Бәләкәй Арыҫланғол
Бәләкәй Арыҫланғол (рус. Малоарслангулово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 351 кеше[2]. Почта индексы — 453814, ОКАТО коды — 80255805004.
Ауыл | |
Бәләкәй Арыҫланғол рус. Малоарслангулово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453814 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 351 | 180 | 171 | 51,3 | 48,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл тарихы
үҙгәртергә1795 йылғы ревизия мәғлүмәттәрендә Оло Арыҫланғол ауылында 33 йорт булған һәм 200 кеше йәшәгән. 1816 йылда ауылда 28 йорт һәм 136 кеше иҫәпләнгән. 1816 йылда ауылда ауыл» начальнигы Ильяс Арыҫланғол улы Күскилдин (1766-1851), уның улдары: 1796 йылғы Ҡаҙбулат (1859 йылдан зауряд-хорунжий), Йәнбулат, Ғәбделғәлләм, 1818 йылғы Әхмәтйән (1859 йылдан алып урядник), Дауыт, Муса һәм Ғайса; 1771 йылғы Мөхәмәт Арыҫланғол улы Күскилдин (ҡатыны Һағынбикә), уның улдары:1793 йылғы Аҡбулат Арыҫланғолов, Аллаяр, Искәндәр, ҡыҙы Мәрзиә; Сәфәр Байбулатов;сотник Кайсар Канбулатов; Мәсәғүт Мурзин; Сәйфулла Ураҙғолов;указлы мулла Вәлит Теләғол улы Сурин (1769 йылғы);мәзин Хәйбулла Ниязғолов; Абдрахман Күскилдин,уның улы зауряд - сотник Йәғәфәр; Рәхмәтулла Аралбаев;1729 йылғы Теләғол Сурович, уның улдары:1771 йылғы Хәлит, (Хәлиттең улдары: Бикйән, Мөхәмәтйән, Сәлимйән), Ласын, Ҡарабулат; Мәүли Арыҫланғолов, уның улы: Сәйфитдин (Сәфитдиндең улы Көнфиә).[3]
«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» тигән китапта ошондай яҙыу бар: «Орский уезд, 2-й стан, № 735 дер. Араслангулова (Назаргулова), башк., расположена у р. Сакмара, между правой стороной старо-линейного тракта и левой почтового тракта из г. Орска в г. Верхнеуральск. Расстояние от уездного города 114 верст, от становой квартиры 78 верст, число дворов 50, число жителей: муж. 256, жен. 274. В деревне действовала мечеть.»[4]
19 быуат аҙағында Бәләкәй Арыҫланғол ауылы айырылып сыға. Тәүге күсеп сығыусылар: Хәсән Теләүғолов; Баймамат Сурин; Динислам Ласынов; Садиҡ Күскилдин. Һуңыраҡ башҡа кешеләр ҙә яңы ауылға күсенә башлаған. Күсеп китеү сәбәбе булып сәсеү һәм сабынлыҡ ерҙәренең яҡын булыуы тора.[3]
1917 йылда яңы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында 54 йорт һәм 277 кеше иҫәпләнгән, 1940 йылда - 70 йорт һәм 398 кеше, 1989 йылда - 90 йорт һәм 505 кеше йәшәгән.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы (1955), режиссёр, халыҡ-ижады буйынса белгес-консультант, Сибай ҡалаһында сәсәндәр мәктәбе ойоштороусы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[5].
- Сурин Артур Шәйхетдин улы (6.06.1958—1.04.2012), мәғариф һәм дәүләт эшмәкәре. 2005—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы мәғәриф министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1992) һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997), Рәсәй Федерацияһының урта профессиональ белем биреү алдынғыһы 2003), Константин Ушинский һәм Михаил Шолохов исемендәге миҙалдар эйәһе.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 Рахимов. Р. История башкирских деревень Хайбуллинского района.// Ватандаш, 1998 г., №9. Стр. 18-42.
- ↑ Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.
- ↑ В галерее «Урал» откроется две выставки. Уфимская городская элекронная газета, 28.02.2018 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2020)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |