Лейден университеты
Лейден университеты (нидерл. Universiteit Leiden), йәки Лейден академияһы — Нидерландтың иң боронғо университеты. Лейден ҡалаһында урынлашҡан. Коимбра төркөмө, Europaeum (Европа университеттары берекмәһе) һәм Европа тикшеренеү университеттары лигаһына инә.
Лейден университеты | |
Uni-Leiden-seal.png | |
Исеме |
нидерл. Universiteit Leiden |
---|---|
Девиз |
Libertatis Praesidium (Иректәрҙе ҡурсалаусы) |
Асылған йылы |
1575 |
Студенттар |
25 800 (2015-2016) |
Урынлашыуы |
Лейден һәм Гаага, Нидерланд |
Сайт |
Тарихы
үҙгәртергәЛейден университеты 1575 йылда принц Вильгельм I Оранский тарафынан нигеҙләнә. Вильгельм I Оранский Һикһән йыллыҡ һуғыш барышындағы Нидерланд революцияһы етәксеһе була. Испания ғәскәрҙәре Лейденды ҡамауға алғанда, ҡала халҡы батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ күрһәтә. Ҡаһарманлыҡтарына рәхмәт белдереп, Вильгельм I Оранский ҡала кешеләренә университет төҙөлөшөндә ҡатнашҡанда һалымдан азат иткән[1].
XVII быуатта университет Европала кальвинистик белем биреүҙең иң ҙур үҙәге була. Гуго Гроций, Якоб Арминий, Иосиф Юстус Скалигер, Герман Бургаве, Бернхард Варениус һәм Эльзевирҙарҙың исемдәре университет менән айырылғыһыҙ бәйле була.
Оранж (Оранский) династияһы һәм Лейден университеты бөгөнгө көндә лә үҙ-ара тығыҙ бәйләнеште һаҡлайҙар. Королевалар Вильгельмина, Юлиана һәм Беатрикс һәм король Виллем-Александр ошо университеттың студенттары булған. 2005 йылда королева Беатрикс Лейден университетының почётлы дәрәжәһен алған.
Әлеге ваҡытта Лейден университеты туғыҙ факультетты, илленән ашыу департаментты һәм 150-ән ашыу белем биреү программаларын берләштерә, лайыҡлы рәүештә халыҡ-ара танылыуға эйә булған[2]. Университет составына 40 фәнни-тикшеренеү институт инә. Лейден университеты донъяның төрлө нөктәләренән студенттарҙы үҙенә йәлеп итә.
Хәҙерге ваҡытта университетта 25 меңдән ашыу студент белем ала. Уҡытыусылар составы 5500 кеше (2015—2016 уҡыу йылында) иҫәпләнә.
Билдәле студенттары һәм уҡытыусылары
үҙгәртергәПрофессорҙар
үҙгәртергәСтуденттары
үҙгәртергәРекторҙары
үҙгәртергә- 1579—1581, 1587—1589 Юст Липсий
- 1597—1599 Францискус Гомарус
- 1605—1606 Якоб Арминий
- 1629—1631, 1634—1635 Франко Петри Бургерсдейк
- 1642—1643, 1651—1652, 1665—1666 Якобус Голиус
- 1659—1660, 1668—1669 Иоанн Кокцеюс
- 1661—1662 Иоганн Фридрих Гроновий
- 1669—1670, 1670—1671 Франциск Сильвий
- 1673—1674, 1680—1681, 1687—1688, 1692—1693 Фридрих Кесе Спангейм
- 1690—1691 Пауль Герман
- 1714—1715, 1730—1731 Герман Бургаве
- 1723—1724 Вильгельм Якоб Гравезанд
- 1726—1727, 1738—1739 Бернард Зигфрид Альбинус
- 1739—1740 Алберт Схюлтенс
- 1742—1743, 1758—1759, 1770—1771 Адриан ван Ройен
- 1743—1744 Питер ван Мушенбрук
- 1747—1748 Тибериус Гемстергейс
- 1760—1761 Ян Якоб Схюлтенс
- 1763—1764 Давид ван Ройен
- 1767—1768 Давид Рункен
- 1782—1783, 1802—1803 Эдуард Сандифорт
- 1787—1788 Хендрик Алберт Схюлтенс
- 1796—1797, 1811—1812 Себальд Юстинус Брюгманс
- 1809—1810, 1823—1824 Маттейс Сигенбек
- 1824—1825, 1844—1845 Жерард Сандифорт
- 1832—1833 Каспар Георг Карл Рейнвардт
- 1840—1841 Йохан Рудольф Торбеке
- 1850—1851, 1860—1861 Ян де Валь
- 1853—1854 Теодор Виллем Йейнболл
- 1857—1858 Фредерик Кайзер
- 1861—1862 Авраам Кюнен
- 1863—1864 Карел Габриель Кобет
- 1867—1868 Виллем Фредерик Райнир Сурингер
- 1868—1869 Рейнхарт Дози
- 1877—1878 Роберт Якобус Фрёйн
- 1879—1880 Йохан Хендрик Каспар Керн
- 1881—1882 Михаэл Ян де Гуе
- 1892—1893 Корнелис Петер Тиле
- 1899—1900 Хендрик Антон Лоренц
- 1903—1904 Хейке Камерлинг-Оннес
- 1905—1906 Виллем Эйнтховен
- 1917—1918 Геррит Кальф
- 1921—1922 Христиан Снук-Хюргронье
- 1923—1924 Гуго Краббе
- 1925—1926 Виллем де Ситтер
- 1929—1930 Николас ван Вейк
- 1932—1933 Йохан Хёйзинга
- 1936—1937 Ян ван дер Хуве
- 1949—1950 Бернар Абрахам Гронинген
- 1953—1954 Ян Юлиус Лодевейк Дёйвендак
- 1958—1959 Герман Йоханнес Лам
- 1963—1964 Виллем ден Бур
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Вержбицкий Анатолий. Творчество Рембрандта . Искусство. e-reading.club. Дата обращения: 7 май 2016. Архивировано 21 август 2016 года.
- ↑ [1]
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Лейденский университет // Лас-Тунас — Ломонос [Электронный ресурс]. — 2010. — С. 176. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 17). — ISBN 978-5-85270-350-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Лейденский университет
- Universiteit Leiden 2021 йыл 21 апрель архивланған. (рус.) «The Academic Advisor»