Сошников Дмитрий Яковлевич

хужалыҡ эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты. (1971). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы

Сошников Дмитрий Яковлевич (8 ноябрь 1915 йыл25 октябрь 1985 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты. (1971). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1]. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Сошников Дмитрий Яковлевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 8 ноябрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Вафат булған көнө 25 октябрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (69 йәш)
Уҡыу йорто высшая школа[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Дмитрий Яковлевич Сошников 1915 йылдың 8 ноябрендә Өфө губернаһы шул уҡ өйәҙҙең Охлебинин ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Иглин районы) тыуа[1]. 1933—1937 йылдарҙа Архангел районы Советы башҡарма комитеты инспекторы, инструкторы, секретары, 1938—1939 йылдарҙа — Көйөргәҙе районы буйынса Ауыл хужалығы һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау союзы инспекторы, вәкиле, Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районы комсомол комитетының бүлек мөдире, 1946 йылдан БАССР МС инспекторы, 1949 йылдан БАССР Дәүләт контроле министрлығының спирт сәнәғәте буйынса инспекторы булып эшләй[2]. 1955 йылда Мәскәүҙә Аҙыҡ-түлек сәнәғәте юғары мәктәбен тамамлай. 1951—53 йылдарҙа КПСС‑тың ҡала комитетында, 1955 йылдан алып һәм 1962—78 йылдарҙа Өфө витамин заводы директоры, 1960 йылда башлап Башҡортостан совнархозының аҙыҡ‑түлек сәнәғәте идаралығы начальнигы вазифаһын башҡара[1].

1985 йылдың 25 ноябрендә Өфөлә вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Сошников етәкселегендә гөлйемеште комплекслы эшкәртеү үҙләштерелгән; илдә тәүге тапҡыр В15 һәм U витаминдарын етештереү ойошторолған. Уның ҡатнашлығында кальций пангаматын, А, Е, Р витаминдары концентратын алыу ысулдары эшләнгән. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Төп хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Полувековой путь. Уфа, 1969 (авторҙ.).

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Витаминдар

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә