Лазарев Дмитрий Ильич

Лазарев Дмитрий Ильич (8 ноябрь 1922 йыл27 февраль 1991 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).

Лазарев Дмитрий Ильич
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 8 ноябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Братовщина, Иҫке Йәш ауыл Советы (Ҡалтасы районы), Ҡалтасы районы, СССР
Вафат булған көнө 27 февраль 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Ярославль, РСФСР, СССР
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Дмитрий Ильич Лазарев 1922 йылдың  8 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны[1] Братовщина ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. 7 класс тамамлай. Колхозда эшләй.

1941 йылдың октябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡалтасы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.

Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдың июнь айынан.  Көньяҡ-Көнбайыш, Воронеж, Дала, 2-се Украина, 1-се Белорус фронттарында һуғыша. Курск алышында ҡатнаша, Днепр, Прут, Висла, Одра аша сыға, Берлинды алыуҙа ҡатнаша. Дүрт тапҡыр яралана.

1945 йылдың 21 ғинуарында  орудие командиры гвардия сержанты Лазарев Дмитрий  хеҙмәт иткән 34-се гвардия мотоуҡсылар бригадаһының артиллерия дивизионы (12-се гвардия танк корпусы, 2-се гвардия танк армияһы, 1-се Белорус фронты)  төнгө марш менән барғанда, польша ҡалаһы Иновроцлавтан  көнбайыштараҡ дошман засадаһы менән осраша. Ҡараңғылыҡ менән файҙаланып, Лазарев расчет яугирҙәр менән бергә орудиеһын дошман батареяһына 200 метрға тәгәрләтеп килтерә һәм мәргән ут менән өс пушкаларын юҡ итә. Фашист автоматсылары совет артиллеристарын ситләтеп үтеп, арт яҡтан һөжүм итә. Орудиены бороу һуң икәнен күреп, Лазаревтың орудие расчеты дошманға гранаталар ырғыта һәм автоматтарҙан ата. Алыш бөтә. Дошман юҡ ителә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 февралендәге указы менән  командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия сержанты Лазарев Дмитрий Ильичҡа, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә(№ 5730).

Старшина Д. И. Лазарев 1948 йылдың апрелендә  демобилизациялана. Йәшәү урынын итеп Ярославль ҡалаһын һайлай, бында уҡый, китап нәшриәтендә эшләй, артабан —  Ярославль музей-ҡурсаулығында директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары була. 

1991 йылдың 27 февралендә вафат була. Көнбайыш граждандар зыяратында ерләнә (Чурилково). 1993 йылда Ярославлдең Хәрби мемориал зыяратының Геройҙар аллеяһына күсереп ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Башҡортостандың Ҡалтасы районы Краснохорлм ауылының бер урамы Советтар Союзы Геройы Д. И. Лазарев исеме менән аталған, ә район үҙәге Ҡалтасы ауылында 1985 йылдың 9 майында тантаналы рәүештә уның бюсы асыла. 

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 32/27, л. 7/64, 65).
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 32, л. 5, 153, 154).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 5896, л. 2, 46, 47).
  5. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 687572, д. 2362, л. 6, 170, 171).
  7. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 7524, л. 1, 16, 17).

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Герои огненных лет. — Ярославль: Верхне-Волжское кн. изд., 1985.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 1. — Уфа, 1965.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Лазарев Дмитрий Ильич. «Герои страны» сайты.