Дульцев Василий Семёнович

Дульцев Василий Семёнович (8 ноябрь 1931 йыл — 16 декабрь 2014 йыл) — ағас тейәгес операторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Дульцев Василий Семёнович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 8 ноябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Александровка, Байткы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 16 декабрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (83 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы үҙгәртергә

Василий Семенович Дульцев 1931 йылдың 8 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Ҡариҙел районының Александровка ауылында тыуған.

Белеме — тулы булмаған урта. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1944 йылда Калинин исемендәге колхозда башлай, һуңынан Ҡариҙел районының «Союз» колхозында эшләй. 1949—1951 йылдарҙа — «Кузбассуголь» тресының (Кемерово өлкәһе Прокопьевск ҡалаһы) 2-се төҙөлөш идаралығында слесарь, 1951 йылдан — Ҡариҙел леспромхозында балта оҫтаһы, 1952 йылдан — Черниковка төҙөлөш-монтаж идаралығының Әтнәш һәм Бартым төҙөлөш участкаларында балта оҫтаһы. 1956 йылдың декабренән — урман йығыусы, бер үк ваҡытта Ҡариҙел районы Магин урман хужалығының кесе комплекслы бригадаһы етәксеһе.

В. С. Дульцев етәкләгән коллектив һигеҙенсе биш йыллыҡтың (1966—1970) 57 мең кубометр күләмендә социалистик йөкләмәләрен ваҡытынан алда алда, 3 йылда һәм 10 айҙа үтәй һәм 15 мең кубометр эшкә яраҡлы ағас әҙерләй һәм тейәй. Бер кешегә 7,8 кубометр етештереү планы 9,2 кубометр тәшкил итә, был урман хужалығы буйынса уртаса етештереүгә ҡарағанда 5,4 процентҡа юғары була. Машина сменаға етештереү планы 42,7 кубометр булғанда 53 кубометр тәшкил итә, был предприятие буйынса уртасанан 10,3 кубометрға юғары була. Биш йыллыҡ эсендә бригада 6 меңдән ашыу трос, запас частәр һәм яғыулыҡ-майлау материалдары экономиялай.

В. С. Дульцев 1970 йылдың апрелендә оҫта механизатор булараҡ яңы тейәгестәрҙе үҙләштереүгә һәм индереүгә күсерелә. Тейәгес операторы булып эшләп, 1970 йылда 9 ай эсендә планға ярашлы 29,7 мең кубометр урынына 32 мең кубометр тейәй һәм планды 108 процентҡа үтәй.

Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү буйынса биш йыллык план йөкләмәләрен үтәүҙә ирешкән юғары уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 7 майындағы Указы менән В. С. Дульцевка «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1987 йылда пенсияға сыға. Ҡариҙел районының Абыҙ ауылында йәшәй. Оҙайлы ауырығандан һуң, 2014 йылдың 16 декабрендә вафат була[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

  • РСФСР-ҙың һигеҙенсе саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты .

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
  • Ике Ленин ордены (1966, 1971)
  • миҙалдар
  • СССР-ҙың почётлы урман әҙерләү һәм һал ағыҙыу мастеры (1971)
  • Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы муниципаль районының почётлы гражданы.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ушел из жизни Герой Соцтруда В. Дульцев. Дата обращения: 19 декабрь 2014. Архивировано из оригинала 27 декабрь 2014 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә