963 йылда Ейәнсура районының Яңы Себенле һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы вазифаһында башлай.

1969 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Шунан һуң Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итә.

1971 йылдан — СССР һәм Рәсәй дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре.

1994—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының именлек министры урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт итә. Полковник.

1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары[2] — Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиле[3].

2001—2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиле кәңәшсеһе.

2011 йылдың 11 ғинуарында Ирек Йомабай улы Аблаев 65-се йәшендә ҡапыл вафат була. Мәскәүҙә Мосолман зыяратында ерләнгән[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Ирек Йомабай улы Аблаев «СССР Ҡораллы Көстәренә 60 йыл», «СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл», өс дәрәжә «Намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» тигән маҡтаулы исем бирелә. 1996 йылда Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнә[5]

Өйләнгән. Ғаиләлә бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр[6]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә