Әбделғәзе (Әбйәлил районы)

Әбделғәзе — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Амангилде ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 295 кеше[1]. Почта индексы — 453625, ОКАТО коды — 80201807002.

Ауыл
Әбделғәзе
Әбделғәзе
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил районы

Координаталар

53°20′29″ с. ш. 58°14′57″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 807 002

ОКТМО коды

80 601 407 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Әбделғәзе (Рәсәй)
Әбделғәзе
Әбделғәзе
Әбделғәзе (Әбйәлил районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Әбделғәзе


Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
306352295
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 295 145 150 49,2 50,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • 27 партсъезд исемендәге урам (рус.  27 Партсъезда (улица)
  • Әбүбәкер Өмөтҡужин урамы (рус.  Аубакира Умуткужина (улица)
  • Ленин урамы (рус.  Ленина (улица)
  • Төньяҡ урам (рус.  Северная (улица)
  • Урал Батыр урамы (рус.  Урал Батыра (улица)
  • Хафиз Ғайсин урамы (рус.  Хафиза Гайсина (улица)
  • Көньяҡ урам (рус.  Южная (улица)[5]

1834 йылда Таҡһырҙан 120 кеше Тулаҡ йылғаһы буйында Әбделғәҙе ауылына нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе — 30 йәшлек Әбделғәҙе Иҫәнғолов, уның улы Килдейәр, ағаһы Әбделфәйез. Әммә ауылдың тағы бер исеме бар — Әкимбәт. Килеп сығышын аңлатыуы ҡыйын. Күрәһең, Әбделғәҙе юғалған ауыл йәки утар урынында барлыҡҡа килгәндер.

Әбделғәҙе — легендар командир В. К. Блюхерҙың ординарецы Басир Йәһүҙиндың тыуған ере (1878—1954). (Кутлугаллямов М. Рядом с полководцем // Совет Башҡортостаны. 6 октябрь 1985йыл)

125 кешегә 201 ат, 158 һыйыр, 80 һарыҡ, 70 кәзә тура килә. 28 йорттан 20-һе йәйләүгә 1 июндән 1 сентябргә тиклем Мәтәүлгән, Яманйылға, Ярмаҡа йылғалары буйлап күсенеп йөрөй. Ауыл хужалығы үҫешмәгән, тик йыл һайын XIX быуаттың 40-сы йылдарында 8 бот ужым һәм 272 бот яҙғы бойҙай сәсә[6].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7

Һылтанмалар

үҙгәртергә