Жюль Габриэ́ль Верн (франц. Jules Gabriel Verne; 8 февраль 182824 март 1905) — француз географы һәм яҙыусыһы, мажаралы әҙәбиәт классигы, фәнни фантастикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Франция география йәмғиәте ағзаһы. ЮНЕСКОның статистик мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, әҫәрҙәренең тәржемә ителеү күләме буйынса Жюль Верн, инглиз яҙыусыһы Агата Кристинан ғына ҡалышып, донъяла икенсе урынды алып тора[1].

Жюль Верн
Jules Verne

Жюль Верн
Исеме:

Жюль Габриэ́ль Верн (Jules Gabriel Verne)

Тыуған урыны:

Нант, Франция

Вафат булған урыны:

Амьен, Франция

Гражданлығы:

Франция Франция

Эшмәкәрлеге:

прозаик, драматург, географ

Ижад йылдары:

18501905

Жанр:

Фәнни фантастика, мажаралар, фәнни-популяр әҙәбиәт, географик асыштар өлкәһендә тикшеренеүҙәр

Дебют:

«Һауа шарында биш аҙна» («Пять недель на воздушном шаре»), 1863

Ҡултамғаһы:

Ҡултамғаһы

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында
Жюль Верн әҫәрҙәренә иллюстрациялар: «Карпаттағы замок» («Замок в Карпатах»), «Дунай лоцманы» («Дунайский лоцман», «Клодиус Бомбарнак» һәм «Тиҫкәре Керабан» («Упрямец Керабан»). Бәләкәй бит, Румыния почтаһы 2005.
"Дөнья ахырындагы маяк" Джулес Вернның әдәби сәхнәсенең иң яхшы романнарының берсе санала.

Биографияһы үҙгәртергә

Ғаиләһе үҙгәртергә

Жюль Габриэль Верн 1828 йылдың 8 февралендә Францияла иң ҙурҙарҙың береһе булған Нант ҡалаһында адвокат ғаиләһендә тыуған. Атаһы Пьер Верн (1798—1871) сығышы менән юристар ғаиләһенән, әсәһе — Софи-Нанина-Анриетта Аллот де ла Фюи (1801—1887) нәҫел тамырҙары менән Шотландиянан. Жюль Верн — ғаиләләге биш баланың тәүгеһе, унан һуң ҡустыһы Поль (1829) һәм өс һеңлеһе — Анна (1836), Матильда (1839) һәм Мари (1842) тыуған.

Жюль Верндың ҡатыны Онорина (русса — «Печальная», башҡортса — ҡайғылы, һағышлы, моң-зарлы) де Виан (ҡыҙ сағында — Морель). Онорина тәүге никахынан ике бала менән тол ҡалған була. Жюль Верн уны тәүге тапҡыр 1856 йылдың 20 майында Амьен ҡалаһында дуҫының туйында осрата. 1857 йылдың 10 ғинуарында улар өйләнешә, һәм Верн ҡатынын үҙе инде бер нисә йыл йәшәгән Парижға күсереп алып китә. Дүрт йылдан һуң (3 март 1861) уларҙың берҙән-бер улдары Мишель тыуа (1925 йылда үлә). Жюль Верн үҙе был көндө Скандинавияла сәйәхәттә булып ҡала. Яҙыусының улы, үҫеп еткәс, кинематография өлкәһендә эшләй һәм атаһының бер-нисә әҫәре буйынса фильм төшөрә:

  • «Жан Морен яҙмышы» («Судьба Жана Морена», 1916);
  • «Ҡара Һиндостан» («Чёрная Индия» , 1917);
  • «Көньяҡ йондоҙ» («Южная звезда», 1918);
  • Бегумдың биш йөҙ миллионы» («Пятьсот миллионов бегумы», 1919).

Ейәне — Жан-Жюль Верн (1892—1980), олатаһының тормошо һәм ижады тураһында монография авторы, уның өҫтөндә 40 йылға яҡын эшләй. 1973 йылда Францияла донъя күргән был хеҙмәт, руссаға 1978 йылда тәржемә ителеп, «Прогресс» нәшриәтендә баҫылып сыға. Ейәнсәре Жан Верн ( 1962 т.) — билдәле опера йырсыһы (тенор). Нәҡ ул күп йылдар буйы ғаилә мифы булып һаналған «Париж XX быуатта» («Париж в XX веке») романының ҡулъяҙмаһын таба[2].

Уҡыуы һәм ижады үҙгәртергә

Верн, адвокат улы булараҡ, Парижда юриспруденция өйрәнә[3], әммә әҙәбиәткә һөйөү уны бөтөнләй икенсе шөғөлгә этәрә. 1850 йылда уның «Һыныҡ һаламсыҡтар» («Сломанные соломинки») пьесаһы Александр Дюманың «Тарихи театры»нда («Исторический театр» Александра Дюма) ҙур уңыш менән сәхнәләштерелә. 1852—1854 йылдарҙа Верн «Лирик театр» директорының секретары, артабан биржала аралашсы (маклер) булып эшләй, бер үк ваҡытта комедиялар, либреттолар һәм хикәйәләр яҙа.

«Ғәҙәти булмаған сәйәхәттәр» («Необыкновенные путешествия») циклы үҙгәртергә

1863 йылда Жюль Верн Пьер-Жюль Этцельдең «Белем һәм ял өсөн журнал»ында «Ғәҙәти булмаған сәйәхәттәр» («Необыкновенные путешествия») циклының беренсе романын баҫтыра. «Һауа шарында биш аҙна» тип аталған был әҫәр рус телендә 1864 йылда М. А. Головачёв тарафынан «Воздушное путешествие через Африку. Составленное по запискам доктора Фергюссона Юлием Верн» исеме менән нәшер ителә. Романдың уңышы яҙыусыға яңы ҡомар өҫтәй. Ул киләсәктә лә шул уҡ юҫыҡта ижад итергә ҡарар ҡыла: геройҙарының романтик мажараларын үҙ хыялы тыуҙырған кеше ышанмаҫлыҡ, шулай ҙа ентекле уйланылған фәнни «мөғжзәләр»ҙе оҫта һүрәтләү аша хикәйәләү. Ниәтен тормошҡа ашырып, әҙип башланған циклын яңы романдар менән тулыландыра:

  • «Ер үҙәгенә сәйәхәт» («Путешествие к центру Земли», 1864),
  • «Капитан Гаттерастың сәйәхәте һәм мажаралары» («Путешествие и приключения капитана Гаттераса», 1865),
  • «Ерҙән — Айға» («С Земли на Луну», 1865),
  • «Капитан Грант балалары» («Дети капитана Гранта», 1867),
  • «Ай тирәләй» («Вокруг Луны», 1869),
  • «Һыу аҫтынан егерме мең льё» («Двадцать тысяч льё под водой», 1870),
  • «Донъя тирәләй 80 көндә» («Вокруг света за 80 дней», 1872),
  • «Серле утрау» («Таинственный остров», 1874),
  • «Михаил Строгов», (1876),
  • «Ун биш йәшлек капитан» («Пятнадцатилетний капитан», 1878),
  • «Робур-Яулап алыусы» («Робур-Завоеватель», 1886)

Жюль Верндың ижади мираҫы:

  • 66 роман (тамамланмаған һәм бары XX быуат аҙағында ғына нәшер ителгәндәре менән бергә);
  • 20-нән артыҡ повесть һәм хикәйә;
  • 30-ҙан күберәк пьеса;
  • бер нисә документаль һәм фәнни хеҙмәт.

Жюль Верн әҫәрҙәре ғилми эҙләнеүҙәр романтикаһы, алға китештең ыңғай нәтижәләренә ышаныс һәм кешенең аҡыл көсөнә һоҡланыу менән һуғарылған. Әҙип халыҡтарҙың милли азатлығы өсөн көрәшен дә теләктәшлек тойғолары аша һүрәтләй.

Яҙыусының романдарында уҡыусылар техниканы, сәйәхәттәрҙе һоҡланып тасуирлау менән бергә шулай уҡ оло йөрәкле, намыҫлы һәм выжданлы геройҙарҙың сағыу һәм йәнле образдарын да (капитан Гаттерас, капитан Грант, капитан Немо), һөйкөмлө сәйер ғалимдарҙы ла (профессор Лиденброк, доктор Клоубонни, кузен Бенедикт, географ Жак Паганель, астроном Пальмирен Розет) осрата.

Ғүмер һуңындағы ижады үҙгәртергә

Әҙиптең ижадының һуңғы йылдарында яҙған әҫәрҙәрендә фән ҡаҙаныштарын енәйәтсел маҡсатта ҡулланыу һәм файҙаланыу айҡанлы ҡурҡыу хистәре уяна:

  • «Тыуған ил флагы» («Флаг родины», роман, 1886),
  • «Донъя хакимы», («Властелин мира», роман, 1904),
  • «Барсак экспедицияһының ғәҙәти булмаған мажаралары» («Необыкновенные приключения экспедиции Барсака», роман, 1919; яҙыусының улы Мишел Верн тарафынан тамамланған).

Даими алға китешкә ныҡлы ышаныу алдағы билдәһеҙлекте шомло һәм хафалы көтөү менән алмашына. Әммә был әҫәрҙәр яҙыусының тәүге ижад емештәре кеүек ҙур уңышҡа өлгәшә алмай.

Жюль Верн үҙенән һуң күп ҡулъяҙмалар ҡалдыра, уларҙы нәшер итеү әлегә тиклем дауам итә. Мәҫәлән, 1863 йылда ижад ителгән «Париж XX быуатта» романы бары тик 1994 йылда ғына донъя күрә.

Яҙыусы-сәйәхәтсе үҙгәртергә

Жюль Верн яҙышып ҡына ултырмаған, донъя буйлап, шул иҫәптән үҙенең өс яхтаһында («Сен-Мишель I», «Сен-Мишель II» һәм «Сен-Мишель III») күп сәйәхәт иткән. 1859 йылда ул Англия һәм Шотландияға барһа, 1861 йылда Скандинавияға сәйәхәт ҡыла.

1867 йылда «Грейт-Истерн» параходында Верн Америка Ҡушма Штаттарына трансатлантик круиз яһай, Нью-Йоркта һәм Ниагара шарлауығында була.

1878 йылда «Сен-Мишель III» яхтаһында Жюль Верн Урта диңгеҙ буйлап ҙур сәйәхәт яһай, Лиссабон һәм Танжер ҡалаларында туҡтала, Гибралтар һәм Алжирға барып етә. 1879 йылда «Сен-Мишель III» яхтаһында ул тағы ла Англия менән Шотландияға юллана. 1881 йылда үҙенең яхтаһында Нидерланд, Германия һәм Данияға бара, Санкт-Петербургҡа етеү ниәтенә көслө диңге дауылы (шторм) ҡамасаулай.

1884 йылда «Сен-Мишеле III» яхтаһында Жюль Верн Алжир, Мальта утрауы, Италия һәм Урта диңгеҙ ярҙарындағы башҡа дәүләттәр буйлап һуңғы ҙур сәйәхәтендә була. Уларҙың күбеһенән ҡалған тәьҫораттар яҙыусының «Ғәҙәти булмаған сәйәхәттәр» («Необыкновенные путешествия») циклына ингән — «Йөҙөүсе ҡала» («Плавающий город», 1870), «Ҡара Һиндостан» («Чёрная Индия», 1877), «Йәшел нур» («Зелёный луч», 1882), «9672-се лотерея билеты» («Лотерейный билет № 9672», 1886) һәм башҡа романдарында сағылыш таба.

Аҙаҡҡы 20 йылы үҙгәртергә

 
Амьен ҡалаһындағы Жюль Верн йәшәгән һәм эшләгән башнялы йорт.

9 март 1886 йыл психик ауырыу туғаны Гастон Верн (ҡустыһы Польдың улы) , револьверҙан атып, яҙыусының балтырын ауыр яралай. Уға сәйәхәттәрҙе бөтөнләй оноторға тура килә.

1892 йылда әҙип «Почётлы легион» ордены (Орден «Почётного легиона») менән бүләкләнә.

Вафатынан алдараҡ Жюль Верн һуҡырая һәм әҫәрҙәрен һөйләп яҙҙыра.

Яҙыусы 1905 йылдың 24 мартында 78-се йәшендә илдең төньяғында урынлашҡан Амьен ҡалаһында шәкәр ауырыуынан үлә. Унан һуң ҡалған 20 меңдән күберәк дәфтәрҙән торған картотекала кешелектең барлыҡ белем өлкәләре буйынса мәғлүмәт тупланғаны асыҡлана.

Жюль Верндың ҡәберенә ҡуйылған һәйкәлдә «Үлемһеҙлеккә һәм мәңгелек йәшлеккә» («К бессмертию и вечной юности») тигән һүҙҙәр яҙылған.

 
Румынияның Жюль Вернға арналған почта маркаһы (2005)

Жюль Верн иҫтәлеген мәңгеләштереү үҙгәртергә

 
Жюль Верндың Нант ҡалаһындағы музейы
  • Яҙыусы хөрмәтенә уның исеме менән аталғандар:
    • Америка Ҡушма Штаттарының Калифорния штатында урынлашҡан «Паломар» шәхси обсерваторияһында 1988 йылдың 9 майында Кэролин һәм Юджин Шумейкерҙар, Г. Холт асҡан «Verne» (5231) астероидына[4] 1995 йылдың 15 февралендә яҙыусы исеме бирелә[5];
    • Европа космос агентлығы (ЕКА) эшләгән беренсе йөк ташыусы автоматик космос корабле;
    • Айҙағы диаметры 146 километр булған кратер;
    • Париждағы Эйфель башняһының беренсе кимәлендә урынлашҡан ресторан.
  • Жюль Верн йәшәгән йортта хәҙер музей булдырылған.
  • Париждың аҡса һарайы яҙыусы иҫтәлегенә бер нисә тапҡын аҡса сығара. Мәҫәлән, 2005—2006 йылдарҙа Жюль Верндың үлеүенә 100 йыл тулыу айҡанлы 23 алтын, көмөш һәм баҡыр аҡса эшләнелә[6]. 2012 йылдың 25 июнендә «Франция төбәктәре» тип исемләнгән нумизматик серияла 10 евро номиналлыҡ көмөш акса сығарыла. Ул яҙыусы үҙенең һуңғы көндәрен үткәргән Пикардия өлкәһенә бағышланған. Аҡсаға Жюль Верн үҙе һәм уның әҫәрҙәрендә һүрәтләнгән объекттар төшөрөлгән.[7].
  • Венгрияла 1978 йылда сығарылған почта маркалары блогында яҙыусы һүрәтләнгән.
  • Испанияла диңгеҙ ярында Жюль Вернға һәйкәл ҡуйылған.
 
Диңгеҙ ярында Жюль Верн һәйкәле (Испания)

Экранлаштырылған әҫәрҙәре үҙгәртергә

Жюль Верн романдары буйынса күп илдәрҙә һәм төрлө йылдарҙа төшөрөлгән фильмдар һәр ерҙә ҙур уңыш яуланы:

  • «Серле утрау» («Таинственный остров», (1902, 1921, 1929, 1941, 1951, 1961, 1963, 1973, 1975, 2001, 2005, 2012 һәм башҡа йылдар)
  • «Бэк-Кап утрауының сере» («Тайна острова Бэк-Кап»)
  • «Мажаралар утрауы» («Остров приключений»)
  • «Ҡытай ир-атының Ҡытайҙағы бәлә-ҡазалары» («Злоключения китайца в Китае», 1965)
  • «Капитан Немоның серле утрауы» («Таинственный остров капитана Немо»)
  • «Монстрҙар утрауы» («Остров монстров»)
  • «Амазонка буйлап түбәнгә 800 льё» («800 льё вниз по Амазонке», 1993)
  • «Һыу аҫтынан 20 000 льё» («20 000 льё под водой», 1905, 1907, 1916, 1927, 1954, 1975, 1997, 1997 (II), 2007 һәм башҡа).
  • «Капитан Грант балалары» («Балалары капитана Гранта», (1901, 1913, 1962, 1996; 1936 CCCP, 1985 һәм башҡа йылдар),
  • «Айға сәйәхәт» («Путешествие на Луну», 1902, 1903, 1906, 1958, 1970, 1986),
  • «Ер үҙәгенә сәйәхәт» («Путешествие к центру Земли», 1907, 1909, 1959, 1977, 1988, 1999, 2007, 2008 һәм башҡа),
  • «Донъя тирәләй 80 көндә» («Вокруг света за 80 дней», 1913, 1919, 1921, 1956 – иң яҡшы фильм өсөн Оскар премияһы, 1957, 1975, 1989, 2000, 2004),
  • «Ун биш йәшлек капитан» («Пятнадцатилетний капитан», 1971; 1945, 1986 СССР),
  • «Михаил Строгов» (1908, 1910, 1914, 1926, 1935, 1936, 1937, 1944, 1955, 1956, 1961, 1970, 1975, 1997, 1999).

СССР-ҙа төшөрөлгән фильмдар үҙгәртергә

Советтар Союзында Жюль Верн әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән фильмдар:

  • «Капитан Грант балалары» («Балалары капитана Гранта», 1936);
  • «Серле утрау» («Таинственный остров », 1941);
  • «Ун биш йәшлек капитан» («Пятнадцатилетний капитан», 1945);
  • «Һынған даға» («Сломанная подкова», 1973);
  • «Капитан Немо», 1975;
  • «Капитан Грант эҙҙәренән» («В поисках капитана Гранта», 1985, 7 сериялы)
  • «“Пилигрим” капитаны», 1986;
  • «Ер планетаһы кешеһе» («Человек с планеты Земля» (1958) фильмының башында «Ерҙән — Айға» («С Земли на Луну») романынан күренеш һүрәтләнә.

Яҙыусы әҫәрҙәренең 200-ҙән артыҡ экранлаштырылған варианты бар.

Экранлаштырылған әҫәрҙәр исемлеге үҙгәртергә

Йыл Фильмдың исеме Әҫәрҙең төп исеме Сюжеты Илдәр
1902 Айға сәйәхәт (Путешествие на Луну Le Voyage dans la lune Ерҙән Айға; Ай тирәләй  
1904 Ғәҙәти булмаған сәйәхәт (Невероятное путешествие) Le voyage à travers l’impossible пьеса  
1907 Һыу аҫтынан 20 000 льё (20 000 льё под водой) 20,000 lieues sous les mers роман  
1908 Айға сәйәхәт (Экскурсия на Луну) Excursion dans la lune Ерҙән — Айға  
1908 Михаил Строгов Michael Strogoff роман  
1910 Михаил Строгов Michael Strogoff роман  
1910 Ер үҙәгенә сәйәхәт (Путешествие к центру Земли) Voyage au centre de la terre роман  
1912 Ҡотопты яулау (Завоевание полюса) À la conquête du pôle Капитан Гаттерастың сәйәхәте һәм мажаралары  
1913 Капитан Грант балалары (Балалары капитана Гранта) Les enfants du capitaine Grant роман  
1914 Донъя тирәләй 80 көндә (Вокруг света за 80 дней) Round the World in 80 Days роман  
1914 Михаил Строгов Michael Strogoff роман  
1916 Һыу аҫтынан 20 000 льё (20 000 льё под водой) 20,000 Leagues Under the Sea роман  
1921 Матиас Сандорф Mathias Sandorf роман  
1926 Михаил Строгов Michel Strogoff роман    
1929 Серле утрау (Таинственный остров) The Mysterious Island роман  
1931 Үҙенең үлтереүсеһен эҙләүсе (Человек, который ищет своего убийцу) Der Mann, der seinen Mörder sucht Ҡытай ир-егетенең ныҡ борсолоуҙары  
1936 Батша курьеры (Курьер царя) Der Kurier des Zaren Михаил Строгов  
1936 Михаил Строгов Michel Strogoff роман  
1936 Капитан Грант балалары (Балалары капитана Гранта) Капитан Грант балалары роман {{ {{{1}}} размер = alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы shortname alias = СССР flag alias = Flag of the Soviet Union.svg flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg flag alias-армия = Red Army flag.svg flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg var1 = 1923 var2 = ВМС var3 = ВМС-1924 var4 = ВМС-1935 var5 = армия var6 = ВВС variant =

}}

1937 Һалдат һәм леди (Солдат и леди) The Soldier and the Lady Михаил Строгов  
1941 Серле утрау (Таинственный остров) Серле утрау роман {{ {{{1}}} размер = alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы shortname alias = СССР flag alias = Flag of the Soviet Union.svg flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg flag alias-армия = Red Army flag.svg flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg var1 = 1923 var2 = ВМС var3 = ВМС-1924 var4 = ВМС-1935 var5 = армия var6 = ВВС variant =

}}

1944 Михаил Строгов Miguel Strogoff роман  
1945 Ун биш йәшлек капитан (Пятнадцатилетний капитан) Ун биш йәшлек капитан роман  
1951 Серле утрау (Таинственный остров) Mysterious Island роман  
1954-1990 Диснейленд (сериал) Walt Disney’s Wonderful World of Color Һыу аҫтынан 20 000 льё; Капитан Грант балалары  
1954 Һыу аҫтынан 20 000 льё (20 000 льё под водой) 20,000 Leagues Under the Sea роман  
1956 Донъя тирәләй 80 көндә (Вокруг света за 80 дней) Around the World in Eighty Days роман   
1956 Михаил Строгов Michel Strogoff роман        
1958 Бэк-Кап утрауының сере (Тайна острова Бэк-Кап) Vynález zkázy Ватан флагы Чехословакия
1958 Ерҙән — Айға (С Земли на Луну) From the Earth to the Moon роман  
1959 Жоао Корраль сере (Тайна Жоао Корраль) 800 leguas por el Amazonas o (La jangada) Жангада  
1959 Ер үҙәгенә сәйәхәт (Путешествие к центру Земли) Journey to the Center of the Earth роман  
1961 Донъя хөкөмдары (Властелин Мира) Master of the World роман  
1961 Михаил Строговтың ҡаҙанышы (Триумф Михаила Строгова) Le triomphe de Michel Strogoff Михаил Строгов    
1961 Мажаралар утрауы (Остров приключений) Mysterious Island Серле утрау   
1961 Аждаһалар үҙәне (Долина драконов) Valley of the Dragons Гектор Сервадак  
1962 Һауа шарында биш аҙна (Пять недель на воздушном шаре) Five Weeks in a Balloon роман  
1962 Карап һәләкәтендә бәләгә тарыусыларҙы эҙләү
(В поисках потерпевших кораблекрушение)
In Search of the Castaways Капитан Грант балалары  
1962 Ике йыллыҡ каникул (Два года каникул) Dos años de vacaciones роман   
1963 Матиас Сандорф Mathias Sandorf роман     
1963 Өс кәмитсенең донъя тирәләй сәйәхәте (Три комика в изумлении совершают кругосветное путешествие) The Three Stooges Go Around the World in a Daze Донъя тирәләй 80 көндә  
1964 Донъя тирәләй (Вокруг света) (телефильм) Die Reise um die Erde Донъя тирәләй 80 көндә  
1964 Театр йәштәр өсөн: Ҡара Һиндостан (Театр для юношества: Черная Индия) (телефильм) Les Indes noires роман  
1965 Ҡытай ир-атының Ҡытайҙағы бәлә-ҡазалары (Злоключения китайца в Китае) Les tribulations d’un Chinois en Chine книга    
1966 Урланған дирижабль (Украденный дирижабль) Ukradená vzducholod Ике йыллыҡ каникул Чехословакия
1966 Һауа шарында биш аҙна (Пять недель на воздушном шаре) Cinci saptamîni în balon роман  
1967 Ракетала Айға (Ракетой на Луну) Rocket to the Moon Ерҙән — Айға  
1967 Театр йәштәр өсөн: Вильгельм Шториц сере (Театр для юношества: Тайна Вильгельма Шторица) (телефильм) Le théâtre de la jeunesse: Le secret de Wilhelm Storitz роман   Чехословакия
1969 Көньяҡ йондоҙ (Южная звезда) The Southern Star роман    
1970 Сәйер каникул (Странные каникулы) Strange Holiday Робинзондар мәктәбе  
1970 Немо (телефильм) Nemo Һыу аҫтынан 20 000 льё  
1970 Кометала (На комете) Na komete Гектор Сервадак Чехословакия
1970 Строгов Strogoff Михаил Строгов        
1971 Ер ситендә ҡурҡыныс ут (Опасный свет на краю земли) The Light at the Edge of the World Ер ситендәге маяҡ        
1972-1973 Донъя тирәләй 80 көндә (Вокруг света за 80 дней) (мультсериал) Around the World in Eighty Days роман  
1973 Серле утрау (Таинственный остров) La isla misteriosa роман        
1973 Мэтр Захариус (телефильм) Maître Zaccharius повесть  
1973 Һыу аҫтынан 20 000 льё (20 000 льё под водой) (мультфильм) 20,000 Leagues Under the Sea роман  
1973 Һынған даға (Сломанная подкова) Һынған даға Лифляндиялағы драма  
1974 Тымыҡ океан пираттары (Пираты Тихого океана) Deux ans de vacances Ике йыллыҡ каникул          
1974 Ун биш йәшлек капитан (Пятнадцатилетний капитан) Un capitán de quince años роман    
1974 Серле урлау (Загадочное похищение) A dunai hajós Дунай лоцманы  
1975 Капитан Немо Капитан Немо Һыу аҫтынан 20 000 льё; Пар йорто  
1975 Серле утрау (Таинственный остров) (мультфильм) Mysterious Island роман  
1975 Һауа шарында фантастик сәйәхәт (Фантастическое путешествие на воздушном шаре) Viaje fantástico en globo Һауа шарында биш аҙна  
1976 Ер үҙәгенә сәйәхәт (Путешествие к центру Земли) Viaje al centro de la Tierra роман  
1977 Болека һәм Лёлектың каникулы (Каникулы Болека и Лёлека) (мультфильм) Wielka podróz Bolka i Lolka Донъя тирәләй 80 көндә  
1977 Ер үҙәгенә сәйәхәт (Путешествие к центру земли) (мультфильм) A Journey to the Center of the Earth роман  
1977 Һауа шарында биш аҙна (Пять недель на воздушном шаре) (мультфильм) 5 Weeks in a Balloon роман    
1978 Капитан Немоның ҡайтыуы (Возвращение капитана Немо) (телефильм) The Return of Captain Nemo Һыу аҫтынан 20 000 льё  
1979 Ҡорос сере (Секрет стали) Tajemství ocelového mesta Бегумдың биш йөҙ миллионы Чехословакия
1979 Донъя тирәләй 80 көндә (Вокруг света за 80 дней) (телефильм) Le tour du monde en 80 jours роман  
1979 Ерҙән — Айға (С Земли на Луну) (мультфильм) From the Earth to the Moon роман  
1980 Графиня Долинген де Грац уйындары (Игры графини Долинген де Грац) Les jeux de la Comtesse Dolingen de Gratz Карпаттағы һарай; Вильгельм Шториц сере  
1981 Ҡурҡыныс заттар утрауының сере (Тайна острова чудовищ) Misterio en la isla de los monstruos Робинзондар мәктәбе    
1981 Карпат һарайының сере (Тайна Карпатского замка) Tajemství hradu v Karpatech роман Чехословакия
1981 Донъя тирәләй Вилли Фог менән (Вокруг света с Вилли Фогом) (мультсериал) La Vuelta al mundo de Willy Fog Донъя тирәләй 80 көндә    
1981 Карпаттағы һарай (Замок в Карпатах) Castle in the Carpathians роман  
1982 Диңгеҙ шайтаны (Морской дьявол) Los diablos del mar роман  
1982 Серле планета (Таинственная планета) Mysterious Planet роман  
1984 Захариус (ТВ) Zacharius Мэтр Захариус  
1985 Һыу аҫтынан 20 000 льё (20000 льё под водой) (мультфильм) 20,000 Leagues Under the Sea роман  
1985 Капитан Грантты эҙләү (В поисках капитана Гранта) (сериал) Капитан Грантты эҙләү Капитан Грант балалары {{ {{{1}}} размер = alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы shortname alias = СССР flag alias = Flag of the Soviet Union.svg flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg flag alias-армия = Red Army flag.svg flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg var1 = 1923 var2 = ВМС var3 = ВМС-1924 var4 = ВМС-1935 var5 = армия var6 = ВВС variant =

}}  

1986 «Пилигрим» капитаны (Капитан «Пилигрима») (фильм) «Пилигрим» капитаны Ун биш йәшлек капитан {{ {{{1}}} размер = alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы shortname alias = СССР flag alias = Flag of the Soviet Union.svg flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg flag alias-армия = Red Army flag.svg flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg var1 = 1923 var2 = ВМС var3 = ВМС-1924 var4 = ВМС-1935 var5 = армия var6 = ВВС variant =

}}

1986 Айға сәйәхәт (ТВ) Le voyage dans la lune Ерҙән — Айға; Ай тирәләй  
1988 Донъя тирәләй 80 көндә (Вокруг света за 80 дней) (мультфильм) Around the World in 80 Days роман  
1989 Донъя тирәләй 80 көндә (Вокруг света за 80 дней) (сериал) Around the World in 80 Days роман        
1990-1991 Серле диңгеҙҙән Надя (Надя с загадочного моря) (мультсериал) Fushigi no umi no Nadia  
1991 Алхимик Шториц сере (Тайна алхимика Шторица) Tajomstvo alchymistu Storitza Вильгельм Шториц сере Чехословакия
1993 Ер үҙәгенә сәйәхәт (Путешествие к центру Земли) (телефильм) Journey to the Center of the Earth роман  
1993 Амазонка буйлап 800 льё түбәнгә (800 льё вниз по Амазонке) Eight Hundred Leagues Down the Amazon Жангада    
1995 Серле утрау (Таинственный остров) (сериал) Mysterious Island    
1996 Капитан Грант балалары (Балалары капитана Гранта) Балалары капитана Гранта роман        
1996 Ер үҙәгенә сәйәхәт (Путешествие к центру Земли) (мультфильм) Journey to the Center of the Earth роман  
1997 Наутилус (телефильм) 20,000 Leagues Under the Sea Һыу аҫтынан 20 000 льё  
1997 Һыу аҫтынан 20 000 льё (20 000 льё под водой) (телефильм) 20,000 Leagues Under the Sea роман    
1999 Ер үҙәгенә сәйәхәт (Путешествие к центру Земли) (телефильм) Journey to the Center of the Earth роман  
1999 Михаил Строгов, батша курьеры (Михаил Строгов, царский курьер) (телефильм) Michele Strogoff — il corriere dello zar Михаил Строгов    
1999 Донъя тирәләй 80 көндә (Вокруг света в 80 дней) (мультфильм) Around the World in 80 Days роман  

 

2000 Жюль Верндың серле мажаралары (Тайные приключения Жюль Верна) (сериал) The Secret Adventures of Jules Verne    
2001 Жюль Верн менән ғәҙәти булмаған сәйәхәт: Цезарь Каскабель (Невероятные путешествия с Жюлем Верном: Цезарь Каскабель) (мультфильм) Les voyages extraordinaires de Jules Verne — César Cascabel роман  
2001 Жюль Верн менән ғәҙәти булмаған сәйәхәт: Серле утрау (Невероятные путешествия с Жюлем Верном: Таинственный остров) (мультфильм) Les voyages extraordinaires de Jules Verne — L'île mystérieuse роман  
2001 Жюль Верн менән ғәҙәти булмаған сәйәхәт: Көньяҡ йондоҙ (Невероятные путешествия с Жюлем Верном: Южная звезда) (мультфильм) Les voyages extraordinaires de Jules Verne — L'étoile du sud роман  
2001 Жюль Верн менән ғәҙәти булмаған сәйәхәт: Жангада (Невероятные путешествия с Жюлем Верном: Жангада) (мультфильм) Les voyages extraordinaires de Jules Verne — La Jangada роман  
2001 Жюль Верн менән ғәҙәти булмаған сәйәхәт: Ер үҙәгенә сәйәхәт (Невероятные путешествия с Жюлем Верном: Путешествие к центру Земли) (мультфильм) Les voyages extraordinaires de Jules Verne — Voyage au centre de la terre роман  
2002 Һыу аҫтынан 20 000 льё (20000 льё под водой) (мультфильм) 20,000 Leagues Under the Sea роман  
2004 Донъя тирәләй 80 көндә (Вокруг света за 80 дней) Around the World in 80 Days роман        
2004 Михаил Строговтың сәйер мажаралары (Необычайные приключения Михаила Строгова) (мультфильм) Les aventures extraordinaires de Michel Strogoff Михаил Строгов  
2004 Доктор Окс (телефильм) Le docteur Ox повесть  
2005 Серле утрау (Таинственный остров) (телефильм) Mysterious Island роман  
2007 Наутилус: Океан әмире (Наутилус: Повелитель океана) (видеофильм) 30,000 Leagues Under the Sea Һыу аҫтынан 20 000 льё  
2008 Динозаврҙар иленә сәйәхәт (Путешествие в страну динозавров) (видеофильм) Journey to the Center of the Earth Ер үҙәгенә сәйәхәт  
2008 Ер үҙәгенә сәйәхәт (Путешествие к центру Земли) Journey to the Center of the Earth 3D роман  
2012 Сәйәхәт 2: Серле утрау (Путешествие 2: Таинственный остров) Mysterious Island Серле утрау  

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Index Translationum: UNESCO Culture Sector
  2. Газета «Книжное обозрение», № 3, 2012
  3. Венгерова З. А. Верн Жюль // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Книга:Словарь имён малых планет.
  5. Циркуляры малых планет за 15 февраля 1995 года — документта № 24765 (M.P.C. 24765) циркулярын эҙләргә.
  6. Euro-Coins.News. Литературные герои на монетах Франции. Удивительные миры Жюля Верна. Дата обращения: 17 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года.
  7. Euro-Coins.News. Франция, 10 евро (Пикардия. Жюль Верн). Дата обращения: 17 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә