Заянчковский Иван Филиппович

Заянчковский Иван Филиппович (8 февраль 1917 йыл — 24 май 2010 йыл) — ғалим-ветеринар врач, биолог-зоолог, яҙыусы-натуралист. 1964—1997 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988 йылға тиклем акушерлыҡ һәм хирургия кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), ветеринария фәндәре докторы (1962), профессор (1963). РСФСР-ҙың (1977) һәм Башҡорт АССР-ының (1970) атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Заянчковский Иван Филиппович
Тыуған көнө

8 февраль 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы Киев губернаһы[1] Руда ауылы

Вафат көнө

24 май 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (93 йәш)

Вафат урыны

Өфө, Рәсәй

Ил

СССР, Рәсәй

Ғилми даирәһе

ветеринария

Эшләгән урыны

Башҡортостан ауыл хужалығы институты

Альма-матер

Сәмәрҡәнд ауыл хужалығы институты

Ғилми дәрәжәһе

ветеринария фәндәре докторы (1962)

Ғилми исеме

профессор

Ниндәй өлкәлә танылған

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы

Биографияһы

үҙгәртергә

Иван Филиппович Заянчковский 1917 йылдың 8 февралендә Рәсәй империяһы Киев губернаһы[2] Руда ауылында тыуа[3].

1943 йылда Сәмәрҡәнд ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлай.

Институттан һуң Уралда һәм Украинала (19431948) ветврач, Силәбе өлкәһенең Троицк ветеринария институтына (19501959), Рязань ауыл хужалығы институтында (19591964) кафедра мөдире, Башҡортостан ауыл хужалығы институтында (хәҙер — Аграр университет) (19641997) профессор була.

Заянчковскийҙың фәнни эштәре йүнәлештәре: ауыл хужалығы малдарының үрсеү физиологияһын һәм патологияһы.

Ул ауыл хужалығы малдарының үрсеү биологияһы проблемаларын әҙерләүгә ҙур өлөш индерә. Беренсе тапҡыр һыйырҙарҙы маститтан дауалағанда елендәрен эстән йыуҙырыуҙың, ҡоштар йомортҡа һалғанда ауырлыҡ тыуғанда гормональ терапия ысулдарын эшләй.

Уның инициативаһы буйынса Башҡорт дәүләт аграр университетының акушерлыҡ кафедраһында уҡыу-ғилми музейы ойошторола.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995), ул Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының биология, медицина һәм ауыл хужалығы бүлексәләрендә тора.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

И. Ф. Заянчковский — 42 китап һәм ветеринария, зоология, хирургия, экология, тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләре буйынса 400 самаһы фәнни һәм фәнни-популяр мәҡәләләр авторы. Уның эштәре СССР халыҡтарының һәм сит илдәрҙең 22 телендә баҫыла. "Башҡорт АССР-ының Ҡыҙыл китабы"н әҙерләүҙә һәм сығарыуҙа ҡатнаша (1984, 1987).

Фәнни һәм фәнни-популяр баҫмалары

үҙгәртергә
  • Заянчковский И. Ф. Занимательная зоология / Художник Сергей Яковлевич Савочкин]]. — Челябинск: Челябинское книжное издательство, 1955. — 248 с. — 15 000 экз.
  • Заянчковский И. Ф. Задержание последа и послеродовые заболевания у коров. — М.: Колос, 1964. — 382 с.
  • Заянчковский И. Ф. Враги наших врагов. — М.: Молодая гвардия, 1966. — 272 с. — (Эврика). — 65 000 экз.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Бөтә Союз (1967, 1972) һәм Бөтә Рәсәй (1969) иң яҡшы фәнни-популяр китап конкурстары лауреаты.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә