Ганцева Хәлиҙә Хәнәфи ҡыҙы

Ганцева Хәлиҙә Хәнәфи ҡыҙы (8 февраль 1948 йыл) — табип, ғалим, университет уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы, эске ауырыуҙар пропедевтикаһы кафедраһы профессоры. Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау клиникаһы директоры[1]

Ганцева Хәлиҙә Хәнәфи ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 февраль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим, табип, университет уҡытыусыһы
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәлиҙә Хәнәфи ҡыҙы Ганцева 1948 йылдың 8 февралендә Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһында тыуған.

1956—1966 йылдарҙа Өфөнөң 2-се һанлы урта мәктәбендә уҡый, уны алтын миҙал менән тамамлай.

1972 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын «дауалау эше» һөнәре буйынса отличие менән тамамлай.

1972—1973 йылдарҙа «Химпром» ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡарамағындағы интернатура программаһы буйынса дауалау һөнәренә әҙерлек үтә (дауахана № 14, Ѳфѳ ҡалаһы).

1973 йылдан алып Башҡорт АССР-ы Ишембай районы Петровский участка дауаханаһында, ә 1976—1977 йылдарҙа — Өфөлә 38 -се поликлиникала эшләй.

1977—1980 йылдарҙа — көндөҙгө бүлектә эске ауырыуҙар пропедевтикаһы кафедраһы аспиранты (ғилми етәксеһе — кафедра мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Р. Ғ. Фәрхетдинов). 1987 йылда «Курортология һәм физиотерапия» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1980 йылдан алып Башҡортостан медицина институтында эшләй. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһы аллерголог-иммунологтар Ассоциацияһы президенты булып тора.

1997 йылда Силәбе дәүләт медицина академияһы ҡарамағындағы Диссертация Советында 084.04.01. «Комплексная оценка состояния здоровья и терапия больных поллинозом» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

2003 йылдан уҡыу-методик идаралығы етәксеһе булып тора, бер үк ваҡытта 2004 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина университетының эске ауырыуҙар кафедраһы мөдире.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Хәлиҙә Хәнәфи ҡыҙының фәнни эшмәкәрлеге ревматоидлы артритты, поллиноз, аллергия ауырыуҙарын дауалау ысулдарын камиллаштырыуға, юғары мәктәп проблемаларына арналған. Ганцева аллергия ауырыуҙарын дарыуҙар ҡулланмайынса комплекслы дауалау ысулдарын үҙенең дауалау практикаһына индергән.

350-нән ашыу фәнни баҫма авторы, шулар иҫәбендә 5 монография, федераль грифлы 12 уҡыу әсбаптары, 8 патент һәм уйлап табыуҙар тураһында таныҡлыҡ, ЭВМ өсөн программаларҙы рәсми теркәү тураһында 8 таныҡлыҡ. Уҡыу процесын ойоштороу мәсьәләләре буйынса 70-тән ашыу эш баҫтырып сығарған. Ганцева ҡатнашлығында бронхиаль астма менән ауырыусылар өсөн белем биреү программалары эшләнгән, улар Башҡортостан ҡалаларында ойошторолған «аллерго-мәктәптәрҙә» ҡулланыла.

Хәлиҙә Хәнәфи ҡыҙы Ганцева етәкселегендә Өфөлә халыҡҡа аллерголог ярҙамы күрһәтеү системаһы булдырылған, илдең башҡа ҡалаларында уның аналогтары юҡ. Ул шулай уҡ Рәсәй Федерацияһында берҙән-бер «тәмәке бәйлелекле пациенттарға ярҙам күрһәтеү буйынса лаборатория» ойоштороу инициаторы һәм етәксеһе. Лаборатория халыҡ өсөн хәйриә проекты һәм бөтә һөнәр табиптары өсөн фәнни уҡытыу-методик үҙәк булып тора[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006);
  • «Мариинский знак отличия» күкрәк билдәһе (2007).

Атаһы — Ганцев Хәнәфи Әлим улы, 1916 йылда Пенза губернаһы Темниковский районы Енгуразово ауылында тыуған; әсәһе — Йәнекәева Сәйҙә Хәнәфи ҡыҙы, 1925 йылда БАССР-ҙың Раевка станцияһында тыуған.

Ағаһы — Ганцев Шамил Хәнәфи улы.

Баҫмалары

үҙгәртергә
  • К механизму лечебного действия паротермальных ванн курорт Янгантау при ревматоидном артрите. — Медицинский реферативный журнал. — Р.1, 1987, № 2.
  • Неотложная помощь при лекарственной аллергии. — Неотложные состояния в клинике внутренних болезней// Тез. докладов Всероссийского съезда терапевтов. — Горький. — 1988. — С. 198—199.
  • Ошибки диагностики геморрагической лихорадки с почечным синдромом в работе хирурга. — Клиническая медицина, 1989, № 2. — С. 42-44.
  • Natural steam thermal baths in the process of complex treatment of patients with rheumatoid arthritis (тезисы). — 32nd World Congress of the international society of Medical hydrology and klimatology. — Abstracts/ Bad worishofen-Bad nenndorf. — Germany, 1994. — № 29.
  • The balneological rehabilitation of patients suffering from pollinosis (тезисы). — 32nd World Congress of the international society of Medical hydrology and klimatology. — Abstracts/ Bad worishofen-Bad nenndorf. — Germany, 1994. — № 66.
  • Ганцева Х. Х., Бурашникова Ю. А. Эпидемиология поллиноза // Аллергология. — 1999. — № 2. — С. 36—41.
  • Азнабаева Л. Ф., Ганцева Х. Х., Афлятунова С. Ф. Роль герпес-вирусов в иммунопатогенезе хронической обструктивной болезни легких, в том числе сочетанной с абсцессом и раком легкого // Иммунология. — 2011. — Т. 32. — № 3. — С. 139—142.

Уҡытыу-методик материалдары

үҙгәртергә
  • Ситуационные задачи по пропедевтике внутренних болезней. — Учебное пособие (Гриф УМО МЗ РФ)/ Уфа, Издательство БГМУ, 2001. — 76 с.
  • Сборник тестовых заданий по пропедевтике внутренних болезней. — Учебное пособие (Гриф УМО МЗ РФ)/ Уфа, Издательство БГМУ, 2001. — 189 с.
  • Система обеспечения и контроля качества образования: законодательная и нормативно-правовая база. — Уфа, Издательство БГМУ. — в 2х частях: часть 1. — 2003. — 208 с., часть 2. — 2003. — 231 с.
  • Курортное дело. — Учебное пособие / Гриф УМО по медицинскому и фармацевтическому образованию вузов России. — Уфа. — 2004. — 250 с.
  • Основы фармакотерапии внутренних болезней. — Учебное пособие. — Уфа, Издательство БГМУ. — 2004. — 250 с.
  • Современные образовательные стандарты: направления развития. — Актуальные проблемы качества образования и пути их решения в контексте Европейских и мировых тенденций. Материалы XV Всероссийской науч-но-методической конференции Уфа-Москва. — 2005. — с. 56-58.
  • Нормативно-правовая база обеспечения и регулирования внутривузовской системы качества образования. — Актуальные проблемы качества образования и пути их решения в контексте Европейских и мировых тенденций. Материалы XV Всероссийской научно-методической конференции Уфа-Москва. — 2005. — с. 59-61.
  • Пропедевтика внутренних болезней в вопросах и ответах. — Учебное пособие/ Гриф УМО по медицинскому и фармацевтическому образованию вузов России. — Уфа. — 2005. — 300 с.
  • Медицинское образование в условиях реформирования здравоохранения и медицинской науки. — Материалы межвузовской учебно-методической конференции «Медицинское образование в условиях здравоохранения»/ Под редакцией Хасанова А. Г., Ганцевой Х. Х. — Уфа, Издательство БГМУ. — 2006. — с. 3-14.
  • Руководящие принципы системы гарантии качества высшего профессионального образования в Башкирском государственном медицинском университете Росздрава. — Материалы межвузовской учебно-методической конференции «Медицинское образование в условиях здравоохранения»/ Под редакцией Хасанова А. Г., Ганцевой Х. Х. — Уфа, Издательство БГМУ. — 2006. — с. 158—168.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә