Әбеш
Әбеш (рус. Абишево) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 78 кеше[3]. Почта индексы — 452085, ОКАТО коды — 80244805002.
Әбеш | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Бикҡол ауыл советы |
Халыҡ һаны |
99 кеше (2002)[1], 93 кеше (2009)[1], 78 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 452085 |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 78 | 40 | 38 | 51,3 | 48,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Ҡырғыҙ-Миәкә): 38 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Биҡҡол): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксенов): 36 км
Ауыл тарихы
үҙгәртергәИлекәй-Мең улусына ҡараған Әбеш ауылы 1795 йылғы V рәүиз материалдарында "Тархан Әбешев һәм утар" булараҡ билдәләнә. Тархан Әбишевтың 2 ихатанан торған утары айырым тораҡ пункты булараҡ теркәлә. Ул мәлдә Әбештәге 18 ихатала 97 кеше йәшәй. 1816 йылда үткәрелген VII рәүиздә Әбеш ауылы Ырымбур губернияһы Ырымбур өйәҙе 9-сы Башҡорт кантонының йорт старшинаһы Әбүбәкер Көсөковтың (1783 йылда тыуған) командаһына индерелә, һәм ауылдағы 22 ихатала 225 кешенең йәшәүе теркәлә. Әбүбәкер Көсөковтың командаһына түбәндәге ауылдар ҡарай: Үтәғол, Сурай, Аҡсура һәм Әбеш[4]. Тәүге төпләнеүсе Әбеш Иштин (Иштәкәев)-Ҡунҡаҫ ауылы кешеһе, 1763 йылда башҡорт ауылы Ғәйнәямаҡҡа керҙәшлек килешеүендә ҡатнашҡан. 1770 йылғы документтарҙа тағы бер тапҡыр телгә алына. Асыҡланыуынса, был ауыл Әбеш утары урынында XIX быуаттың башында уҡ барлыҡҡа килгән.
1816 йылғы рәүиз материалдарына ярашлы ауылда түбәндәге нәҫел кешеләре йәшәй: йорт старшинаһы Әбүбәкер Көсөков (улдары: Ҡаһарман, Ҡорманғәле, Садиҡ; ҡустылары: Усман менән Ғүмәр); ауылға нигеҙ һалған Әбештең улы Исхаҡ Әбешев (улдары: йөҙ башы Егәнбай Исхаҡов, Йәнсура, Аллағыуат һәм Изге Әбишевтар); указлы мулла Байғаҙаҡ Әбешев (1769 й. т., улдары: Мөхәмәт, Әбделкәрим, Мөхәмәтшәриф, Әбдрәхим); Ирсай Алдаров (1731 й. т.), улдары: Мөхәмәт, Егәнбай, Үзбәк, Муллабаҙарбай, поход старшинаһы Әбүҙәр (1787 — 1859)). Ирсайҙың улдары Мөхәмәт, Муллабаҙарбай һәм Әбүҙәр Алдаров фамилияһында теркәлә. Үзбәктең улдары Үзбәков фамилияһында йөрөй. Хорунжий Шәрмөхәмәт Үзбәков Ырымбур сик буйы һыҙатын һаҡлауҙа хеҙмәт итә, ҡырғыҙ-ҡайсаҡ хәрби походтарында ҡатнаша[5].
1816 йылдан һуң Әбүбәкер Көсөков, йорт старшинаһы Исхаҡ Әбешев, Босҡоновтар, Илъяс Торошевтар Гөбөрле йылғаһы буйындағы Әбүбәкер ауылына (2-се Әбеш) күсенә. 1859 йылда ундағы 38 ихатала 353 кешенең йәшәүе билдәле.
Әбештәрҙең хужалығы тураһында бер нисә статистик материал. 1843 йылда 107 башҡортҡа ни бары 200 бот яҙғы иген сәселә. Ужым игене һәм картуф бында әлегә билдәле булмаған. 17 йортҡа 114 умарта һәм 5 солоҡ тура килгән. Ауылда 1870 йылда мәсет булыуы теркәлә.
1834 йылда тәүге төпләнеүсенең улы Муса Әбишевҡа 93 йәш тула. Уның 5 улы булған.
«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» түбәндәге яҙма бар: Орс өйәҙе, 2-се стан, № 734, Әбеш ауылы (Әбүҙәр), башҡорт ауылы, Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан, Орск ҡалаһынан Верхнеуральск ҡалаһына тиклем иҫке һыҙат трактының уң яғы һәм почта трактының һул яғы араһында ята. Өйәҙ ҡалаһынан 109 саҡрым,ихаталар һаны — 40, йәшәүселәр һаны: ир-егеттәр 164, ҡатын-ҡыҙҙар 163. 1917 йылда ауылдағы 92 ихатала 580 кеше йәшәй[6].
Тәүге совет халыҡ иҫәбен алыу (1920 й.) материалдарында Башҡортостан Республикаһының Үҫәргән улусындағы Оло Әбеш ауылында 580, Бәләкәй Әбеш ауылында 111 кешенең йәшәүе теркәлә.
Урамдары
үҙгәртергә• Дим тыҡырығы рус. Демская (улица)
• Тыныслыҡ урамы рус. Мира (улица)
• Йәштәр урамы рус. Молодежная (улица) [7]
Күренекле шәхестәре
үҙгәртергә- Ғирфанов Түләк Хәбибрахман улы (1939, Башҡорт АССР-ның Миәкә районы Әбеш ауылы) — журналист, совет-партия хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, шағир, прозаик. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты — Аҡмулла исемен матбуғат биттәрендә яҡтыртҡан өсөн (2008).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Коллектив авторов. История башкирских родов. Усерган. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2019. — Т. 35, часть 2. — С. 167-168. — 704 с. — 1 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
- ↑ https://ufagen.ru/places/haibullinsky/abishevo
- ↑ https://ufagen.ru/places/haibullinsky/abishevo
- ↑ https://www.gosspravka.ru/02/038/000069.html«Налог Белешмәһе» системаһында Әбеш ауылы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2019)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Әбеш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2019)
- Абишево на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2019)