Өфө физика институты
Өфө физика институты— Өфө ҡалаһында 1919-1937 йылдарҙа эшләгән фәнни-тикшеренеү һәм тәбиғи фәндәрҙе уҡытыуҙа ярҙам итеү өсөн тәғәйенәнгән үҙәк.
Тарихы
үҙгәртергә1919 йылдың 1 октябрендә баш ҡалаларҙағы фәнни үҙәктәрҙән алыҫ ятҡан Өфө ҡалаһында физика институты асыла, ул 1937 йылға тиклем эшләй.
Өфө физика институтын ойоштороусы һәм уның директоры Константин Павлович Краузе (1877—1964) була. К. П. Краузе 1877 йылда Калуга губернаһында тыуған, тик уның атаһы Рига губернаһынан. 1904 йылда К. П. Краузе Санкт-Петербург университетының физика-математика факультетын тамамлаған.
Оҙаҡламай К. П. Краузе Өфөгә күсеп килә, ул бында 2-се Өфө ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһының математика, физика һәм космография уҡытыусыһы итеп эш башлай. Краузе был мәктәп бинаһындағы лаборатория мөдире булып 1927 йылғаса ҡала. Ул үҙаллы тикшеренеү эштәре алып бара, Мәскәү һәм Петербург фәнни үҙәктәре менән даими бәйләнеш тота. Мәҫәлән, 1911 йылда ул химия һәм физиканан 2-се Менделеев съезында ҡатнаша һәм унда сығыш яһай. 1917 йылда ул Өфө губернаһы уҡытыусылар союзының Президиумы рәйесе итеп һайлана .
1917 йылда Өфө уҡытыусылар институтында (1909 й.асылған) өс бүлек була: тел һәм тарих, физика һәм математика һәм тәбиғәт һәм география. Бында төп фәндәр буйынса кабинеттар булдырыу зарур була. Уҡытыу өсөн Өфө уҡытыусыларын йәлеп итәләр , шуларҙың береһ К. П. Краузе була.
1917 йылдың 5-9 июнендә ул физика, химия һәм космогеграфия буйынса Сираттан тыш Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнаша һәм сығыш яһай. Бәлки тап шул саҡтан ул бер нисә уҡыу йортон хеҙмәтләндереү өсөн үҙәкләштерелгән комплекс булдырыу уйы менән яна башлағандыр тигән фараз бар.
Өфө физика институты (1919—1937)
үҙгәртергә1919 йылда Граждандар һуғышы ваҡытында Өфөлә уҡыу йорттары эшләмәгән, уларҙа булған лабораториялар өсөн бер кем яуап бирмәгән.
1919 йылдың 1 октябрендә Өфө губерна халыҡ мәғарифы бүлеге ҡарарына ярашлы Европа илдәрендәге кеүек (айырыуса Германияла) Өфө физика институты булдырыла. Ул уҡыу йорттарын үҙәкләштерелгән уҡытыу учреждениеһы була. Мәскәүҙә (Н. В. Кашин) һәм Киевта (П. П. Зилов) ойошторолған шундай уҡ институттар оҙаҡ эшләмәй.
Краузе ҡалала һаҡланып ҡалған ҡорамалдарҙы йыйыу, кабинеттарҙы иҫәпкә алыу һәм дәрестәрҙе хеҙмәтләндереүҙең үҙәкләштерелгән системаһын булдыра. Институт өсөн айырым бина табылмай, шуға күрә уны бер нисә уҡыу йортондағы физика һәм химия кабинетында урынлаштыралар.
Был өлкә әһәмиәтендәге фәнни-тикшеренеү һәм уҡытыу-тәрбиә учреждениеһы була, ул республика бюджеты иҫәбенә тотола. Институт фәнни-тикшеренеү, уҡытыуҙа ярҙам күрһәтеү, уҡытыу-тәрбиә, педагогик, производство һәм консультациялар биреү функцияларын үтәй.
Эшмәкәрлегенң тәүге осоронда (1919—1932 гг.) физика институты башлыса уҡыу йорттарын, техникумдарҙы, халыҡ мәғарифы институтын һәм ауыл хужалығы институтын хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә.
Өфөлә вуздар һаны артыу менән физика институты тик уларҙы ғына хеҙмәтләндерә һәм Башҡорт АССР-ы өсөн көнүҙәк булған фәнни һәм көндәлек эштәрҙе башҡара.
Өфө физика институтының фәнни ҡаҙаныштары әллә ни ҙур булмай, ләкин ул республикала физика, тәбиғәт фәндәрен уҡытыуға үҙ өлөшөн индерә, тап ул республикала беренсе булып тәбиғәт фәндәре буйынса тикшеренеүҙәр алып бара (физика, астрономия, химия, биология буйынса). Н. Г. Пономарёв (астроном), Е. Н. Грибанов (радиофизик), Е. М. Губарев (биохимик) кеүек күренекле ғалимдар эшләй[1], А. Н. Глазырин (специалист в области методики физики) и др.
Өфө уҡытыусылар институтына Е. Н. Грибанов (1895—1941) 1923 йылда килә , шул уҡ ваҡытта Өфө физика институтында эшләй башлай. 1931 йылда ул Башҡорт дәүләт педагогия институтының тәүге физика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта ӨФИ-ның физика һәм техника бүлеге етәксеһе була. 1934—1940 йылдарҙа профессор Е. Н. Грибанов — физика һәм математика факультеты деканы. 1934 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә уның «Радиоэлектроника нигеҙҙәре» («Основы радиоэлектроники») китабы башҡорт телендә донъя күрә.
Өфө губерна халыҡ мәғарифы бүлегенең 1919 йылдың 1 октябрендәге ҡарары буйынса институтҡа Молло йорто (К.Маркс урамы,6, хәҙерге РФА ӨФҮ-ге Президиумы бинаһы) һәм сауҙәгәр С. П. Зайкова (К.Маркс урамы,25) бирелә. Ләкин яралыларға Реаль училищела урын етмәү сәбәпле ( Сазонов урамы, 19) был ҡарар үтәлмәй, физика менән биология кабинеттары өсөн яңы урын эҙләй башлайҙар. Физика институты 2-се ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында ҡала, биология институты асылмай. 1921 йылда Физика институты янында Тәжрибә фәндәре институты булдырыла (биология студияһы).
ӨФИ Үҙәк бүлегенән тыш ҡаланың иң яҡшы уҡыу йорттарында уның филиалдары ла булдырыла башлай.
1923 йылда ӨФИ физика уҡытыусылары өсөн ике аҙналыҡ курстар ойоштора. Бындай курстарҙы элек тик юғары квалификациялы белгестәр булған Петербург, Мәскәү, Киеве һәм Варшавала ғына ойошторғандар. Тыңлаусыларҙы фәнни асыштар менән генә түгел, тәжриәбәләр һәм лаборатор эштәр эшләү методикаһы менән таныштыралар. Курстарҙа уҡытыусыларҙы ағас, металл, быяла менән эшләргә лә өйрәтәләр, институт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре эшләгән приборҙар менән таныштыралар.Һуңыраҡ ошондай курстар даими үткәрелә башлай.
Кәрәкле приборҙарҙы институттың экпериманталь оҫтаханаһы хеҙмәткәрҙәре етештерә (1923 йылдан уның мөдире булып Мәскәү юғары техник училищеһын тамамлаған А. И. Глазырин эшләй). Глазырин механика буйынса комплект эшләй, ул 300 эксперимент эшләргә мөмкинлек бирә. Он был одобрен ЦНИИ политехнического образования к серийному выпуску Үҙәк фәнни-тикшеренеү институты тарафынан был комплект ыңғай баһалана һәм уны күпләп сығара башлайҙар. 1936 йылда ҙур ҡалалр өсөн 300 артыҡ комплект булдырыла.
П. Г. Лавров йылылыҡ тәьҫирендә есемдәрҙең киңәйеүен билдәләү өсөн прибор эшләй, уны илдә иң ябай һәм теүәл эшләгән прибор тип табалар.
1932 йылда ӨФИ 23 төр ҡорамалдарҙы күпләп сығара. 1930 йылдар аҙағына тиклем ӨФИ эксперименталь оҫтаханаһы республикала берҙән-бер үлсәү приборҙарын йүнәтеүсе оҫтахана була, 1933 йылда уға был приборҙарҙы тикшереүгә махсус хоҡуҡ бирәләр.
1924 йылдан ӨФИ РФА-ға инә (Рәсәй физиктар ассоциацияһы). 1929 йылда РФА-ның Өфө бүлеге булдырыла. Бынан тыш ӨФИ хеҙмәтсәндәр араһында химия һәм физика буйынса белем таратыу менән дә шөғөлләнә.
РФА-ның Өфө бүлексәһе (1929—1937) 150 ултырыш үткәрә характера унда методика буйынса һорауҙар ғына түгел, фәнни мәсьәләләр ҙә ҡарала. Ул бер аҙ ваҡыттан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтына әйләнәсәк.
1932 йылда ӨФИ уҡытыуҙа ярҙам күрһәтеү эшмәкәрлеген әҙәйтә, башлыса юғары уҡыу йорттарын һәм уларға яҡын уҡыу йорттарын хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә.
1932 йылда ӨФИ 6 вуз, 56 башҡа уҡыу йорттарын хеҙмәтләндерә,уҡыуысылар һаны 10000 , физиканан лекция ваҡытындағы тәжрибәләр йылына 45 000 ,химиянан 48 000 етә. Төрлө уҡыу йорттарында урынлашҡан институт бүлектәре ун бергә етә .
ӨФИ эшмәкәрәлеге тураһында республиканан ситтә лә беләләр. «Общая методика по физике» (1929) тигән китабында Киев университеты Г. Г. Де-Метц илдә берҙән-бер шундай ойошма булған Өфө физика институтын маҡтап телгә ала.
Тәжрибә фәндәре институтының (биология) тәүге ултырышы 1921 йылдың 12 майында була . Уны К. П. Краузе һәм Өфө халыҡ мәғарифы институты уҡытыусыһы Л. Л. Васильева (1891—1966) ойоштора. Васильев Башҡортостанға 1917 йылда ҡымыҙ менән дауаланырға килә һәм бында дүрт йыл йәшәй. Өфөлә Л. Л. Васильев Фельдшерҙар мәктәбендә һәм Мария ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында эшләй. ӨФИ-лә Л. Л. Васильев парабиоз буйынса тәжрибәләр үткәрә.Һуңыраҡ Васильев күренекле нейрофизиолог, парапсихологияға нигеҙ һалыусы булып китә. Ул Петроградҡа ҡайтып киткәс, биология бүлеге мөдире булып авитаминоз (дөрөҫө гиповитаминоз) мәсьәләре менән шөғөлләнгән Г. Г. Штехер эшләй[2].
1927/28 йыл башында аҡса етмәү сәбәпле Башҡортостан халыҡ мәғәарифы комиссариаты институты яба яҙа. Билдәле ғалим О. Д. Хвольсон «Известия» гәзитендә ӨФИ менән Башнаркомпросты был институты ойошторғанға маҡтап яҙған мәҡәләһе сыҡҡас, уны япмайҙар.
Тәүге бишйыллыҡтар осоронда Башҡорт АССР-ы бик йылдам үҫешә — Ишембай нефть ятҡылығы асыла, яңы завод һәм фабрикалар асыла. 1930 йылда ВКП (б) Башҡортостан өлкә комитетының бернсе секретары итеп Я. Б. Быкин (Беркович) (1988—1937) һайлана. Ул Өфө Рәсәйҙең яңы мәҙәни үҙәге булырға тейеш тигән маҡсат менән яна: бында ҙур ҡалалрҙа булған бөтә инфраструктура ла булырға тейеш. Бер нисә вуз, яңы техникумдар асыла. 1934 йылда Башҡортостан өлкә партия конференцияһы университет асырға ҡарар итә, ләкин уны асырға мөмкинлек булмай.
1932 йылда ӨФИ фәнни- тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә, ләкин ул юғары уҡыу йорттарын хеҙмәтләндереүҙе дауам итергә тейеш була. Фәнни-тикшеренеү институтында 4 фәнни-тикшеренеү лабораторияһы була: Электрофизика(проф. Е. Н. Грибанов), термика (П. Г. Лавров), физика һәм техника (доцент А. И. Глазырин), химия(Е. М. Губарев) лабораториялары.
Институтта фәнни-тикшереүҙәр ике йүнәлештә алып барыла : яңы теоретик һәм ғәмәли мәсьәләләр өҫтөндә эшләү; төрлө хужалыҡ һәм производство ойошмаларының һорауҙары буйынса төрлө анализ, үлсәү эштәре һәм махсус тикшеренеүҙәр .
1931 йылда Башнаркомздрав институтҡа республикала һыу һәм ерҙең радиоактивлығын тикшереү эштәрен башҡарыуҙы һорап мөрәжәғәт итә.Мәҫәлән, Янғантау бальнеологик курортының һыуһәм батҡағын тикшерәләр. Институт Ишембай нефть ятҡылығынадағы парафинлы нефтте тикерә башлай.
К. П. Краузе институтты киңәйеү өсөн ер һорай. Ләкин 1937 йылда Башнакромпрос етәкселеге, шул иҫәптән нароком Ғөбәй Дәүләтшин ҡулға алына. Өфө физика институты ябыла. Йәмәғәтселектең яҡлашыуы, К. П. Краузеның Мәскәүгә яҙған хаттары ла ярҙам итмәй. К. П. Краузе работал Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында физика кафедраһы мөдире була, 1944—1948 йылдарҙа медицина институтында ла кафедра етәкләй. Ил алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн ул Почёт Билдәһе ордены (1944)һәм Ленин ордены менән бүләкләнә (1953).
Институтың мөлкәте К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына бирелә.
1937 йылдан башлап ӨФИ эшмәкәрлеге тураһында бер ни ҙә яҙылмай, был әлбиттә уның ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәренең ҡулға алыныуына һәм көтмәгәндә яылыуына бәйле була. Институттың эшмәкәрлеге тураһында әлегә тиклем К. П. Краузеның Өфө губернаһында сыҡҡан «Фронт просвещения» (1921) журналында һәм Башҡортостан фән эшмәкәрҙәренең өлкә секцияһындағы сығышынан («За качество и повышение научно-исследовательских работ») (1934) һәм Өфө ғалимы Ю. В. Ергин хеҙмәттәренән һәм архив материалдарынан ғына белеп була .[3]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- История физико-технического факультета 2020 йыл 29 октябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Е. М. Губарев. БГМУ 2021 йыл 20 апрель архивланған.
- ↑ Г. Г. Штехер. Книга памяти
- ↑ К. П. Краузе (1877—1964). Ю. В. Ергин