«Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһы — Башҡортостандың (Рәсәй) дарыуханалар һәм оптикалар селтәре.

Башфармация
Нигеҙләү датаһы 1926
Дәүләт  Рәсәй
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы унитар предприятие[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Өфө, Рәсәй
Рәсми сайт bashpharmacy.ru

1926 йылда Башҡорт АССР-ы һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының Башҡорт аптека идаралығы — «Башаптекоуправление» ойошторола. 1935 йыл аҙағында «Башаптекоуправление» РСФСР-ҙың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты Баш Аптека идаралығының хужалыҡ иҫәбе бүлеге ҡарамағына күсә.

1969 йылда БАССР-ҙың Министрҙар Советы янында Дарыухана идаралығы төҙөлә. Уның составында, ауыл дарыуханалары менән ойоштороу методик һәм хужалыҡ-финанс етәкселеген тормошҡа ашырыу өсөн, үҙәк район дарыуханалары ойошторола (ЦРА).

1989 йылда, хужалыҡ итеүҙең яңы принцибына күсеү менән бәйле, республиканың дарыухана идаралығы «Фармация» Башҡортостан производство берекмәһе тип үҙгәртелә.

1993 йылда предприятие «Башфармация» махсуслаштырылған дәүләт производство предприятиеһы (СГПП «Башфармация») итеп үҙгәртелә.

2003 йылдан дәүләт унитар предприятиеһы статусына эйә (ГУП «Башфармация»).

Милекселәре һәм етәкселеге

үҙгәртергә

Берҙән-бер акционеры булып Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре Министрлығы йөҙөндә, Башҡортостан Республикаһы тора (дәүләт өлөшө 100 %).

Генераль директоры Салауат Ибраһим улы Рәхмәтуллин.

Предприятие структураһы

үҙгәртергә

Предприятие составында 173 дарыухана, 200-ҙән ашыу киоск һәм дарыухана пункты, 7 «Оптика» магазины, 4 күмәртә склады һәм 1 автохужалыҡ бар[1].

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Предприятие эшмәкәрлегенең төп төрҙәре — дарыу препараттарын, медицина тәғәйенләнешендәге әйберҙәр һәм дарыухана ассортиментындағы башҡа медицина тауарҙарын күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә