Скептицизм
Скептици́зм (бор. грек. σκεπτικός — өйрәнеүсе) — хаҡиҡәттең ышанслылығын шик аҫтына ҡуйыусы, шикләнеүҙе төп фекерләү принцибы тип алға сығырыусы фәлсәфә йүнәлеше. Уртаса скептицизм барлыҡ гипотезалар һәм факттарға тотанаҡлылы булыуы менән сикләнә; объектив донъяны танып белеү мөмкинлеген инҡар итеүсе идеалистик йүнәлеш [1]; объектив ысынбарлыҡты танып белеү мөмкинлеген инҡар иткән идеалистик йүнәлеш, һәр нәмәне шик аҫтына алыусанлыҡ, һәр нәмәгә шикләнеп ҡараусанлыҡ [2].
Секст Эмпирик үҙ хеҙмәтендә скептицизм шикләнеүҙе принцип итеп ҡарамай, шикләнеү догмасыларға ҡаршы бәхәс ҡоралы итеп файҙаланыла; скептицизм принцибы — күренеш.
Скептицизм ғәҙәти, методологик, фәнни, дини һәм фәлсәфәүи скептицизмдарға бүленә. Шикле шарттарҙан тыйылып тороу тип аңлатыла ғәҙәти скептицизм. Фәлсәфә скептицизмы — белемдең дөрөҫлөгөн шик аҫтына ҡуйыусы фәлсәфә йүнәлеше.[3]
Фәнни скептицизм — эмпирик яҡтан иҫбатланмаған тәғлимәткә (тәжрибә үткәреү юлы менән алынған, практикала тикшешерелгән тәғлимәт) эҙмә-эҙлекле ҡаршы тороу.
Антик скептицизм
үҙгәртергәАнтик скетицизм башында Ксенофан[4] торған. Метафизик догматизмға (тәнҡит күҙлегенән ҡарамайынса, ҡанундарға һуҡыр рәүештә ышанып, уларға таянып фекер йөрөтөү ысулына) реакция булараҡ барлыҡҡа килгән антик скептицизм Пирронда, һуңынан урта академияла (Аркесилай), һуңғы скептицизмда (Энесидем, Агриппа, Секст Эмпирик) сағылыш таба. Энесидем скептицизмдың ун принцибы булыуын күрһәтә: тәүге алтаһы — тере йән эйәләренең, кешеләрҙең, һиҙеү органдарының айырмалы булыуы; ҡалған дүртәүһе — өйрәнелгән объекттың башҡа объекттар менән ҡатнаш булыуы; өйрәнеү иҫәбе менән бәйле булыуы; белем кимәленә, холҡона, закондарға, фәлсәфәүи һәм дини ҡараштарға бәйле булыуы.
Урта быуаттар фәлсәфәһендә һәм Яңы дәүер фәлсәфәһендә скептицизм
үҙгәртергәСкептицизм XVI—XVII быуаттарҙа антик скептиктарҙың әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу булғанға барлыҡҡа килә һәм артабан Европала агностицизм («яңы пирронизм») үҫешенә килтерә. Был осорҙа догманизмға ҡаршы булған скептицизм хөр фекерлелектең синонимына әйләнә.[3][5]
Мөһим вәкилдәре:
- Ф. Санчес
- М. Монтень
- П. Бель
- Д. Юм
Скептицизмды тәнҡитләү
үҙгәртергәБелем ышаныс талап итә тип әйтә скептиктар. Әммә ул нисек быны белә ала? Был турала «Белем ышаныс талап итә икәненә скептиктар ышанмаһа, бының шулай икәнен ҡайҙан белә» тип яҙалар Теодор Шик менән Льюис Вон. Белем ышаныс талар иткәненә шикләнергә тура килә. Үрҙә әйтелгәнде иҫәпкә алып, логика закондарны таянып скептизизмды шикләнеп ҡарарға була һәм секптицизмға ҡаршы килергә була. Әммә ысынбарлыҡ тик логика закондарынан ғына тормай[6] (унда үрҙә әйтелгәндәрҙе юҡ итә торған сиселмәгән парадокстар бар), шуға күрә тәнҡит менән һаҡ булырға кәрәк.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Русско-башкирский словарь общественно-политических терминов. (Г.К. Кунафина, Т.Д.Ишкина, 2001)
- ↑ Русско-башкирский словарь (под редакцией З.Г.Ураксина, 2005)
- ↑ 3,0 3,1 [ Скептицизм] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәләБольшой советской энциклопедии.
- ↑ Ксенофан — Античная философия — Энциклопедии & Словари 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Скептицизм // Новая философская энциклопедия / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин, заместители предс.: А. А. Гусейнов, Г. Ю. Семигин, уч. секр. А. П. Огурцов. — 2-е изд., испр. и допол.. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
- ↑ Архипкин В.Г., Тимофеев В.П. §9.4 // Естественно-научная картина мира. — Красноярск: КрасГУ, 2002. — 320 с. — ISBN 5-7638-03-45-0.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- В. П. Лега. Секст Эмпирик: Скептицизм как образ жизни // Mathesis. Из истории античной науки и философии. М., 1991, с. 210—219
- Юрий Семёнов «Идеологическая мода в науке и скептицизм»
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Клуб септиков
- Журнал «Скепсис»
- Скептицизм на warrax.net
- Интернет баҫма «Скептик» http://sceptic.com.ua