АЛЛЕРГОЛОГИЯ (алло..., гр. ergon — тәьҫир һәм ...логия), аллергия ауырыуҙарының һәм реакцияларының барлыҡҡа килеү сәбәптәрен, үҫеш механизмдарын һәм клиник барышын өйрәнеүсе, уларҙы иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау алымдарын эшләүсе медицина фәнебүлеге.

Аллергияға Проба

Тарихы үҙгәртергә

Башҡортостанда А. б‑са тикшеренеүҙәр 1934 й. БДМИ‑ның патофизиол. каф. асылғандан һуң башлана. Аллергик процестың төрлө аспекттары (сағыштырма патология, анафилаксия, наркоз, анальгетиктар тәьҫире һ.б.) б‑са тәж. үткәрелә (В.А.Самцов). А. проблемалары б‑са системалы тикшеренеүҙәр 60‑сы йй., күп һанлы нефтехимия сәнәғәте һәм химия сәнәғәте пр‑тиелары тупланған Башҡортостанда аллергия ауырыуҙары күбәйгәс, башлана. Аллергияға бәйле анафилактик шок, клиник үлем һ.б. күренештәр өйрәнелә (Д.Ә.Йәнекәев). Вакциналар һәм сывороткалар институтында бер үк ваҡытта һеркә һәм бәшмәк аллергендарын өйрәнеү м‑н бергә иммуноглобулиндың аллергияға ҡаршы үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙә күп яҡлы тикшеренеүҙәр алып барыла (С.Ә.Йәнекәева, В.А.Стригин, В.А.Трофимов). 70‑се йй. алып БДМУ‑ла төрлө этиологиялы аллергия ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау сараларын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Х.Х.Ганцева). Был ауырыуҙарҙы медикаментоз булмаған саралар (физиотерапевтик процедуралар, лазер терапияһы һ.б.) м‑н дауалауҙың комплекслы терапияһы тәҡдим ителә. “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында бронхиаль астманы, аллергодерматоздарҙы һ.б. дауалау өсөн гистоглобулин һәм иммуноглобулиндың диагностик һәм аллергияға ҡаршы препараттары етештереүгә индерелә. Аллергияға ҡаршы иммуноглобулин — алтын һәм 2 көмөш миҙалға, һеркә аллергендарын тәшкил иткән препараттар СССР ВДНХ‑ның бронза миҙалдарына лайыҡ була (1985). Респ. аллергология‑иммунология хеҙмәте ойошторола, эре ҡалаларҙа махсус кабинеттар асыла. 1996 й. алып БР‑ҙың Аллерголог-иммунологтар ассоциацияһы эшләй. [1]


Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Адо А. Д. Общая аллергология: (Руководство для врачей). — 2-е изд., перераб. и доп. — М.: Медицина, 1978. — 464, [4] с. — 22 000 экз.
  • Адо А. Д. (ред.). Частная аллергология. — М.: Медицина, 1976. — 512 с. — 15 000 экз.
  • Рой Паттерсон, Лесли К. Греммер, Пол А. Гринберг «Аллергические заболевания, диагностика и лечение», Москва, «Гэотар Медицина», 2000, ISBN 5-9231-0011-8
  • Клиническая аллергология и иммунология / Под ред. Л. А. Горячкиной и К. П. Кашкина. Москва, «Миклош», 2009, ISBN 978-5-91746-002-4
  • Пыцкий В. И., Адрианова Н. В., Артомасова А. В. Аллергические заболевания. — М.: Медицина, 1984. — 272 с. — (Библиотека практического врача: Важнейшие вопросы внутренней медицины). — 200 000 экз.
  • Пыцкий В. И., Адрианова Н. В., Артомасова А. В. Аллергические заболевания. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.: Медицина, 1991. — 368 с. — (Библиотека практического врача: Важнейшие вопросы внутренней медицины). — 15 000 экз. — ISBN 5-225-01138-1.
  •  Дрынов Г. И. Терапия аллергических заболеваний. Москва, ЗАО «Объединённая редакция Боргес», 2004.
  •  Бережная Н. М., Бобкова Л. П., Петровская И. А., Ялкут С. И. Аллергология: Словарь-справочник / АН УССР, Ин-т пробл. онкологии им. Р. Е. Кавецкого. — Киев: Наукова думка, 1986. — 448 с. — 33 500 экз.
  • Клиническая иммунология и аллергология / Под ред. Г. Лолора-младшего, Т. Фишера, Д. Адельмана. Москва, «Практика», 2000. ISBN 5-89816-025-6
  • Альтмайер П. Терапевтический справочник по дерматологии и аллергологии / Пер. с нем. В. Ю. Халатова; Под ред. А. А. Кубановой. — М.: Гэотар-Мед, 2003. — 1244 с. — ISBN 5-9231-0285-4.
  • Клиническая иммунология и аллергология: в 3 томах / Под ред. Л. Йегера. Москва, «Медицина», 1990. ISBN 5-225-00500-4
  • Аллергология и иммунология / Под общ. ред. А. А. Баранова и Р. М. Хаитова, Москва, Союз педиатров России, 2010, ISBN 978-5-904753-01-6