Краузе Константин Павлович
Краузе Константин Павлович (8 февраль 1877 йыл — 9 сентябрь 1964 йыл) — СССР-ҙың ғалим-физигы, мәғарифты ойоштороусы, Өфөнөң Икенсе ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы уҡытыусыһы (1905—1918), һуңынан уны 4-се Совет берләштерелгән мәктәбе итеп үҙгәртеп ҡороуҙан һуң 1927 йылға тиклем уның мөдире.
Краузе Константин Павлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 8 февраль 1877 |
Тыуған урыны | Калуга губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 9 сентябрь 1964 (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Сергиевское кладбище (Уфа)[d] |
Һөнәр төрө | физик |
Биографияһы
үҙгәртергәКонстантин Павлович Краузе 1877 йылдың 8 февралендә Калуга губернаһы Ржавца ауылында агроном ғаиләһендә тыуа.
Классик гимназияла урта белем ала, һуңынан Петербург университетында уҡый. Юғары уҡыу йортона 1898 йылда инә, әммә 6 йыл уҡый, сөнки 1901—1902 йылдарҙа студенттарҙың «законһыҙ» сходтарында ҡатнашҡан өсөн уҡыуҙан сығарыла. Студент булараҡ, профессор О. Д. Хвольсон семинарҙарында әүҙем ҡатнаша, Физика лабораторияһында дөйөм физика буйынса профессоры В. В. Лермантов һәм электр һәм магнетизм курстары буйынса И. И. Боргман етәкселегендә эшләй.
Физика-математика факультетын (математика бүлеге буйынса) тамамлағандан һуң, 1905 йылдың авгнусынан периферияла эшләргә теләк белдерә һәм Өфөнөң икенсе ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһына физика, математика һәм космография уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Уҡыу йортонда 14 йыл эшләй. Гимназияла бик яҡшы физика кабинеты булдыра һәм артабан бары тик физика уҡытыуға махсуслаша, өлөшләтә астрономия дәрестәрен бирә.
1916 йылда Мәскәүҙә бер нисә ай Педагогия институты ҡарамағындағы урта мәктәп уҡытыусылары курстарында була, 1917 йылда үҙе Өфөнөң юғары фәнни-мәғариф һәм педагогия курстарында физика курстарын уҡый.
1918 йылдың башында халыҡ мәғарифы буйынса Өфө губерна комитеты ағзаһы итеп һайлана һәм шул уҡ йылдың көҙөндә Ҡала халыҡ мәғарифы советы ағзаһы була.
1918 йылда ике йылға Өфөнөң 2-се ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһының педагогик советы рәйесе итеп һайлана. Һуңынан был уҡыу йорто 4-се берләштерелгән совет мәкәтәбе (I һәм II баҫҡыс) итеп үҙгәртелә. Константин Павлович Краузе 1927 йыл тиклем уның мөдире һәм физика уҡытыусыһы була.
Пенсияға сыҡҡанда ДОСААФ-тың Башҡортостан бүлексәһенә үҙенең радиоһәүәҫкәрлек буйынса барлыҡ китапханаһын (100-ҙән ашыу китап), ә Башҡорт ауыл хужалығы институтының физика кафедраһына өй шарттарында тәжрибәһе үткәреүҙә ҡулланған физика приборҙары менән бергә А. С. Попов эшләгән радиостанция моделен тапшыра.
1964 йылда вафат була. Сергеев зыяратында ерләнгән.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1911 йылда ғәмәли физика һәм химия буйынса II Менделеев съезы эшендә ҡатнаша, доклад менән сығыш яһай. Физика, химия һәм космография уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында ҡатнаша, сығыш яһағанда күргәҙмә әсбаптар ҡуллана.
1917 йылда ла ошо уҡ съездарҙа ҡатнаша.
Бөтә Рәсәй физиктарының III (Түбәнге Новгород, 1922), IV (Мәскәүҙә, 1924), V (Ленинград, 1926) съездарында ҡатнаша.
1928 йылда Мәскәүҙә VI Бөтә союз физиктар ассоциацияһы съезы эшендә ҡатнаша, съезд президиумына ағза итеп һайлана.
1930 йылда Одессала үткән VII Бөтә союз физиктар ассоциацияһы съезында ҡатнаша, методик секцияһы етәксеһе була.
1933 йылда Ленинградта атом ядроһы буйынса Бөтә союз конференцияһы эшендә ҡатнаша.
Бүләктәре һәм танылыуҙары
үҙгәртергәРадиоһәүәҫкәрлек өлкәһендә әүҙем эшләгәне өсөн ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Радиофикацияға ярҙам итеү комитетының I һәм II дәрәжә «Әүҙем хеҙмәткәр» билдәһе менән наградлана; СССР Халыҡ Комиссарҙары советы ҡарамағындағы Радиофикация һәм радиотапшырыуҙар буйынса комитеты «Әүҙем радиоһәүәҫкәр» исемен бирә.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Юрий Ергин — Профессор Краузе и его детище, «Бельские просторы» № 7’05 (на сайте Интернет-проекта «Хронос»)
- Г. Т. Калимуллина — Из истории взаимоотношений Санкт-Петербурга и Башкирии: обзор фондов личного происхождения
- Константин Павлович Краузе // Бюллетень Союза радиолюбителей России N 14 за 14.11.2014 — стр. 7
- Краузе Константин Павлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.