Примакин Иван Васильевич

Примакин Иван Васильевич (8 ноябрь 1923 йыл — 8 ноябрь 1982 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, лейтенант, Советтар Союзы Геройы.

Примакин Иван Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 8 ноябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Старорусский район[d], СССР
Вафат булған көнө 8 ноябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Туймазы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Хәрби звание лейтенант һәм өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө военно-воздушные силы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы «Будапештты алған өсөн» миҙалы «Венаны алған өсөн» миҙалы орден Партизанской звезды

Биографияһы

үҙгәртергә

Примакин Иван Васильевич 1923 йылдың 8 ноябрендә хәҙерге Новгород өлкәһенең Майлуковы Горки ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. Мәктәптең 7 синыфын бөткән, заводта слесарь булып эшләгән. 1944 йылдан КПСС ағзаһы.

1941 йылдың март айынан комсомол юлламаһы буйынса Чебоксары осоу училищеһында белем ала, уны тамамлағандан һуң 46-сы запас полкка осоусы итеп ебәрелә.

1943 йылдың февраленән сентябрь айына тиклем төнгө бомбардировщиктарҙың 17-се һауа армияһы 999-сы авиаполкында хеҙмәт итә. 951-се штурм авиацияһы полкының звено командиры (306-сы штурм авиацияһы дивизияһы, 17-я һауа армияһы, 3-сө Украин фронты) лейтенант И. В. Примакин 1945 йылдың февраленә ИЛ-2 самолетында 120 хәрби осош, ПО-2 самолетында 10 көндөҙгө разведка осошо, ПО-2 самолетында 185 төнгө уңышлы хәрби осоштар яһай, шул уҡ ваҡытта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Суворов орденлы 951-се авиация полкының 2-се эскадрильяһы Курск дуғаһы, Украина, Молдавия һуғыштарында, Румыния, Болгария, Югославия, Венгрия, Австрияны азат итеүҙә ҡатнаша.

Уның туранан-тура етәкселеге аҫтында штурмовиктар төркөмө 1944 йылдың 20 авгусынан 1945 йылдың февраленә тиклем осорҙа 250 автомашина, 30-ға яҡын танк, ялан артиллерияһының 7 батареяһын юҡҡа сығара, боеприпастар менән 6 складты шартлата һәм башҡа техника һәм тере көстәрҙе юҡ итә.

Һуғыштан һуң И. В. Примакин Вологдала граждандар авиацияһы пилоты булып эшләй.

1947 йылдың 4 авгусында ҡулға алына һәм РСФСР Енәйәт кодексының 116 ч. 2, 193-7 пункт «д» статьяларында һәм СССР Юғары Советы Президиумының 1947 йылдың 4 июнендәге «Граждандарҙың шәхси милкен һаҡлауҙы көсәйтеү тураһында» указында ч. 2, 1 ст. ҡаралған статьяларға ярашлы ҡылған енәйәте өсөн Вологда гарнизонының Хәрби Трибуналы ҡарары менән иркенән мәхрүм ителеп, холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына ете йылға ебәрелә.

И. В. Примакин шулай уҡ «запастағы өлкән лейтенант» дәрәжәһенән мәхрүм ителә. Хәрби Трибунал СССР Юғары Советы Президиумына «Советтар Союзы Геройы» исеменән мәхрүм итеү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә. СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 2 февралендәге указы менән И. В. Примакин Советтар Союзы Геройы исеменән һәм бөтә наградаларынан мәхрүм ителә.

Хөкөм язаһын үтәп бөтөү менән, Башҡортостанға күсеп килә һәм Благовещен машиналар эшләү заводына слесарь булып эшләй, Благовещен ҡалаһының 13-сө һанлы һөнәрселек училищеһында производствоға өйрәтеү мастеры була

1957 йылда Өфө нефть техникумын тамамлай.

Иван Васильевич СССР-ҙың ҡаһарманлыҡ билдәләрен тергеҙеү буйынса үтенес менән мөрәжәғәт итә. СССР Юғары Советы Президиумының 1962 йылдың 3 ғинуарҙағы указы менән И. В. Примакиндың Советтар Союзы Геройы исеме, дәүләт наградалары һәм хәрби дәрәжәһе тергеҙелә.

Капитан И. В. Примакин Туймазыла йәшәй һәм слесарь, махсус цех начальнигы, Туймазы геофизик ҡоролмалар һәм аппаратура заводының инженер-технологы, СССР-ҙың 60-йыллығы исемендәге медицина быяла заводының граждандар оборонаһы начальнигы булып эшләй.

1982 йылдың 8 ноябрендә В. И. Примакин вафат була, Туймазы ҡалаһында ерләнә[1].

Батырлығы

үҙгәртергә

«Летчик Примакиндың хәрби эше 1944 йылдың 20 авгусында Днестр йылғаһында Кишинев юнәлешендәге дошман оборонаһын өҙөү осоронда башлана. Немец илбаҫарҙары менән һуғышта ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм фиҙакәрлек күрһәтә. Шәхси өлгөһөндә Тыуған илде азат итеү хаҡына осоусылар составын героик батырлыҡҡа рухландыра.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә штурм һөжүм итеү оҫталығын үҙләштерә һәм ИЛ-2 самолетын һуғыш яланы өҫтөндә грамоталы ҡуллана. Самолет менән оҫта идара итеүе һәм штурман әҙерлеге арҡаһында үҙен ябай һәм ҡатмарлы метеорологик шарттарҙа самолеттар менән идара итеү оҫтаһы итеп күрһәтә.

Ҡатмарлы хәрби заданиеларға төркөмдәрҙе 70 тапҡыр алып бара. 420 осош уның идараһы аҫтында хәрби заданиеларҙы үтәй. Осоу маршруттарын тактик грамоталы әҙерләп, зенитҡа һәм истребителдәргә ҡаршы маневрҙарҙы оҫта ҡулланып, уның төркөмдәре бер юғалтыу ҙа кисермәй.

Примакин пар менән һәм ҙур төркөмдә зенит артиллерияһы уты һәм истребителдәр авиацияһы менән нығытылған маҡсаттарға бара, уның бомбардировка штурм һөжүмдәре юғары командование тарафынан нәтижәле тип баһалана».

Һуғыш йылдарында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн эскадрильяның бөтә шәхси составы юғары наградаларға лайыҡ була, ә алты лётчикка, шул иҫәптән В. И. Примакинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Советтар Союзы Геройы исеме В. И. Примакинға 1945 йылдың 29 июнендә бирелә.

Бүләктәре

үҙгәртергә

2005 йылдың 6 майында Туймазы ҡалаһында Советтар Союзы Геройы хөрмәтенә тантаналы рәүештә батырҙар аллеяһы асыла, унда Геройҙың бюсы ҡуйыла.

2017 йылда Иҫке Русса ҡалаһында хәрби дан аллеяһындә геройҙың бюсы ҡуйыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Примакин Иван Васильевич. «Герои страны» сайты.
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 161/38, л. 9/493—497).
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 161, л. 2).

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "адм" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.

  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979. — Кн. 4.
  • Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2009. — Т. 5: П-С. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә