Еңеү көнө (Әзербайжан)
Еңеү көнө (әзерб. Zəfər Günü) — Әзербайжанда Икенсе Ҡарабах һуғышында еңеү айҡанлы билдәләнгән байрам. Әзербайжан Республикаһы Президентының 2020 йылдың 2 декабрендәге бойороғо менән булдырылған, 8 ноябрҙә, Шуша ҡалаһын Әзербайжан контроленә ҡайтарған көндә билдәләнә[1][2]. Эшләмәгән көн[3].
Еңеү көнө | |
Дәүләт | Әзербайжан |
---|---|
Йылдың көнө | 8 ноябрь |
Еңеү көнө Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәТәүтарихы
үҙгәртергә2020 йылдың 27 сентябрендә Таулы Ҡарабахта күләмле хәрби бәрелештәр башланды. Улар ошо уҡ йылдың 10 ноябренә тиклем, Әзербайжан Президенты, Әрмәнстан премьер-министры һәм Рәсәй Президенты 2020 йылдың 10 ноябренән утты туҡтатыу тураһында белдереүгә ҡул ҡуйғанға тиклем дауам итә[4]. Хәрби бәрелештәр барышында 5 ҡала (Джебраил, Физули, Зангилан, Кубатлы, Шуша), 4 ҡасаба һәм 240 ауыл Әзербайжандың Ҡораллы көстәре контроленә күсә, Әзербайжан-Иран сигенә контроль тергеҙелә[5]. Шуша ҡалаһын алыу низағта хәл иткес ваҡиға була, һөҙөмтәлә һуғыш тамамлана һәм Әзербайжан был уңышын теркәп ҡуя[6].
Белдереүгә ярашлы, Әзербайжанға уның Нахичевань эксклавына Әрмәнстан аша коридор ярҙамында туранан-тура үтеү мөмкинлек бирелә. Бынан тыш, Кельбаджар районы — 2020 йылдың 15 ноябренә тиклем (һуңғараҡ Әрмәнстан яғының үтенесе буйынса Әзербайжан срокты 25 ноябргә ҡәҙәр оҙайтты), Агдам районы — 2020 йылдың 20 ноябренә ҡәҙәр, Лачын районы 2020 йылдың 1 декабренә тиклем ҡайтарылырға тейеш ине[7]. Бөтә өс район да Әзербайжанға 2020 йылдың 1 декабренә ҡарай ҡайтарылды (киңлеге 5 саҡрымлыҡ Лачын коридоры ғына Рәсәй тыныслыҡ урынлаштырыу көстәре контролендә ҡалды).
Учреждение
үҙгәртергә2020 йылдың 2 декабрендә Әзербайжан Республикаһы Президенты Илһам Алиев Әзербайжан Республикаһында Еңеү көнөн булдырыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуя, уға ярашлы йыл һайын Баҡы ваҡыты буйынса утты туҡтатыу һәм уның үҙ көсөнә инеүе тураһында белдереүгә ҡул ҡуйыу көнө Әзербайжанда Еңеү көнө булараҡ билдәләнергә тейеш ине[8][9]. Икенсе көндө был бойороҡ ғәмәлдән сыға[10] һәм президенттың яңы бойороғо менән 8 ноябрь Еңеү көнө тип иғлан ителә — был көндө Әзербайжандың Ҡораллы көстәре Шуша ҡалаһын тулыһынса контролгә алыу көнөнә тура килә, ә был, бойороҡ тексына рашлы, Әзербайжандың еңеүендә мөһим роль уйнай[11]. Еңеү көнөн байрам итеү датаһын 8 ноябргә үҙгәртеү тураһында ҡарар, 10 ноябрҙә Төркиә Республикаһына нигеҙ һалыусы Мостафа Кәмал Ататөрктөң Хәтер көнөнә тура килеүгә бәйле ҡабул ителә[12].
Байрамды билдәләү
үҙгәртергә2021 йылдың ноябрендә Икенсе Ҡарабах һуғышында еңеүҙең бер йыллығы билдәләнә. Ошо айҡанлы Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла урамдар буйлап халыҡ ағымы үтте, Баҡыла һәм Шуша ҡалаһында салют атылған[13]. Киевта 14 билборд ҡуйылған[14], Молдовала Әзербайжан илселеге янындағы скверҙа барельеф ҡуйылған[15], Лондонда 6 бина һәм шулай уҡ Истанбулдағы Фәтих Солтан Мәхмәт[16] һәм Яуыз Солтан Сәлим күперҙәре һәм Галата тарихи башняһы Әзербайжан флагы төҫтәре менән биҙәлгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ APA.az. В Азербайджане 10 ноября учрежден Днём Победы (әзерб.). apa.az (2 декабрь 2020). Дата обращения: 2 декабрь 2020. Архивировано 2 декабрь 2020 года.
- ↑ День Победы в Азербайджане будет торжественно отмечаться каждый год 8 ноября . Trend.Az (3 декабрь 2020). Дата обращения: 3 декабрь 2020. Архивировано 3 декабрь 2020 года.
- ↑ Депутаты определились с Днем Победы и Днем Памяти
- ↑ Subscribe to read | Financial Times . www.ft.com. Дата обращения: 17 ноябрь 2020. Архивировано 20 ноябрь 2020 года.
- ↑ Таймлайн конфликта в Нагорном Карабахе: от эскалации до первой попытки перемирия . ТАСС. Дата обращения: 17 ноябрь 2020. Архивировано 24 ноябрь 2020 года.
- ↑ Почему Азербайджан выиграл войну в Карабахе? Отвечают военные эксперты . Дата обращения: 7 декабрь 2020. Архивировано 11 ноябрь 2020 года.
- ↑ Заявление Президента Азербайджанской Республики, Премьер-министра Республики Армения и Президента Российской Федерации . Президент России. Дата обращения: 17 ноябрь 2020. Архивировано 10 ноябрь 2020 года.
- ↑ Текст распоряжения на официальном сайте президента Азербайджанской Республики . Дата обращения: 2 декабрь 2020. Архивировано 2 декабрь 2020 года. 2020 йыл 2 декабрь архивланған.
- ↑ Ежегодно 10 ноября будет отмечаться в Азербайджане как День Победы . Информационное Агентство Репорт. Дата обращения: 2 декабрь 2020. Архивировано 3 март 2021 года.
- ↑ «Azərbaycan Respublikasında Zəfər Gününün təsis edilməsi haqqında» Azərbaycan Respublikası Prezidentinin 2020-ci il 2 dekabr tarixli 2312 nömrəli Sərəncamının ləğv edilməsi barədə Azərbaycan Respublikası Prezidentinin Sərəncamı . Дата обращения: 3 декабрь 2020. Архивировано 8 ноябрь 2021 года.
- ↑ Текст распоряжения на официальном сайте президента Азербайджанской Республики . Дата обращения: 3 декабрь 2020. Архивировано 3 декабрь 2020 года.
- ↑ Изменена дата празднования Дня Победы в Азербайджане . Дата обращения: 3 декабрь 2020. Архивировано 3 декабрь 2020 года.
- ↑ В Баку и Шуше прошел салют в честь победы в Карабахе . www.aa.com.tr. Дата обращения: 22 ноябрь 2021. Архивировано 22 ноябрь 2021 года.
- ↑ В Киеве установлены билборды в связи с Днем Победы Азербайджана . В Киеве установлены билборды в связи с Днем Победы Азербайджана. Дата обращения: 22 ноябрь 2021. Архивировано 22 ноябрь 2021 года.
- ↑ В Молдове открыли барельеф, посвященный Дню Победы Азербайджана . azertag.az. Дата обращения: 22 ноябрь 2021. Архивировано 22 ноябрь 2021 года.
- ↑ Sputnik Азербайджан. Мост султана Мехмета Фатиха в Стамбуле окрасился в цвета флага Азербайджана . Sputnik Азербайджан (20211108T1437+0400). Дата обращения: 22 ноябрь 2021. Архивировано 22 ноябрь 2021 года.