Аҙнабаев Булат Марат улы
Аҙнабаев Булат Марат улы (8 ноябрь 1964, Өфө, БАССР, СССР) — совет һәм Рәсәй күҙ табибы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2004).
Аҙнабаев Булат Марат улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
офтальмология |
Эшләгән урыны |
«Күҙ микрохирургияһы» |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Булат Аҙнабаев |
Биографияһы
үҙгәртергәБулат Марат улы Аҙнабаев 1964 йылдың 8 ноябрендә Өфөлә тыуған. Атаһы — Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы.
1987 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Хеҙмәт юлы:
- Мәскәү ҡалаһындағы «Күҙ микрохирургияһы» тармаҡ-ара фәнни-техник комплексында эшләй.
- 1993 йылдан — «Оптимедсервис» ЯАЙ‑ның генераль директоры (Өфө)
- 1996 йылдан — БДМУ‑ла уҡытыусы
- 1998 йылдан башлап дипломдан һуң белем биреү институты курсы һәм офтальмология кафедраһы мөдире
2000 йылда Аҙнабаев Гельмгольц исемендәге Мәскәү күҙ ауырыуҙары ҒТИ-нда «Глаукома менән катарактаның микроэндоскопия хирургияһы» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2004 йылда профессор исеме бирелә.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБулат Марат улы Аҙнабаевтың ғилми эшмәкәрлеген күрәшлекте хирургик юлы менән коррекциялауға, глаукома һәм катарактаның ультратауыш һәм лазер хирургияһы, күҙҙең микроэндоскопик лазер хирургияһы мәсьәләренә бағышлай. Ул офтальмохирургияла юғары технологиялы энергетик алымдар эшләү һәм ҡулланыу буйынса ғилми мәктәпте нигеҙләй. Аҙнабаев катарактаны бөтөрөүҙең яңы ысулдарын уйлап таба һәм дауалауҙа ҡулланыуға индерә,артҡы камераға кире интраокуляр линза, күҙҙең энергетик хирургияһы өсөн медицина ҡорамалдары уйлап табыуҙа ҡатнаша.
РБ һаулыҡ һаҡлау министрлығының офтальмологияһы буйынса Сертификация комиссияһы рәйесе, РФ һаулыҡ һаҡлау министрлығы эксперт кәңәшмәһенең ағзаһы.
10-дан артыҡ кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларының ғилми етәксеһе һәм консультанты. Уның етәкселегендә Бөтә Рәсәй офтальмология конференциялары уҙғарыла, ординаторҙар һәм өҫтәмә профессиональ белем институты тыңлаусылары өсөн ғилми-практика семинарҙары һәм конференциялар ойошторола.
Аҙнабаев — офтальмология буйынса 195 фәнни хеҙмәт һәм 26 уйлап табыу авторы, шул иҫәптән 9 монография авторы.